ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июль 2020, 18:55

Тормош ҡосағында, Икәү йәш сағында...

Ошо йырҙың моңон ишеткән һайын уҡытыусым, хеҙмәттәшем Рауил Баязитовты иҫкә төшөрәм. Күгәрсен районы Санъяп ауылының данлыҡлы Баязитовтар нәҫеленән ул. Матур тәбиғәтле, рухлы башҡорт ауылында тыуып үҫкән йәш егет, Мораҡ педучилищеһын тамамлағас,1956 йылда үҙенең хеҙмәт юлын уҡытыусы булараҡ Мәләүез районында эш башлай. Йәш быуынға, уларҙың ата-әсәләренә белем, тәрбиә серҙәрен аса белгес. 1973 йылда Юлдаш мәктәбенә хеҙмәт уҡытыусыһы итеп күсерелә. Хаҡлы ялға киткәнсе, намыҫлы тормош юлы үтә хеҙмәт ветераны. Мәктәп йылдары, дәрестәр, баҡса эштәре, колхоз яланындағы сөгөлдөр баҫыуҙары, һәр ҡағылған сөй хеҙмәт уҡытыусыһы Рауил Хәжиғәли улы ойоштороуы менән башлана һәм тамамлана торғайны.

Артабан мәктәптең көслө партия ойошмаһын, профсоюз комитетын етәкләү, һайлау комитеты рәйесе вазифаһын үҙ еренә еткереп алып барыу кеүек йәмәғәт эшендә лә өлгөрөргә тура килә уға. Шулай уҡ ферма, колхоз, ауыл йыйылыштарында халыҡтың аңын үҫтереүгә булышлыҡ иткән агитаторҙа ине ул.
Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, Рауил Хажиғәли улы күңел биреп, намыҫлы башҡарҙы. Ғаиләһе һәр саҡ таяныс булды.
Башланғыс кластарҙы уҡытҡан сағында Нурдәүләт ауылындағы иң сибәр ҡыҙҙарҙың береһе Мәрхәбә апайҙың йөрәген яулап ала, гөрләтеп туй яһайҙар. Матур ғаиләлә биш баланы лайыҡлы граждандар итеп тәрбиәләй. Хәләл ефетен ғүмерлеккә юғалтҡас,ул ҙур ҡайғы кисерә. Үҙенең берҙән-бер мөхәббәтенә арнап яҙған шиғырҙары дәфтәргә һыймай башлай. Әлбиттә, балалары аталарын ҡурсый, яңғыҙ ҡалдырмай, әле лә бергә ғүмер итәләр. Ейән-ейәнсәрҙәре уҡып сығып, оло тормош юлына аяҡ баҫты. Улар бер генә байрамды ла, Ҡөрьән аштарын да олатайһыҙ үткәрмәйҙәр, хөрмәт итәләр, әйткән нәсихәттәренә таянып йәшәйҙәр.
Ошо көндәрҙә аҡһаҡалыбыҙ үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны ҡотларға Мәскәү, Сургут һәм башҡа ҡалаларға таралған балалары, ейәндәре йыйыла башланы. Ә беҙ геройбыҙҙың уҡыусылары, коллегалары Рауил Баязитовты улын матур, күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Имәндәй ныҡлы һаулыҡ, зиһен таҙалығы, тыныс тормош теләйбеҙ!
Читайте нас: