ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июль 2020, 19:49

Яҙмыштарҙы була үҙгәртеп...

Күңелегеҙҙе өйкәгән һорауығыҙ булһа, йән тыныслығы тапмаһағыҙ, икеләнһәгеҙ, төшөнкөлөккә бирелһәгеҙ, был хаҡта беҙгә яҙып ебәрегеҙ.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙең иғтибарығыҙға өр-яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ. Тормош юлдары һикәлтәле, бормалы, бер кемдең дә һарайы буш түгел. Хәл-торошоғоҙҙо еңеләйтеү маҡсатында, ярҙам йөҙөнән һеҙҙе юғары квалификациялы астролог-психолог Людмила Занина менән таныштырмаҡсыбыҙ. Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәй буйынса күренекле белгес әле баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәй. Тәбиғәте менән кешелекле, кеселекле, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер Людмила Леонидовна 25 йылдан ашыу астрология һәм психологияны өйрәнә, тәжрибә үткәрә. Иртә һайын теле-радио тапшырыуҙа ул төҙөгән йондоҙнамәне уҡыйҙар. Яҙмыштары ыңғай яҡҡа үҙгәргән меңләгән клиенттар уның менән араны һыуытмай, рәхмәтен белдерә. Фәҡәт халыҡ мәнфәғәтен уйлап, яңы рубрика асыу теләгебеҙҙе белдергәс, ул хуплап ризалашты.
Күңелегеҙҙе өйкәгән һорауығыҙ булһа, йән тыныслығы тапмаһағыҙ, икеләнһәгеҙ, төшөнкөлөккә бирелһәгеҙ, был хаҡта беҙгә яҙып ебәрегеҙ. Хат туранан-тура Людмила Занинаға тапшырыласаҡ. Ә мөрәжәтегеҙ һәм сиселеш юлдары гәзиттә ҡыҫҡаса вариантта, исем-шәрифегеҙ үҙгәртелеп баҫыласаҡ. Быныһы ла башҡаларға фәһем, йә булмаһа кәңәш биреү маҡсатында башҡарыла. Белгескә мөрәжәғәт итеү бушлай. Күпте күрәбеҙ, күпте кисерәбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, сетерекле хәлдәрҙе бергә күтәреп йәшәйек, ҡәҙерле дуҫтар!
Читайте нас: