ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Август 2020, 15:32

Берҙән-берем... Бергенәм

Яйлап ҡына киске сәйҙе эстеләр ҙә урын һалдылар. Мәҙинә әбей Самираһын тупылдатып яратып изге теләктәрен теләне. Байтаҡ һөйләнеп ятҡандан һуң, ғәҙәттәгесә : ”Яттым йә Алла, торҙом иншәллаһ, ошо ятыуымдан тора алмаһам, бәхиллегемде бир Аллам”, - тип әйтеп ҡуйҙы.

- Самира, тағы минең әйберҙәремә тейҙеңме? Бестолковый ҡыҙыҡай һин!
- Юҡсы, ниңә улай тиһең, Әлфиә? Мин бүлмәгә саҡ инеп кенә торам даһа.
- Хәҙер Гүзәл Ибраһимовнаға барып вис ошаҡлайым, белдеңме? Мерзавка.
- Ошаҡла, бар саптыр. Тәрбиәсе һинең туҡтауһыҙ ялыуҙарыңа күптән күнегеп бөткән бит инде, бәлки башың эшләп китеп мине йәберләргә икенсе сәбәп уйлап табырһың.
Көндәлек хәл ҡабатлана, тип уйлап ҡуйҙы Самира күңеле ҡырылып. Бүлмәмләшенең бинахаҡҡа рәнйетеүе шул тиклем маҙаһына тейә. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең көнитмеше күберәк үҙ нәмәһен ҡарауыллау, затлыраҡ кейемде сәлдереү, өҫтөнөрәк күренгән иптәштәрҙе батырыу, бер-береһенән көнләшеп йәшәүгә ҡоролған. Әлбиттә бөтәһе лә ундай түгел, әсәй, атай наҙын ғүмерендә бер татып ҡарамаған балалар араһында ла кешелекле, саф, матур күңеллеләре бар. Күҙҙәре һәр саҡ моңһоу уларҙың.
Әсе яҙмыш елдәре Самираны ла урап үтмәне, бер кемгә кәрәкмәгән ҡыҙсыҡ ун йәше тулғас ошо йортта үҙ мөйөшөн тапты. Тапты тип, үҙе теләп килмәне әлбиттә, атаһының бер туған апаһы Мәликә артыҡ баштан ҡотолоу юлын хәстәрләне. Кеше балаһының кемгә кәрәге тейһен. Самираның холҡо - әсәһенеке, төҫө менән атаһына оҡшаған. Сөм ҡара күҙле, ҡара оҙон сәсле ҡыҙ ҡырыҫ тәбиғәтле, шул уҡ ваҡытта сая, һиҙгер, йомшаҡ күңелле булып үҫеп килә. Эсендә тулышып ятҡан кисерештәрен һүрәттәрендә сағылдыра. Күптәр уның ижадын аңламай. Ҡағыҙ киҫәгенең төрлө ерендә урынлашҡан ҡояш, ҡара болот, кеше ҡарашы, сабый, ҡәбер, ут, сәскә, йыһан, ямғыр һәм башҡа күренештәрҙе нимә берләштергәнен төшөнмәй. Фәҡәт ошо һүрәттәрҙә Самираның әҙме-күпме ғүмере яҙылған. Ҡыҙ күңеле тулышҡан саҡта үҙ-үҙенә йомола, күп уйлана, хәтерендә уйылып ҡалған бәхетле мәлдәрен һағынып иҫләй.
… - Тор, ҡыҙым, Самирам. Ана ҡояш ҡалҡҡан. Ә минең ҡояшым һаман мышнай. Әйҙә күмәкләшеп өләсәйеңдәргә барып ҡайтабыҙ. Ағайың күптән урамда йөрөй.
Нәфисә ире Наил, балалары менән күрше Нуҡай ауылында йәшәгән әсәһенә барырға кистән үк әҙерләнгәйне, йәһәтләп еләк бәлеше бешерҙе, иртүк һөтөн айыртып ҡаймаҡ һалып алды. Мәҙинә әбей әле артыҡ бирешмәһә лә, йәше бара, бер ҡыҙы менән улы ҡырҙа, затлы кейем-һалым, тәмле ризыҡ тейәп йылына бер ҡайтып әйләнәләр ҙә, шуның менән бурыстары үтәлә. Ярай кинйәкәйе янында, уныһын да бер табам, бер алдырам тип аптыранып йөрөп, тәүәкәлләгәйне. Бәхтиәре инвалид, үҙенә ҡырҡ йәш тулып бара. Ана бит хәҙер күҙ төбәп торған балаһы барлығына шөкөр тип, ғүмер кисерә. Тол ҡалыуына ла байтаҡ бит инде.
- Һай, һай, минең бәпестәрем, алтын тояҡтарым килгән дә баһа, - тип ейәндәрен ҡосаҡлап ҡаршыланы Мәҙинә, - Бер аҙна күрмәгәйнем Самира үҙгәреп, Салауатым оҙонайып киткән. Ҡыҙыма тиҙҙән алтыһы ла тула инде. Нимәкәй әпирермен икән һиңә?
- Һин, кейәү, шәп кенә йөрөйһөңмө? - тип Наилға айырым хөрмәтен күрһәтеп күреште ҡәйнә кеше.
Ни тиһәң дә, ирҙән уңды ҡыҙы, бөтмөр, тырыш егет булып сыҡты. Ана бит ҡайнап торған эш осоронда ла ваҡыт табып ғаиләһен алып килгән.
Нәфисә күстәнәстәрен сығарып, йәһәтләп өҫтәл әҙерләне. Ауыл яңылыҡтары менән бүлешә-бүлешә сәй эстеләр. Ошо мәлдәрҙе Самира бик ярата. Өләсәһенең ихатаһы, өйө сихри әкиәт донъяһына оҡшаған кеүек уға. Усаҡта бешкән икмәк еҫе, йәм-йәшел бәпкә үләнендә һирпелгән себештәр, йырлай-йырлай ҡайнап ултырған самауыр - бөтәһе лә күңел төбөндә аңлатып бөтмәҫлек илерткес бер тойғо тыуҙыра. Ҡыҙыҡай һарай, лапаҫ эсендәге ағастан юнып эшләнгән ҡаралтыларҙы барларға кереште. Өләсәһе уларҙы ҡәҙерләп кенә тотона, Бәхтиәремдең төҫө тип һаҡлай. Самира олатаһын “кәртичкәнән” генә күреп белә. Ҡасандыр бер бабай йәшәгән дә, әйберҙәрен ҡалдырып ҡайҙалыр сығып киткән кеүек кенә тойола.
- Самира, ҡыҙым ҡайтабыҙ.
Әйберҙәргә әүрәп киткән ҡыҙсыҡ йыһаздарҙан тыныс ҡына айырылғыһы килмәне.
  • Әсәй, минең ҡалғым килә.
  • Юҡ, балаҡайым, икенсе ваҡыт.
  • Ҡайтмайым.
  • Беҙ бөгөн ҡабат килә алмайбыҙ, алмаш кейемең дә юҡ.
  • Әсәй, мин ҡалам, бында әҙерәк уйнайым да ҡайтам.
  • Ярар һуң, Нәфисә, - тип ҡушылды Мәҙинә әбей, - Беҙҙә тороп торһон.
  • Нәфисә ниңәлер ҡыҙынан айырылғыһы килмәне. Мотоциклға ултырғанда балаһының әллә кире уйларына өмөтләнеп, әллә асыуы ҡабарып:
    - Ҡал да, беҙ бында бер ҡасан да килмәйәсәкбеҙ. Һағынып иларһың әле бына, - тине.
    Самира күңеле ҡапыл елекһеп, әрйәгә тиҙ генә инеп ултырырға йөрәкһеһә лә, һүҙен йыҡманы. Балалалыҡ тәкәбберлеге еңгән, күрәһең. Әллә ниндәй һағыш солғап алды, мотоциклдан сыҡҡан зәңгәр төтөн еҫенә тиклем күңелһеҙ тәьҫир итте. Ул түңәрәк ҡара күҙҙәрен тултырып, әсәләренең алыҫлашыуын байтаҡ ҡарап торҙо.
    Шул ваҡыттан алып һөйөклө әсәһен, атаһын, Салауат ағаһын күргәне юҡ уның. Ҡарағай ауылына боролған ерҙә оло юлдан килгән йөк машинаһы бәрҙергән уларҙы.
    Бер төптән өс баланы ер ҡуйынына һалып ҡуйған Мәҙинәне ҡара ҡайғы тамам аяҡтан йыҡты. Туҡтауһыҙ ата-әсәһен көткән Самира ла һағыш ауырыуына бирешеп, көнө-төнө һаташты. Ауыл имамы Исмәғил хәҙрәттән ары-бире өшкөртөп ҡаранылар ҙа ул, сабый күңелен тынысландырып буламы ни. Тәүге мәлдә күрше-күлән, туған-тыумаса бер өҙлөкһөҙ хәл белешеп йөрөштөрҙө, ҡулынан килгәнсе ярҙамлашты. Һәр кемдең үҙ мәшәҡәте, донъяһы бар, әкренләп улар ҙа юлын һыуытты.
    Алты йәшен үкһеҙ йәтим булып ҡаршыланы Самира.Балалығы менән бер аҙға онотолоп та киткеләне, әммә тотош күңелен баҫҡан хәсрәт кескәй йөрәген өйкәп кенә торҙо. Сөм ҡара күҙҙәрендә уйылып ҡалған моңһоулыҡты юйырға ваҡыттың да көсө етмәне. Самира кистәрен ҡапҡа ауыҙындағы эскәмйәгә сығып, ҡаршылағы тау артына инеп байыған ҡояшты күҙәтеп ултырырға ғәҙәтләнеп китте. Дөрөҫөрәге ошо ваҡытта алыҫтан моңһоу геүләпүтеп йөрөгән автобусты көттө ул. Автобус туҡтар ҙа, ата-әсәһе, ағаһы килеп төшөр, ә Самира аяғы аҫтында ерҙе тоймай, оло юлға ҡарай йүгерер, күкрәгендә ярылырҙай булып тулышҡан шатлығына сыҙай алмай көлөр, ҡысҡырыр...
    Ғәмәлгә ашмаҫтай хыялдарға бирелеп, өмөтләнеп, ымһынып, ә аҙаҡ мең тапҡыр һынып, һүрелеп йәшәй торғас, һүрәт төшөрөргә әүәҫләнде.Күп ваҡытын буяуҙар араһында үткәрҙе. Мәҙинә ейәнсәренең тилбер ҡулдарына, төрлө төҫтө берләштереп, оҫта ҡуллана белеүенә хайран ҡалды, һоҡланып туя алманы. Нәҫелдә ундай һәләтлеләр ҙә юҡ бит әле тип аптыранды.
    Бер йыл шулай үтеп китте. Самира өләсәһенең ауылында уҡырға төштө. Дарыу эсеп кенә көн күргән Мәҙинә алға бармаҫын һиҙемләһә лә, бәләкәй ҡыҙы хаҡына йәшәргә тырышты. Йән биргәнгә йүн бирер тип тыпырлап йөрөштөрҙө һаман да. Быйыл бесән эшләй алмағас, һарыҡты бөтөрөргә самаланы, көн һалҡынайғас, артыҡ тауыҡтарын, ҡаҙҙарын эшкәртеп урынлаштыраһы бар.
    - Ну что, красавица, хәҙер Гүзәл Ибраһимовна киләсәк. Үҙеңде аҡларҙай һүҙҙәр эҙләй тор, - тип кәзекләне Әлфиә бүлмәгә инеп.
    Онотолоп, хәтирәләргә сумған Самира ҡапыл ни әйтергә белмәй һикереп торҙо. Был хәлде үҙенсә аңлаған Әлфиә:
    - Нимә, ҡурҡышыңдан һикергеләй башланыңмы? Шулай була ул, воровка! - тип һалды.
    Бығаса тыныслыҡ һаҡларға тыршҡан баҫалҡы Самираның һарыуы ҡайнаны. Бер төрлөлөктән тамам биҙгәнгәме, ғәйепһеҙ ғәйепле йәшәү үҙәгенә үткәнгәме, үҙ-үҙен белештермәй яуыз ҡыҙҙың сәсенә барып йәбеште.
    - А-ааа, зараза, ебәр! Ебәр тим! Туҡматам мин һине, с...ка!! - Әлфиә сарбайлап ҡысҡырырға кереште.
    - Етерме минән көлөргә, етерме? Әйт!
    Самира Әлфиәнең сәсен шаҡарып тотҡан килеш бүлмә буйлап һөйрәкләне.
    - Был ни эш?! Ну-ка туҡтатығыҙ! Хәҙер милиция саҡыртам!, - бүлмәгә ингән тәрбиәсе ҡыҙҙарҙы айырырға маташты. - Хватит!
    - Ой, Гүзәл Ибраһимовна, ярай килеп өлгөрҙөгөҙ. Самира миңә беренсе булып ташланды. Бөтә әйберемә тейә, көн дә туҡмай, - тип теҙҙе Әлфиә.
    - Был дөрөҫмө, Самира?
    Самира өндәшмәне, ситкә ҡарап тора бирҙе.
    - Әйт, тиҙ бул. Нимә бурҫайып тораһың? Урлашаһың тиҙәр, хәҙер һуғыш суҡмарына әйләндеңме? Тәртип боҙоусыларҙы бында беләһеңме нимә эшләтәлер?
    - Әлфиә ялған тарата.
    - Әкиәт һөйләмә, йәме. Мин ингәндә һин уны туҡмай инең, тимәк, урлашыуың да дөрөҫ. Мин һине арыу ҡыҙ тип уйлап хаталанғанмын икән. Әйҙә, аңлатма яҙып бир.
    Самира тәрбиәсе артынан эйәрҙе, еңеүсе ҡиәфәте йөҙөнә сыҡҡан Әлфиә битен сирыштырып, тел күрһәтеп ҡалды. Эскеселәр ғаиләһендә үҫкәнгә күрә бөтә этлектең серен белә ул. Ҡойон уйнатып,һыуҙан ҡоро сығырға аптырамай. Самираның сибәрлеге, оҫта һүрәт төшөрөүе күңелен ҡыра уның. Әлфиә үс алырға, яңынан-яңы ғәйеп тағырға тырышасаҡ.
    Өҫтәл артына барып ултырған Гүзәл Ибраһимовна Самираға ҡоро ғына ҡараш ташлап алғандан һуң, һорауҙарын яуҙыра башланы.
    - Самира, күптән күҙәтеп йөрөйөм, тәртибең бик алама. Нимә етмәй һиңә?
    • Гүзәл Ибраһимовна…
    • Етте! Әлфиә көн дә илаулап миңә килә. Нишләп шул балаға тынғы бирмәйһең? Ә? Һинән һорайым!
    • Утыҙға етеп барған тәрбиәсенең уҫал тигән даны күптән таралғайны. Ҡаҡса ғына буйлы, нурһыҙ, асыулы ҡарашлы йәш ҡатындың ҡарт ҡыҙҙар исемлегендә йөрөүе ғәжәп түгел. Ир-егет наҙын тоймаған, бала һөймәгән ханымдың донъяға нәфрәте шул тиклем көслө ине. Интернатта тәрбиәләнеүселәрҙе дер һелкетеп тотоуҙан ғына бер ни тиклем ҡәнәғәтлек тойғо кисерә, унан ҡурҡалар, тимәк ул көслө шәхес.
      • Гүзәл Ибраһимовна, Әлфиә үҙе минең маҙама тейә.
      • Һин нимә һөйләп ултырғаныңды үҙең аңлайһыңмы? Минеңсә кем менән телләшеп ултырғаныңды төшөнөп етеңкерәмәйһең, ҡыҙыҡай. Бөгөндән һүрәттәреңде йыйып алып утҡа яғам.
      • Ҡурҡышынан йөрәге елпелдәгән Самираның тәне сымырҙап китте. Ялбарырға, үтенергә уйлаһа ла, шым ғына ултырырға кәрәклекте хуп күрҙе.
        • Нимә өндәшмәйһең? Телеңде йоттоңмо? Характерыңды күрһәтмә миңә! Әле танау төбөңдәге маңҡаң да кипмәгән. Директорға алып барып еткермәгәнгә рәхмәт уҡы. Тағы бер хәл ҡабатланһын ғына әле, күрмәгәнеңде күрһәтермен.
        • Гүзәл Ибраһимовна ҡыҙарып-бүртенеп оло бер эш эшләгән кешеләй, һынын турайтып, өҫтәлдәге ҡағыҙ өйөмөндә соҡсона башланы.
          • Нимә тексәйеп ултыраһың күҙең ташып. Бар сыҡ, тик һеңдереп ҡуй, икенсе тапҡыр изгелек көтмә!
          • Ғәҙелһеҙлектең ни тиклем әсе икәнен беренсегә татымай Самира. Ошоға оҡшаш тормошто атаһының апаһы Мәликәлә йәшәгәндә кисереп туйғайны инде. Әллә ниңә өләсәһе ҡабаланып китеп барҙы. Донъялағы һуңғы яҡын кешеһен дә тартып алды яҙмыш.
            Икенсе класты тамамлап, йәйге каникулдары яңы башланғайны ғына. Былай ҙа шәптән булмаған Мәҙинәнең хәле хөртәйҙе. Күрше районда торған Мәликә ҡоҙасаһына барып, бер-ике тапҡыр үҙен ҡунаҡҡа саҡырып сөкөрләшеп ниҙер һөйләшкеләнеләр. Ни хаҡында икәнен бөгөн Самира асыҡ аңлай, өләсәһе ейәнсәренең артабанғы яҙмышын ҡайғыртҡан. Әллә эстән һиҙенде, әллә күңеле шулай бойорҙо, күп кенә туҡмас киҫеп, бәлеш-ләүәштәрен бешерҙе Мәҙинә, кисләтеп оло һандығын асып хәйерлектәрен барланы. Самира серле ҡумтаның асылғанын һәр саҡ яратып күҙәтә торғайны, ялтыр-йолтор яулыҡтарҙың, төрлө-төрлө таҫтамалдарҙың ни өсөн унда эшһеҙ ятҡанын ғына аңламаны. Юҡ-юҡта өләсәһенең һандыҡ эсендәге хазинаны һыйпап, рәтләп һалып ултырыуы оло бер ваҡиға ине. Балалығы менән һәр төрлө һорауҙарын яуҙырып, ләпелдеген сыға:
            • Өләсәй, былай ҙа бик матур яталар. Ниңә шуларҙы гел ҡутарып, ҡайтанан тәҫләйһең? - тип төпсөндө.
            • Балам, йолаһы шулай, - тип кенә сикләнде инәй.
            • Яйлап ҡына киске сәйҙе эстеләр ҙә урын һалдылар. Мәҙинә әбей Самираһын тупылдатып яратып изге теләктәрен теләне. Байтаҡ һөйләнеп ятҡандан һуң, ғәҙәттәгесә : ”Яттым йә Алла, торҙом иншәллаһ, ошо ятыуымдан тора алмаһам, бәхиллегемде бир Аллам”, - тип әйтеп ҡуйҙы.
              Шул ятыуынан өләсәй торманы.
              Самираны Мәликә инәһе килеп алды. Башта тыуған Ҡарағай ауылынан өҙөлөп, хәҙер инде өйрәнеп бөткән өләсәһенең ауылы Нуҡайҙан айырылып бөтөнләй сит тарафҡа йүнәлде. Нимә көтә? Тормош тағы ниндәй һынау әҙерләгән? Билдәһеҙ…
              Баштараҡ Мәликә ипле генә өндәшеп, яғымлы булырға тырышып йөрөнө, әммә ҡаты бәғерле, һалҡын күңелле зат икәнен тиҙ үк танытты. Үҙенең өс балаһы бар, ире Закир колхоздан ҡайтып инмәй. Берҙән ҡырын һалырға ярата, икенсенән уҫал ҡатындан биҙрәп бөткән. Көн дә ыҙғыш, көн дә талаш. Ауыр ауыл тормошо ла биҙҙергәндер инде Мәликәне, донъя йөгөн күберәк ул тарта бит. Ҡыҙып киткәндә бер үҙе ултырып эскеләп тә ала. Ирҙәреңә биргеһеҙ ҡотороу, туҙыныу ғәҙәтенән айырыла алмай. Үҙенең балаларына ла өлөш сығара, Самира уның өсөн бөтөнләй сит кеше. Ҡаны ла, йәне лә тартылманы уға, бар белгәне - “артыҡ баш”. Йәтим баланы әрһеҙләп төрлө эшкә ектеләр. Йәй буйы сөгөлдөр, картуф, йәшелсә утауҙан башы сыҡманы, ҡыш ел тимәй, буран тимәй кәритәләп тиреҫ ташыны. Бында ҡаты девиз - ашайһың икән- эшлә! Иркә, наҙлы Самираның әкренләп күңеле ҡата барҙы. Һағыш… Туҡтауһыҙ һағыш бөтә булмышын ялмап алып, болоҡһотто. Ҙур ҡара күҙҙәре тоноҡланып, йөҙө тағы ла ағарып китте. Китек-китек күңелдең яраларына тоҙ күп һибелде. Ярай ҙа уның яратҡан шөғөлө бар, тик һүрәттәре йыраҡтан нур уйнатып тормай, эсендә хәсрәт һыҙаттары уйылып ята. Ҙурая бара үҙенең ни тиклем бәхетһеҙ, донъяға кәрәкмәгән бер йән эйәһе икәнлегенә төшөнә барҙы.
              Кешегә ылығып бармаҫ, ҡырағай холоҡло Самираның кисерештәрен аңларға теләгән класс етәксеһе Разия өйҙәге хәлдәре, нисек йәшәүе хаҡында һораштырғыланы. Мәликәләрҙең өйөнә лә бер нисә тапҡыр барҙы. Нисә барһа ла, ҙур ғаиләнең күмәкләшеп сәй эскән ваҡытына тура килде. Мәликә уҫаллығын ул саҡта күрһәтәме ни. Бөтәһе лә һәйбәт, өҫтәл түңәрәк. Улай ҙа Самира бер сиселеп китеп уҡытыусыһына йәберләнеп йәшәүе хаҡында ысҡындырҙы.
              • Апай, ҡыйын миңә, - тине ул күҙҙәрен йәшкәҙәтеп.
              • Нимә булды, Самира?
              • Эш тә, эш. Уныһына ла түҙеп була. Мәликә инәйем гел генә әрләй. Ҡайһы саҡта нимә өсөн икәнен дә аңламайым.
              • Ә уның балалары менән татыуһығыҙмы?
              • Өлкәндәре - Азат менән Сәғит ағайымдар миңә өндәшмәйҙәр, бәләкәс ҡыҙыҡай Зәлиә генә һинең атайың да, әсәйең дә юҡ тип кәзекләй. Тотоп бәргесләгем килеп китә, инәйемдән ҡурҡам. Һеҙ ошоларҙы әйтһәгеҙ, мине ошаҡсы тип туҡмаясаҡ, әйтә күрмәгеҙ, зинһар.
              • Разия был эште буш ҡалдырырға теләмәне, Самираны ныҡ йәлләй ине ул. Мәликәне мәктәпкә саҡыртып, ипләп кенә өйҙәге хәл-әхүәлдәрен һорашты. Асыуы ҡабарған Мәликә төтөндөң утһыҙ килеп сыҡмауын яҡшы аңлай, тимәк, артыҡ баш өйҙәге сүп-сарҙы тышҡа сығарған. Разияға аҡланып, һәйбәт кенә йәшәп ятыуҙары хаҡында һөйләне лә, бер ни булмағандай ҡайтырға сыҡты. Күкрәгенән ташып сығып барған ярһыуы көсәйгәндән-көсәйҙе.
                Ишекте асыу менән:
                • Ҡайҙа теге эт йыҡҡан! - тип ҡысҡырҙы. - Кил әле бында!
                • Балалар кем тураһында һүҙ барғанын абайлап та өлгөрмәне, түр яҡҡа сығып килгән Самираны Мәликә һуғып та осорҙо.
                  - Нимә, майыңа сыҙай алмай башланыңмы? Ниңә уҡытыусыңа ошаҡлашып йөрөйһөң! Минең алама данымды сығарырға уйланыңмы?! Изгелекһеҙ!
                  Ишек яңағына бәрелеп башын ҡанатҡан Самира һытылып иларға кереште.
                  - Шыңшыма, ер ҡорто! Күҙеңдән һейеп ултыр тағы кеше ышандырып. Ә һеҙ нимә ҡарап тораһығыҙ, китегеҙ бынан! - тип екерҙе балаларына. - Йәтим быҙау аҫраһаң, ауыҙың тулы май булыр, йәтим бала аҫраһаң, ауыҙың тулы ҡан булыр тигәне ошолор, күрәһең.
                  Самира тышҡа атылып сыҡты. Көҙгө көн һалҡын булһа ла, йәйҙән ҡалған йылылыҡ һауала барыбер һиҙелә. Октябрь башын бушҡа ҡына алдаҡсы ай тимәйҙәр икән. Башының зәңкеп ауыртыуына ҡарамай, ҡыҙсыҡ картуф баҡсаһы буйлап туғай яғына йүгерҙе. Төптәрәк бормаланып ҡына Әсе йылғаһы аға. Имеш, ҡасандыр бер бай арба тултырып тоҙ урлап ҡайтып килгәндә батҡан да, бөтә мөлкәте йылғала ирегән. Урындағы халыҡ лаҡап итеп Әсе тигән исем ҡушҡан. Йәй буйы бала-саға сыр-сыу килеп һыу инә. Урыны менән тәрән генә үҙе.
                  Хәле бөткән Самира ярға еткәс туҡтап ергә сүгәләне. Тыйыла алмай ғәрләнеп иланы. Ошондай саҡта ул ата-әсәһен, ағаһын нығыраҡ һағынып өҙгөләнә. Бөгөн беренсе тапҡыр уларҙан айырылып ҡалыуына үкенде, бәләкәс кенә устарын йомарлап ергә һуға-һуға үҙ алдына һөйләнеп үкһене. Ун йәшлек бала етди ҡарарға килде - “Үлергә!” Һикереп торҙо ла, йылғаның Ҡаҙанлыҡ тип аталған еренә атылды. Бәләкәй генә бер урында соҡор бар, тәрән һыуҙың төбө бөтөнләй күренмәгән кеүек. Көҙгө төҫөн алып, ҡарағусҡылланып киткән. Ауыр тойғоға бирелеп, ваҡытлыса иҫе инәле-сығалыға әйләнгән ҡыҙ ҡыҙыулыҡ менән йүгереп барып һыуға ташланды. Балыҡ кеүек оҫта йөҙөүсе Самираның тәне һыуҙа сымырҙап китте, әллә ярһыуҙан, ҡурҡыштанмы ниндәйҙер көс уны төпкә һөйрәй башланы. Һалабаштарын тейәргә килгән Хәкимйән ҡыҙыҡайҙы башта шым ғына күҙәтте, эш ҙурға киткәс, ҡотҡарырға уҡталды.
                  - Әй, хыялый, Самира, һинме ни был? Мин әллә һыу инәһе сәсен ялбырлатып һыу инә икән тип торам, - тип шаяртты ул, баланы өркөтмәҫкә тырышып. - Ҡулыңды бирә һал, тиҙ бул!
                  Йәш ир һыуҙа сәсәй-сәсәй сәбәләнгән ҡыҙҙы һөйрәп сығарҙы, үҙе лә ныҡ ҡурҡты.
                  - Һыу инә торған сезон бөттө бит күптән. Таҡта әпкилеп, берәй яҙыу-фәлән элеп ҡуймай булмаҫ ахыры. Өшөнөңмө?
                  Һыны ҡатҡан Самира дер ҡалтыранды.
                  - Ярай. Мин малай саҡта ноябргә тиклем һыу инә торғайным, - тип һөйләнгән булды Хәкимйән өҫтөндәге тужуркаһын Самираға кейҙереп. - Һалабашына тултырып төкөрәйем инде хәҙер. Туратты шәп кенә ҡыуалап өйгә ҡайта һалырға, сәй эсеп йылынырға кәрәк.
                  Бындай хәлдә Мәликә инәй күҙенә күренһәң, янъял ҡубасаҡ. Ни эшләргә?
                  - А-ааағай, ми-мин ҡ-ҡҡ-ҡайтмайым.
                  - Атаҡ, атаҡ. Ҡайтмай ҡайҙа бараһың тағы?
                  - ...
                  - Ярай һуң, туған, үҙебеҙгә алып ҡайтам. Еңгәңдең ашы ла бешәлер инде, белгән булһам мунсаһын да яҡтырып китер инем.
                  На, әйҙә, наа, малҡай!
                  Самира хаҡында хәбәр ауыл буйлап йәшен тиҙлегендә таралды. Мәликә сығырынан-сығып ажғырҙы:
                  - Алланың ҡашҡа тәкәһе! Башымды бәләле генә итәһең инде, бәләле генә итәһең! Алкаш ир, өс бала менән ҡаңғырыу етмәгән, хәҙер судтан-судҡа йөрөтөргә итәһеңме мине? Хәжәткенәң бер тин ине. Ҡайҙан ғына башыма төштө был бала-бәлә?
                  Мәликә йәһәтләп йөрөп “артыҡ баш”, “әрәмтамаҡ”тың документтарын балалар йортона юлланы.
                  … Ауыр хәтирәләренән арынырға тырышҡан Самира һүрәт төшөрөргә ултырҙы. Ябай ҡәләм менән генә лә ул төрлө мөғжизә тыуҙырырға һәләтле. Бына һағыш аша өтөп ҡараған ҡыҙ, эргәһендә япраҡтарын ҡойған саған, әсә ҡулы, ҡағыҙҙың ярты битендә ямғыр, икенсеһендә болот араһынан күренә башлаған ҡояш. Самира күптән төҫлө буяуҙар ҡулланмай икән дә, бөтә һүрәттәре лә аҡлы-ҡаралы.
                  Гүзәл Ибраһимовнанан тыш ҡалған тәрбиәсе, ҡайһы бер уҡытыусылар балаларға йән өрөргә маташа, сабырлыҡ һаҡлап күп кенә кәрәкле мәғлүмәт бирә. Ысын күңелдән әңгәмәләшеп ултырғандары ла бар. Әммә төрмәгә оҡшаш йәшәү рәүеше, төрлө ғаилә, нәҫел-нәсәбтән йыйылған малай, ҡыҙҙар, ҡырағайлыҡ, тәртипһеҙлек үҙәккә үтеп бөткән. Ябай ваҡиғаға ла ҡыуанып йәшәр ғәмһеҙ, бәхетле бала саҡ ошо һоро стеналарға йәбешеп ҡалырға тейешме ни? Кем ғәйепле? Самира һәр бер баланы күҙ алдынан үткәрҙе: Надяның ата-әсәһе эскесе, ҡыҙыҡай нисә йылдар уларҙың төҙәлеп килеп алыуҙарын ышанып көтә, Ленар исемле малай күп балалы ғаиләнән, яҡындарының битарафлығы арҡаһында ике бәләкәй туғаны аслыҡтан ятып үлгән, урманда берәй аҙыҡ табылмаҫмы тип бәшмәк, еләк йыйып йөрөгән өлкәнерәк апаһын ағас баҫҡан, хәҙер инвалид булып ултыра, ағаһы хәбәрһеҙ юғалған. Егет ҡорона инеп барған үҫмер ҙә бындай йәшәү рәүеше менән килешә алмай, һаман күңел төбөндә өмөт осҡондарын һүндермәй. Эскесе яңғыҙ әсәнән туҡмалып, хеҙмәтсе урынына көн күргән Лилиә һуң, бахырҡай. Суд приставтары көсләп килеп алғанда ла, әсәһенән айырылырға теләмәй бөтә көсөнә ҡаршылашҡан. Хәҙер уның өсөн кешеләр йыртҡысҡа тиң зат, бер кемде лә күрә алмай нәфрәтләнә. Йәшенеп кенә тәмәке көйрәтергә, эсергә әүәҫләнә барған Владик наркомандар ғаиләһендә тыуған. Тәрбиә йоғонтоһона бирелмәй, бар белгәне этлек ҡылыу. Балалар йорто тип исемләнгән бина үҙ эсенә һәр төрлө яҙмышлы, холоҡло бәләкәй кешеләрҙе һыйғыҙған. Һәр ҡайһыһын уйлап, аңлап та бөтөрлөк түгел. Бер мәғәнәһеҙ, маҡсатһыҙ тормош. Эс сереңде һөйләрҙәй, күңел кисерештәрең менән бүлешерҙәй, иркәләнерҙәй яҡындарың да юҡ. Һөйөү, наҙға сарсаған һары йөҙлө, моңһоу күҙле балалар тилмерешеп мөғжизә көтә. Уллыҡа, ҡыҙлыҡҡа килеп алыусы булмаҫмы тип тәҙрә төбөн тапай.
                  Самира ғына бер кемде лә көтмәй. Ул бер ваҡытта ла иң ҡәҙерле “әсәй”, “атай” һүҙҙәрен сит кешегә әйтмәйәсәк, алырға теләһәләр ҙә бармаясаҡ. Тиҙҙән балалар йорто ишеген тыш яҡтан ябып, билдәһеҙлеккә ҡарай юл тотасаҡ. Туйҙы ул, ялҡты. Бер туҡтауһыҙ теңкәһенә тейгән Әлфиә лә күңелһеҙ йәшәйешкә үҙ өлөшөн индереп йонсота. Ҡыҙҙарҙы ҡотортоп Самиранан ситнәтә, арлашып маташҡандарға туҡмау менән янай. Күберәк китап уҡып үҫеп килгән Самира былай ҙа кешегә артыҡ ылығып бармай, роман, хикәйәләр уны оло тормошҡа әҙерләй, тәрбиәләй. Башында уралған күп кенә һорауҙарға яуапты ла тоғро дуҫтары - китаптар бирә. Үҙ көнөн үҙе күреп йәшәй башлаһа, еңелерәк булыр тигән уй тыуа уға. Әҙме-күпме ғүмерендә сынығып өлгөргән, һынмаған ҡыҙ ныҡышып йәшәйәсәген күҙҙаллай, бирешмәйәсәк, төшөнкөлөккә лә бирелмәйәсәк, әсе яҙмышына үс итеп алға барасаҡ, бәхетенә, моратына барыбер ирешәсәк.
                  Киске аш ваҡыты етте. Танһыҡ ризыҡҡа тейенә алмаған йәтимдәр, барынса ҡорһаҡ тултыра ла, шуның менән вәссәләм. Ашханаға Самира иң аҙаҡтан ғына инде. Ишектән күренгәс тә Әлфиә, уны уратып алған ҡуштанбикәләре шарҡылдап көлөргә тотондо. Иғтибар бирмәҫкә тырышҡан Самира тәғәйен урынына барып ултырҙы. Ни күҙе менән күрһен - ашының өҫтөндә йыбырлашып тараҡандар йөҙөп йөрөй. Тантаналы көлөшөүҙең сәбәбе ошонда ҡоролған икән. Аслыҡтан ашҡаҙаны ҡырып һыҙлаһа ла, ҡыҙ ғәрләнеп тороп китте. Юҡ, еңелергә түгел. Самира әкрен генә баҫып Әлфиә эргәһенә килде лә, ҡапыл ғына тәрилкәһен күтәреп башына ҡойҙо. Быны көтмәгән яуыз ҡысҡырынырға тотондо. Ҡайнар аш әҙ-мәҙ һыуынып өлгөрһә лә, Әлфиәнең йөҙө урыны менән ҡыҙарып сыҡты. Тауышҡа Гүзәл Ибраһимовна килеп етте.
                  • Ниңә зыҡ ҡубаһығыҙ? - тип екеренде ул. - Тыныс ҡына ултырып ашай ҙа алмайһығыҙмы?
                  • Гүзәл Ибраһимовна, беҙ вис матурлап ашарға ултырғайныҡ, мынау ненормальный бер юҡта килеп башыма аш ҡойҙо! - тип илауларға кереште Әлфиә.
                  • Был дөрөҫмө?
                  • Самира принципҡа барып өндәшмәне.
                    • Дөрөҫмө, юҡмы тим һинән?! Миңрәүләндеңме әллә?
                    • Апай, Самира үҙе ғәйепле, - тиештеләр ҡалғандары.
                    • Ул үҙенең ашына тараҡандар һалды ла, минән күрҙе. Ә мин спокойно ашап ултыра инем, - тип алдашты Әлфиә.
                    • Тәк, һин йүгер медсестраға. Ә һин әйҙә минең менән, - тип бойорҙо Самираға.
                    • Гүзәл Ибраһимовна бейек үесәле туфлиҙарын ҡыйшаңлата баҫып дарҫ-дорҫ атлап китте. Самира шым ғына күҙәтеп арттан эйәрҙе.
                      • Һин теге ваҡыттағы киҫәтеүҙе аңламаның буғай. Йә нимә тигәйнем әле һиңә? Самира, телеңде йотоп ултырма! Нимә тигәйнем, ҡабатла!
                      • Иҫләмәйем.
                      • Һин һантыйға һалышып ултырма. Мине ҡыҙҙырырға уйлайһыңмы? Ни эшләп гел генә Әлфиә менән булышаһың ә?
                      • Мин булышмайым.
                      • Һин булмай, Пушкинмы әтү?! Теге ваҡыт сәсенән һөйрәкләп йөрөттөң, әле килеп башын ашҡа бешерҙең. Был - енәйәт! Ә һин беләһеңме, мин бит психушкаға ла оҙатырға могу. Әгәр унда эләкһәң, уҡырға ла инә алмаясаҡһың.
                      • Гүзәл Ибраһимовна…
                      • Нимә мыймылдайһың, мин кисә лә Гүзәл Ибраһимовна инем, иртәгә лә Гүзәл Ибраһимовна буласаҡмын, ә һин иртәгә кемгә әйләнерһең икән ә, ен ҡыҙыҡай? Алып кил һүрәттәреңде. Башта һинең ненормальный рәсемдәреңде психологка күрһәтәм, аҙаҡ яғам!
                      • Улар минең берҙән-бер изге әйберҙәрем. Мин уларһыҙ йәшәй алмайым.
                      • Шулаймы ни? Ә мин һинең ауыртҡан урыныңды былай ҙа белә инем. Ҡайҙа уҡырға инергә самалайһың?
                      • Рәссам булырға ине иҫәп…
                      • Считай һиңә юл ябыҡ. Гел минең сменала эш боҙаһың. Минең бөтә хеҙмәтемә бысраҡ өйәһең. Минән изгелек көтөрмөн тип өмөтәләнәһеңме? Башта Әлфиәнән ғәфү үтенәһең. Иртәгә психологка күрһәтәбеҙ.
                      • Үҙе зыян күрһәткән кешенән мин ғәфү үтенмәйәсәкмен.
                      • Телең оҙоная башланы шикелле. Ҡыҫҡартырбыҙ. Киттек, как миленькая ғәфү үтенәсәкһең.
                      • Бите ҡыҙарып-бүртеп ултырған Әлфиә үҙенең хакимлығын йөҙөнә сығарып хәйләкәр күҙҙәрен йызлатып ҡаршы алды.
                        • Самира һинән ғәфү үтенергә килде, - тине тәрбиәсе ишектән инеү менән.
                        • Ғәрлегенән тамағына төйөр тығылған Самира ҡыҙ янына яҡыныраҡ килеү менән лысҡылдатып төкөрҙө лә, сығып йүгерҙе.
                          • Ну, зараза, әле һин шулаймы. Ярар арт һабағыңды уҡытырмын мин һинең, - тип ыҫылданы Гүзәл Ибраһимовна теш араһынан.
                          • Башҡа балаларҙы ентекле тикшереп, ҡайһыларына дауалау курсы яҙып биргән психотерапевт Самираның күҙҙәренә тултырып байтаҡ ҡарап ултырҙы, төрлө һорау бирҙе, һүрәттәрен ҡараны. Ҡырағай, ҡайһы саҡта уйламағанда ҡыҙып китеп, үҙен яҡларға маташҡан Самира өндәшмәҫ булһа ла, Әлфиәнең мутлыҡтарын сисеп бирергә, үҙенең ғәйепһеҙ икәнен төшөндөрөргә тырышты.
                            • Ҡасандан алып һүрәт төшөрәһең? - тип һораны белгес.
                            • Яҡын кешеләремде юғалтҡан осорҙан, - тип яуапланы ҡыҙ.
                            • Ә ниңә бер биттә төрлө рәсем яһайһың?
                            • Минең күңелемә нимә килә, шуны ҡағыҙға теркәйем.
                            • Артабан кем булырға хыялланаһың?
                            • Рәссам.
                            • Яҡшы.
                            • Самира, бына бындағы тәртипкә ҡарап һиңә характеристика яҙасаҡтар. Уҡырға ингәндә был мөһим документ.
                            • Беләм.
                            • Һин бит аҡыллы, төплө ҡыҙыҡай. Төрлө интригаларға бирелмә, иғтибар итмә. Шул һиңә кәңәш. Ә хәҙергә һау булып тор, тәрбиәселәрең менән һөйләшеп алырға кәрәк.
                            • Самира еңел һулап бүлмәһенә китте. Әлфиәнең бөтә этлеге Гүзәл Ибраһимовнаның дежурлығына тура килә, тимәк, ул уны яҡлашҡандарын белеп ҡылана. Ярай, ҡоторһон, ҡасандыр бер Самираның “урамында” ла байрам буласаҡ. Ирешмәйем дә, бирешмәйем дә, тип уйланы ҡыҙ. Рәнйеткән кешеләр үҙҙәре үк башын эйеп уға киләсәк.
                              … Яҙ етте. Сығарылышҡа әҙерләнгән үҫмерҙәр төрлө тойғоларға күмелде: кемдер ҡотолабыҙ тип ҡыуанды, кемдеңдер йән дуҫтарынан айырылғыһы килмәне, кемдер ҡайҙа барырға белмәй шаңҡып ҡалды.
                              Һуңғы көндәрҙе балалар йортонда уҙғарған саҡ. Ошонда йәшәү дәүерендә эстән генә кем дә булһа килеүен Самира барыбер көттө. Мәҙинә өләсәһенең йыраҡтағы балаларының миһырбанлығына ышанды, әммә улары тыуған яҡҡа бөтөнләй юлын һыуытты. Хәйер, уларҙы үҙ ғүмерендә бер-ике генә күреп ҡалды булһа кәрәк, уныһы ла сабый саҡта.
                              • Самира, һиңә килгәндәр, - тине тәрбиәсе Зәлифә.
                              • Кем?- ти һалды ҡыҙ нисә йылдар көткән һүҙҙәрҙе ишетеп аптырап.
                              • Бер апай.
                              • Йөрәге атылырҙай булып типкән Самира тынысланырға тырышып, һәүетемсә генә аҫҡа төшөп китте.
                                • Самира, ҡыҙым, һаумы? - тип ҡосаҡларға маташты Мәликә.
                                • Һин?!
                                • Эйе, килдем әле. Һуңлап булһа ла килдем. Ҙурайып, тағы ла матурланып киткәнһең.
                                • Самира ситкәрәк барып баҫты ла, сөм-ҡара күҙҙәре менән өтөп ҡараны.
                                  • Ниңә килдең?
                                  • Алып ҡайтырға.
                                  • Һинең бит алкаш ирең, өс балаң башыңды ҡаңғырта, миңә, артыҡ башҡа, урын бармы ни?
                                  • Баҙыҡланып, уҫалланып киткәнһең, әйгенәм.
                                  • Тормошом өйрәтте. Һин илтеп тыҡҡан йорт өйрәтте. Уҫал кешеләр оҡшамаймы ни?
                                  • Самира, ҡыҙым…
                                  • Мин һиңә бер ниндәй ҙә ҡыҙым түгел!
                                  • Мине лә тормош күп нәмәгә өйрәтте. Теге эскесе тамам хәлемде алды. Үҫтергән балаларым тәртипһеҙләнде. Сәғитем атаһына оҡшап уйынға сыҡҡан һайын эсә, үткән айҙа клубтың тәҙрәләрен, ҡоймаларын ватып ҡайтҡан. Хәҙер түләргә ҡушалар. Аҡса былай ҙа юҡ. Азатым армияға китте. Зәлиәне ныҡ иркәләгәнмен, белгәне затлы кейем таптырыу. Әле мәктәптә генә уҡый, таң тишегенә хәтлем урам ҡыҙыра, тыңламай. Ҡыҙыулығым менән һине юҡҡа быраҡтырҙым. Үкенәм, - Мәликәнең күҙҙәрендә тулышып торған күҙ йәштәре сөбөрҙәп бите буйлап аҡты. - Бабайың балта менән баҫтырғанда, ҡайҙа барып етә алам, шуларға инеп йәшенәм. Йәтим баланың рәнйешен алдың, үҙең ғәйепле ти ауыл халҡы. Ҡайт инде, Самира.
                                  • Алты йыл эсендә йөҙөн бураҙналап сыҡҡан һырҙарына ҡарағанда, Мәликә инәһе ысынлап хәсрәтте күп күргән. Самира уны эстән генә әҙерәк йәлләһә лә, үсе ҡанып ҡалғанын тойҙо.
                                    - Мине һигеҙ йәшемдән батрак итеп эшләттегеҙ, бер киҫәк икмәгегеҙҙе йәлләнегеҙ, тарһындығыҙ. Хәҙер мин кәрәкме?Атайым, әсәйем иҫән булһа, ошо рәүештә йәшәмәҫ инем. Мин дә ҡәҙерле, бәхетле бала һаналыр инем. Минең өсөн һинең өй ишегең мәңгелеккә ябыҡ. Рәхмәт дәүләткә, ҡараны, үҫтерҙе. Ғәфү ит, инәкәйем, хәҙер нисек тә үҙем тырпырармын. Балалар йортона тапшырыуың өсөн дә ҙур рәхмәт. Күп нәмәгә өйрәттеләр. Бер генә үтенесем бар минең - башҡаса бер ваҡытта ла күҙемә күренмә.
                                    Самира боролоп китеп барҙы. Стенаға һөйәлгән Мәликә байтаҡ һеңгәҙәп тора бирҙе. Һуңғы өмөтө, ышанысы селпәрәмә килде.
                                    Ҡырыҫ Самира ныҡ үҙгәргәйне шул. Ҡаты бәғерле лә, үсле лә түгел ул, эсендәген тышына сығарырға, әйтер һүҙен ярып әйтергә өйрәнде. Кемдер этлек эшләп, күңелен ҡыйырһыта икән, ул ниңә башҡаларҙы ҡайғыртырға тейеш?
                                    Йәйге ялын Самира балалар лагерында һауыт-һаба йыуып уҙғарҙы. Күҙ төбәп барыр ере юҡ, ә бында ваҡытлыса булһа ла үҙ мөйөшөң, әҙер аш-һыуың бар. Пединституттың нәфис графика бүлегенә уҡырға инергә әҙерләнә, күптәнге хыялы тормошҡа ашһа, яратҡан шөғөлө буйынса эш эҙләйәсәк.
                                    Имтиханға апаруҡ кеше йыйылғайны. Ишек төбөндә эркелешкән халыҡ араһында абитуриенттарҙан тыш балаһы өсөн хафаланған ата-әсәләр, мораль ярҙам күрһәтергә тырышҡан дуҫ-иштәр күҙгә бәрелә. Ят ерҙә Самира ҡаушап ҡалып, бер мөйөшкә барып һырылды. Ҡайһылай ҙур бина. Тегеләй-былай үткеләп йөрөгән уҡытыусылар үтә етди ҡиәфәттә, бөтәһе лә оло аҡыл эйәләрен хәтерләтә. Стеналарға тиклем белем еҫен һеңдергән кеүек тойола. Бер рәт булып теҙелгән бөйөк рәссамдарҙың портреттары Самираға яғымлы ҡараш ташлаған, фатихаһын биреп, ышаныс бағлаған кеүек.
                                    Бөтәһе лә уңышлы үтте. Ҡыҙыҡай тейешле балды йыйҙы. Уҡырға инеүселәр теҙмәһендә үҙенең исем-шәрифен күреү баш етмәҫтәй еңеүгә тиң ине. Шул саҡ ситтә илаулашып торған ҡыҙҙарҙың тауышы иғтибарын йәлеп итте.
                                    - Иламағыҙ, әллә ниндәй система бит беҙҙең илдә. Өйөрлө әтрәғәләмде йыйып ултырталар ҙа, бынамын тигән одоренный балаларҙы күрмәйҙәр, - тип лауылданы бер әсә. - Бал йыя алмаһалар ҙа иң башта йәтимәктәрҙең документтарын ҡабул итәләр, һуңынан блатнойҙарҙыҡын. Беҙҙең “әндрәй ҡаҙнаһы” булмағас йөрөйбөҙ инде хәйерселәнеп. Гәзиткә яҙам мин ошо хаҡта. Ғәҙелһеҙлекте бөтөрһөндәр, түрҙә ултырып бер нәмә күрмәйҙәр әтү!
                                    Ҡатындың ярһыуы Самираға ла күсте. Йәтимдәргә ҡағылышлы һүҙҙәре күңелен ҡуҙғатып ебәрҙе, ләкин өндәшмәне, түҙҙе. Шул арала күңелендә йыйылған әллә күпме һүҙҙәрҙе эсенә йотоп, был тирәнән тиҙерәк китә һалыу яғын ҡараны.
                                    … Яңы мөхит, уҡыу, студент тормошо, дөйөм ятаҡ. Самира тәүге көндәрҙән үк бөтә тырышлығын һалды. Рәссамлыҡтың ул белмәгән иҫ киткес серҙәре бик күп икән дә? Ябай ҡәләм, бумала, буяуҙар менән мөғжизәнең ниндәйен генә тыуҙырып булмай имеш. Үҙенә күрә тәртибе бар, ҡағиҙәләре етерлек. Балалар йортонан һуң яңы тормошо менән сикһеҙ ҡәнәғәт ине Самира. Бында бөтәһе лә ижади кешеләр, төрлө төбәктән килеп уҡыусылар менән әңгәмәләшеүе ҡыҙыҡ, араларында конкурстарҙа ҡатнашып бәләкәй еңеүҙәргә өлгәшкәндәре бар. Самира күп ваҡытын институтта үткәрҙе, спорт, бейеү түңәрәктәренә яҙылды, китапхананан алып ҡалын романдар уҡыны. Ҙур ҡала ла үҙенең матурлығы, сағыулығы менән арбаны. Теләйһең икән театр, киноға бар, институтта ла төрлө мәҙәни саралар йыш үткәрелә. Самира бөтә студенттар менән тигеҙ аралашты. Өсөнсө курсҡа еткәндә һөрмәләнеп торған үткер ҡара күҙле ҡыҙ ҡайһы бер егеттәрҙең башын әйләндерерлек булып тағы ла сибәрләнде. Рәссамлыҡ серен төшөнөүгә бөтә көсөн һалған Самира уларға бөтөнләй иғтибар бирмәне. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр бөтәһе лә бер ғаилә балалары тип үҫкәнгәме, бындағы студенттар ҙа туған кеүек тойолдо. Шул егеттәрҙең береһен үҙенә ҡарата алмай йонсоп, Самиранан ҡыҙғанған Зилә ни ҡылырға белмәй аҙапланды. Оҙаҡ уйлана торғас, уның менән нығыраҡ дуҫлашып ышанысын яуларға, ә һуңынан берәй әмәлен табып, аҡтан-аҡ, пактан-пактар исемлегенән һыҙып бәрергә, тигән ҡарарға килде.
                                    Икеһе ике ҡараш менән йәшәгән ҡыҙҙарҙың ҡапыл әхирәтләшеп китеүе күптәргә ҡыҙыҡ ине.
                                    - Юҡҡа уның менән бәйләнәһең, Самира, аҫтыртын бит ул Зилә, - тиештеләр бер төркөмдә уҡыған ҡыҙҙар.
                                    Тик ҡыҙсыҡ был һүҙҙәрҙе ҡолағына элмәне.
                                    • Аҫтыртын булып та мине нимә эшләтә ала, юлын киҫмәгәнмен, этлек ҡылмағанмын, - тине ул тыныс ҡына.
                                    • Ҡырлас танаулы, йәшкелт ҡыҫыҡ күҙле, оҙон керфекле, һылашып ятҡан һоро сәсле Зиләгә студенттар әллә ҡыҙыҡ күреп, әллә ысынлап шул милләткә оҡшатып “француженка” тигән ҡушамат таҡҡайны. Үҙенә күрә тәкәббер, маһайыусан ғына ҡыҙыҡай егеттәр эргәһендә ҡыйлансыҡланырға, иғтибар уртаһында булырға ярата, әммә был - уйын, сөнки йөрәге фәҡәт бер кеше өсөн генә яна. Ә ул Зиләгә боролоп та ҡарамай, Самираға ғишыҡлы ҡараш ташлай. Дошманыңды еңергә теләһәң, уның менән дуҫлашырға кәрәк.
                                      • Сәләм, Самира. Ой, ну тағы шул китаптарына тексәйеп ултыра. Әйҙә берәй ерҙә йөрөп киләйек, - тип килеп инде “француженка”.
                                      • Тороп тор әле, хәтәр ҡыҙыҡ урынға барып еттем, - тине Самира айырыла алмай.
                                      • Кит бынан, тапҡан ҡыҙыҡ. Әйҙә. Дөйөм ятаҡтың һаҫығын еҫкәп ятҡансы, күңел асып алайыҡ.
                                      • Зилә, башҡа ваҡыт.
                                      • Самира, мин бүлмәнән сыҡмайым, ошонда тик ултырасаҡмын, барыбер ҡалдырмайым.
                                      • Фуу, ниндәй хушбуй һөрттөң ул, танауҙы өтөп бара? “Француженка” тигәс тә.
                                      • Бер магазинда ғына һаталар, әйҙә күрһәтәм. Ну, Самира, нәмә шул китабыңа төбәлеп тик ятаһың. Кейен.
                                      • Ярар һуң.
                                      • Наконец то. Яман инәлтергә яратаһың, шундуҡ ҡына ризалашһаң, ваҡыт әрәм итеп ултырмаҫ инек.
                                      • Зилә исем өсөн Самираны бер-ике магазинға индереп сыҡты ла, өгөтләп кафе-барға алып китте.
                                        • Зилә, әйҙә аҡса туҙҙырмайыҡ, - тигән булды Самира ғүмерендә беренсе тапҡыр бындай урынға эләккәс.
                                        • Кит әле, юҡты һөйләмә. Әҙерәк кенә ултырабыҙ ҙа ҡайтабыҙ. Һайла, ниндәйен алабыҙ? - тип һораны Зилә кәштәләге шешәләргә төртөп.
                                        • Мин эсмәйем.
                                        • Да ну. Һиңә ун һигеҙ йәш, ә һаман бала-саға һымаҡ йөрөйһөң. Ҙурайырға уйлайһыңмы, юҡмы?
                                        • Үҙең ҡара, мин белмәйем, - тине лә Самира, кеше күреп ҡалмаһын тигәндәй, яҡ-яғына ҡаранып буш өҫтәлгә барып ултырҙы.
                                        • Кафе-барҙа йөрөп өйрәнгән “француженка” бер ниндәй уңайһыҙлыҡһыҙ ике шешә һыра һатып алды. Үҙен бик ышаныслы тотҡан әхирәте янында Самира ҡаушап ҡалды.
                                          - Әйҙә, Самира, беҙҙең дуҫлығыбыҙ өсөн эсәйек. Ниңә элгәре һине абайламағанмындыр, сразу оҡшаның. Гел бергә булайыҡ.
                                          Һүрәт төшөргәндә һығылып-бөгөлөп торған Самираның ҡулдары бөгөн ҡатҡан ағас кеүек тыңлашмай, ҡалтырай-ҡалтырай ҙур стаканға үрелде.
                                          Ят, әсе шыйыҡса шул тиклем тәмһеҙ, сирҡаныс ине.
                                          - Эс, эс. Ул тәүҙә генә шулай тойола, аҙаҡ өйрәнәһең ул. Миңә лә башта оҡшамағайны.
                                          Һүҙгә оҫта Зилә тәтелдәп яңы “әхирәтен” өгөтләй-өгөтләй эсерҙе. Хәйер, еңелсә башы әйләнеп, иләҫләнеп киткән Самира һуңға табан артыҡ ҡыҫтатманы ла. Һыра шауҡымынан аңлашылмаҫтай ләззәт кисереп, күңеле тулышты, берсә илағыһы, берсә көлгөһө килде. Ҡыҙҙар үткән тормош, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп ултырҙы. Самира өсөн был онотолмаҫтай мәлгә тиң ине. Зилә күңелен өйкәп торған һорауҙарын бирергә ваҡыт еткәнен аңланы.
                                          • Ҡара әле, һине дүртенсе курстағы Булат менән йөрөй тип ишеткәйнем. Шул дөрөҫмө?
                                          • Кем әйтә ул? - тип ихлас көлөп ҡуйҙы Самира.
                                          • Бөтәһе лә.
                                          • Юҡсы. Беҙ уның менән дуҫтар ғына.
                                          • Ул һиңә оҡшай ивет?
                                          • Әлләсе. Булат ҡыҙыҡ әңгәмәсе, ышаныслы дуҫ.
                                          • Зилә был яуапты үҙенсә аңланы, тимәк ҡыҙыҡайҙа ла ут ҡабынған. Ярай. Ялҡынды һүндерерҙәй ысулдар бөтмәгән әле.
                                            Зилә менән аралашҡаны бирле, Самираның уҡыуы һиҙелерлек һүлпәнәйҙе. Ҡаралы-аҡлы бала сағынан һуң дискотека, кафе-барҙа күңел асыу ҡыҙға бығаса таныш булмаған сағыу тормош булып күренде. Һин - иреклеһең, үҙеңә үҙең - баш, үҙеңә үҙең түш, тигәндәй. Юҡ, Самира тамам юлдан яҙып, Зиләнең арбаһына ултырманы, мөһим маҡсаты - уҡыуҙы ла онотманы. Яңынан-яңы дуҫтар менән танышыу, күңел-сафа ҡороу арҡаһында кителгән күңеленең әллә ниндәй ҡәнәғәтлек менән тулыланыуын татып ҡыуанды.
                                            Зилә Самираның ышанысын тамам яулап алыуына инанды. Бөгөн ул моратына ирешәсәк. “Француженка” яһалма дуҫының булмаған тыуған көнөн билдәләү ниәте менән буш фатирҙа мәжлес үткәреүҙе хәстәрләне. Иптәш егеттәр менән сценарий һөйләшелгән.
                                            Ҡышҡы сессия тамамланыуға барған мәл. Студенттарҙың күбеһе тиҙҙән өйҙәренә ҡайтып, рәхәтләнеп ял итәсәктәрен күҙҙаллап һөйөнөп йөрөй. Уҡыу еңел эш түгел шул, йонсота, бер яҡтан сәнғәт һәм графика бүлеге шул тиклем мауыҡтырғыс. Тәбиғи һәләттән тыш, махсус белем барыбер кәрәк икән. Самираның һүрәттәре иҫ китмәле. Яңыраҡ ирекле темаға төшөргән рәсемен педагогтар йыйылышып тикшерҙе. Алғы пландың уң яғында ярылып ятҡан ҡарағусҡыл ер, өҫтөндә шиңә башлаған көрән сәскәләр, һул яҡта йәшел бәрхәтле үләнде ярып аҡҡан шишмә, арттараҡ, күктә, һөйөү тулы ҡарашлы әсә күҙҙәре һәм ҡулдары, уға үрелгән ҡыҙ бала һыны. Аҙаҡ ҡаялы тауҙар теҙелгән. Йыраҡта төрлө төҫкә мансылып емелдәгән офоҡ, алһыу нурҙарын һуҙған ҡояш. Институтта бындай һүрәттәрҙе өнәмәйҙәр, күберәк портрет, пейзаж, натюрморт яҙалар. Самираның донъяға ҡарашы бөтөнләй икенсерәк, ижады башҡаларҙан ныҡ айырыла. Яңы алымдар ҡулланыуын хуплаған уҡытыусыларҙан маҡтау һүҙҙәрен ишетеү уны ҡанатландырып ебәрҙе. Артабан да тырышырға кәрәк, илке-һалҡы йөрөүҙән фәтүә сыҡмаҫ, уҡыу йортонан да ҡолаҡ ҡаҡһа, теләгән һөнәренә эйә булмаһа, йәшәүҙең бер мәғәнәһе лә ҡалмаясаҡ, тип уйланды ҡыҙ баҫҡыс буйлап төшөп барғанда.
                                            • Әһә, таптым бит үҙеңде. Ну чё, һине маҡтағандар тип ишеткәйнем, маладис, - тип артынан ҡыуып етте Зилә. - Бындай ҡаҙанышты буш ҡалдырырға ярамай, әйҙә бөгөн танцы-манцыға барып киләйек, икәү генә.
                                            • Юҡ, ундай теләгем бөтөнләй юҡ, - тип ҡырт киҫте Самира.
                                            • Кит инде. Самирочка, мин бит тиҙҙән каникулға һыпыртам, әйҙә. Ҡасан күрешәбеҙ әле.
                                            • Кистәрен күңелһеҙ хәтирәләргә бирелеп ятҡансы нигә сығып әйләнмәҫкә.
                                              • Әйҙә һуң, - тип ризалашты ҡапыл Самира.
                                              • Гел шул инәлтергә яратаһың, сибәр булғанғалыр инде, -тип еңелсә сәнскеләп алды Зилә.
                                              • Һин дә матурһың. Бушҡа ғына француженка булып йөрөмәйһеңдер бит, - тип йылмайҙы әхирәт.
                                              • Ҡыҙҙар биҙәнеп, яһанып мәҙәниәт һарайына йүнәлде. Тышта шундай рәхәт, ябалаҡлап ҡына ҡар яуа. Шау-гөр килгән машиналарҙы исмаһам бер минутҡа ғына туҡтатып торһаң икән. Ап-аҡ мамыҡ-ҡарға төрөнгән ағастар һиллектә, тыныслыҡта бер аҙ рәхәтләнеп ойор ине. Ижади күңелле Самира һуңғы ваҡытта бөтә нәмәгә иғтибар бирә, уйлана. Яңғыҙлыҡты тойоуы ауыр уға. Студенттарҙың оҙайлы ялға, каникулға ҡайтып китеүҙәрен ауыр кисерә. Театр, кино ваҡытлыса тәьҫорат ҡалдыра ла ул, ә артабан? Артабан ҡәҙимге тормош менән ҡаңғыра, яңынан-яңы картиналар тыуҙырып, йөрәк әрнешен баҫа.
                                                Йәштәр менән лыҡма тулы дискотека залы яңғырауыҡлы музыканан даңҡ-доңҡ килә ине. Кәйеф күтәрерлек кенә тип Зилә эсемлек алырға ла онотманы.
                                                Ҡыҙҙар бер туҡтамай бейене. Зилә ара-тирә килешле генә хәрәкәт яһаған Самираның һомғол кәүҙәһен күҙәтте. Көнләшеү тойғоһо бөтә булмышын кимерҙе. Ниһайәт, эргәләренә ике егет килеп баҫты.
                                                • О-оо, Роберт, сәләм! Лёха, һин дә бындамы ни?
                                                • Зилә икеһен дә ҡосаҡлап алды.
                                                  • Самира, таныш бул. Был егеттәр минең күптәнге таныштарым. Байтаҡ күрешкәнебеҙ юҡ.
                                                  • Зиләнең ҡырым сиреүе таныштарына өйрәнеп бөткән Самира артыҡ иғтибар бирмәне, йылмайып ҡына ҡуйҙы, уны мәсхәрәләргә ҡоролған сценарийҙың башланыуын ул әлегә белмәй ине шул.
                                                    Зилә ситкәрәк китеп егеттәр менән нимә хаҡындалыр һөйләште. Бер аҙҙан:
                                                    • Самира, беләһеңме ниндәй ҡыҙыҡ хәл килеп сыҡты? - тине ул майлы күҙҙәрен төбәп. - Бөгөн Роберттың тыуған көнө имеш, мин дә онотҡанмын. Һөйгәне килә алмаған, ә өйҙә өҫтәл әҙер. Меҫкен егет кәйефһеҙ генә йөрөп ята. Беҙҙе ҡунаҡҡа саҡыра. Әйҙә әҙерәк ултырып ҡайтайыҡ.
                                                    • Кит һин нәмә? Мин бер ҡайҙа ла бармайым.
                                                    • Ну вот, гел шулай ҡыланаһың. Кешегә бит ҡыйын.
                                                    • Булһа һуң, минең унда ни эшем бар.
                                                    • Әйҙә, Самира. Бер үҙемдең генә барыуымды теләйһеңме?
                                                    • Һин дә барма.
                                                    • Ҡыҙыҡ ҡына һин. Дуҫты выручать итергә кәрәк. Ҡара нисек көйәләнә.
                                                    • Миңә тимәгәйе, ятып дөрләһен.
                                                    • Самира, иртәгә икебеҙҙең дә имтиханыбыҙ юҡ. Институтҡа бармайбыҙ. Әллә ниндәй ауыр кешеһең. Әҙер мәжлестән баш тарталармы ни? Ул бит ысын күңелдән саҡыра
                                                    • Зилә, аңла. Минең бер ҙә күңелем тартмай. Анау Лёха тигәнеңдең күҙҙәренә ҡара әле, бүренеке кеүек. Улар миңә төрмәнән сыҡҡан кешеләрҙе хәтерләтә.
                                                    • Алйотланма. Улар бына тигән егеттәр.
                                                    • Шунан, бүләкһеҙ-ниһеҙ бармаҡсы булаһыңмы?
                                                    • Ниндәй бүләк ти ул. Беҙ үҙебекҙ ещё какой бүләк.
                                                    • Хыялый.
                                                    • Самира, йә тиҙ бул.
                                                    • Зилә, зинһар аптыратма мине. Мин ятаҡҡа ҡайтам.
                                                    • Ҡайт та шул һаҫыҡ ятағыңа. Йөрө шулай яңғыҙың тилмереп.
                                                    • Зилә, һин миңә һүҙ әйтергә ирек бирмәйһең.
                                                    • Мин аңланым инде былай ҙа. Бер үҙемдең барыуымды теләйһең. Әхирәт тоже мне. Рәхмәт.
                                                    • Зилә, тороп тор.
                                                    • Бараһыңмы, юҡмы?
                                                    • Шул арала Роберт менән Алексей килеп ҡушылды.
                                                      • Самира, һый менән тулы өҫтәл әҙер. Ә тыуған көндө билдәләргә кеше юҡ. Мин һеҙҙе саҡырам, - тине Роберт.
                                                      • Самираның был ҡунаҡҡа һис күңеле тертманы, әммә беренсе тапҡыр үҙ-үҙенә буйһонмай, кеше күңелен күрергә булды.
                                                        Мәҙәниәт һарайынан сығып барғанда Самира Зиләгә пышылдап ҡына:
                                                        • Бел, Зилә, берәй хәл була ҡалһа, һин генә ғәйепле буласаҡһың.
                                                        • Троллейбусҡа ултырған йәштәр байтаҡ ҡына ара үтте. Былай ҙа шикләнгән Самираға Йәһәннәмгә, Ер сигенә, барып еткән кеүек тойолдо.
                                                          Тирә-яҡ тын. Шөҡәтһеҙ генә бейек йорттар бер-береһенә йығылырға торған шәүләләрҙе хәтерләтә. Унда-бында тәҙрәләрҙә ут яна. Эх, шуларҙың береһенә инеп ҡасһаң икән. Әллә ни эшләп яндырайланып бынауы сит әҙәмдәргә эйәрҙе лә киттесе. Шаталаҡлығы йөҙөнә сыҡҡан ҡотортҡос Зилә менән дуҫлаша торған зат инеме ни ул? Әсе бала саҡты үткәреп, балалар йортонда ҡаты тормош һынауҙарын үтеп, ошондай йәшәү рәүешенә ынтылдымы?Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә зәһәр һыуҙың, тәмәкенең тәмен татып өлгөрҙө. Ҡолдарына әүерелмәне, әммә тыйылған сиктәрҙе аша атлап сыҡты. Ихтыяр көсө етмәнеме, әллә эсе тулы хәсрәтте батырырға теләнеме? Фатирға барып ингәнсе, Самираның башында үкенесле уйҙар буталды. Бығаса өндәшмәй барған Алексей, ҡорбанын ҡапҡанға эләктергән һунарсылай, дәртләнеп һүҙ ҡушты:
                                                          - Давай, пальтоңды элешәм.
                                                          Янып торған зәңгәр күҙле егеттең ҡарашы Самираныҡы менән осрашты.
                                                          - А ты ваще такая красотка, - тине ул йылмайып.
                                                          - Э-эй, бәйләнмә ҡыҙыҡайға, - ти һалды Роберт.
                                                          Зилә залға үтеп, үҙе көндөҙ әҙерләп киткән өҫтәлде маҡтап:
                                                          - Ой, егеттәр, һеҙ шулай аш-һыуға ла оҫтамы ни? Әлдә килгәнбеҙ, Самира, ҡарале, нимә генә юҡ?
                                                          Ғүмерендә ҡунаҡҡа йөрөмәгән Самира уңайһыҙланып ҡына түргә үтте.
                                                          Рәхмәт, ҡыҙҙар, килгәнегеҙ өсөн, - тине Роберт, рюмкаларға араҡы ҡойоп.
                                                          - Миңә һалмағыҙ, - тине Самира.
                                                          - Ну ты че, улай булмай. Как эт так, беренсегә килеп, да еще Роберттың тыуған көнө, - тине Алексей.
                                                          Күмәкләп ҡыҫтай торғас, беренсе рюмканы түңкәрттеләр.
                                                          - Беләһегеҙме, Самира - оҫта рәссам, - тип маҡтарға тотондо Зилә.
                                                          - Да ладно? - тиеште егеттәр.
                                                          - Эйе. Уның һүрәттәре матур.
                                                          - Вот талант эйәләренә “зәм-зәм” һыуы бигерәк файҙалы.
                                                          Фантазия үҫешә, - тип ҡеүәтләне Роберт.
                                                          - Уның рәсемдәре генә түгел, үҙе лә прелесть.
                                                          Алексей текләп ҡарауын дауам итте.
                                                          - Ну ка, Леха. Күп ҡарама, күҙең ҡылыйланып китер, - Роберт әйткәндәренән үҙе көлөп ебәрҙе.
                                                          Аслы-туҡлы студенткаға бер-ике йотом эсемлек етә ҡалды. Ниңә шомланырға ихлас ҡына егеттәр, дорфа ҡыланмайҙар. Роберттың ана йөрөгән ҡыҙы ла бар. Юҡ, күңелде алдап булмай, йөрәк тә тынысһыҙ. Иң шәп ысул - иҫергән кешеләй ҡыланыу. Бер аҙҙан Зилә лә, егеттәр ҙә биреште. Теле ныҡлы сиселгән Зилә Самираны ваннаға саҡырҙы.
                                                          - С-с-самира, - тип һүҙен башланы “француженка” тотлоға-тотлоға, - һөйләшәйек әле.
                                                          - Йә.
                                                          Иҫергән Зилә күҙҙәрен бер асып, бер йомоп, яйлап ҡына телмәр тоторға маташты.
                                                          - Һин Булатты яратаһыңмы?.. Бына честно ғына әйт әле.
                                                          - Юҡ.
                                                          - Э-ээ, алдайһың һин.
                                                          - Яратмайым, ысын әйтәм.
                                                          - А че ул гел генә һинең эргәңдә урала? Значит, һине ярата.
                                                          - Зилә, аңла. Беҙ - дуҫтар. Ул тиклем дуҫ та түгел, таныштар. Кисә ул һине һорашҡайны әле, әйтергә онотҡанмын.
                                                          “Француженка”ның йөҙө нурланып китте.
                                                          - Ысынмы?
                                                          - Эйе.
                                                          - Нимә ти?
                                                          - Нимә тиһен. Һине ниндәй ҡыҙ тип белеште.
                                                          - Ә һин?
                                                          - Һәйбәт тинем. Беҙ бит - әхирәттәр. Туҡта әле, һин Булат тураһында икенсегә һүҙ ҡуҙғатаһың. Оҡшаймы әллә?
                                                          - Ну, ну, улай уҡ түгел...
                                                          - Зилә, һин бит уны яратаһың, эйе бит?
                                                          - Шулайыраҡ, ахыры.
                                                          - Ул да һиңә битараф түгел кеүек.
                                                          - Кит, юҡтыр.
                                                          - Зилә, ғашиҡ булғанһың икән, үҙе менән асыҡтан-асыҡ һөйләш. Ул - йыуаш егет.
                                                          - Ҡыҙҙар, сығаһығыҙмы, юҡмы? Баттығыҙмы әллә? Ярҙамлашырға кәрәкмәйме?
                                                          Егеттәрҙең береһе ҡысҡыра-ҡысҡыра ваннаның ишеген шаҡып китте.
                                                          Хәҙер, хәҙер.
                                                          - Самира, ә Булат нимә тип яуап бирер икән?
                                                          - Әллә, эсенә инеп сығып булмай шул.
                                                          - Студенттар араһында күңелеңә ятҡаны бармы? - тип ҡыҙыҡһынды Зилә.
                                                          - Әлегә юҡ. Тәүҙә уҡырға кәрәк. Үҙем шыр йәтим, белемем, эшем дә булмаһа, кемгә хәжәт мин?
                                                          Был әңгәмәнән Зилә айнып киткәндәй булды. Хәмерҙән генә түгел, бығаса яһалма тормош алып барыуынан, Самираның намыҫына тап төшөрөргә йөрөүенән, шикләнеүҙәренән айныны. Эх, иҫәр, иҫәр.
                                                          - Ҡыҙҙар сығығыҙ, хватит! - Роберттың тауышы яңғыраны.
                                                          - Ох! Красотка, иди сюда, - Алексей ҡыйыш-мыйыш атлап Самираға яҡынланы.
                                                          - Руки убери, - ҡыҙҙың уҫал ҡарашы оҡшаманы.
                                                          - Че ты сказала? - ҡәнәғәтһеҙ сырай Самираның беләгенән ыҫып тотто.
                                                          - Леха, теймә уға! - Зилә егеткә барып йәбеште.
                                                          - Нет, я не понял, бабы! Что за цирк?
                                                          Алексей йән көсөнә Самираны стенаға ҡуша һуҡты.
                                                          - Успокойся! - Роберт иптәшен тынысландырырға маташты.
                                                          Зилә танауы ҡанаған Самираны ваннаға индереп ебәрҙе лә, Робертты кухняға саҡырып алды.
                                                          - Роберт, кәрәкмәй. Самираға теймәгеҙ. Беҙ бөтәһен дә асыҡланыҡ.
                                                          Быны ишеткән Алексей:
                                                          - Ты че, супер Франция, ля мур, бонжур что ли? Улай булмай. Кто ты такая бында командовать? Кисә - берҙе, бөгөн икенсене һөйләйһең. Красотканы һин заказывать итмәнеңме ни?
                                                          Самира ҡолағы осона эленеп ҡалған һүҙҙәргә ышана алмай торҙо. Ваннанан сыҡты ла, Зиләгә ташланды:
                                                          - Был дөрөҫмө? Әйт, был дөрөҫмө?
                                                          - Самира, мин бөтәһен дә аңлатам.
                                                          - Һин мине мыҫҡылларға алып килгәнһең! Әшәке, юха йылан! Простушка тип уйланыңмы мине? Бына һиңә, зараза!
                                                          Самира Зиләнең сикәһенә һуҡҡыланы, сәсенән тотоп коридорға һөйрәне.
                                                          - Оп-па, класс! Бабалар һуғыша! - Алексей, ҡулдарын сәпәкәйләп, тамашаны күҙәтте.
                                                          Роберт уларҙы көс-хәл менән айырҙы.
                                                          Самира кейемдәрен, сумкаһын ҡулына эләктергәйне генә, ике егет ике яҡтан барып йәбеште.
                                                          - Теймәгеҙ миңә, йыртҡыстар!
                                                          Самираның тауышы күкрәген ярып сыҡты.
                                                          - Һин беҙҙән былай ғына ҡотола алмаясаҡһың!
                                                          - Егеттәр, теймәгеҙ, зинһар!
                                                          Иҙәндә бөгәрләнеп ятҡан Зилә яҡлашырға маташты.
                                                          - Һинең одолжениең кәрәкмәй, подруга. Тьфу! Ауыҙыңды яп, тибәм әтү, - “француженка”ға бөтә нәфрәт менән аҡырҙы ҡыҙ.
                                                          Иҫерек егеттәр араһында сәбәләнгән Самира ныҡ ярһыны. Айҡаша торғас, тегеләр ҡулдарын ысҡындырҙы. Шул арала ҡыҙ бер-бер артлы икеһенең дә йән еренә типте. Итектәрен, пальтоһын эләктереп, ойоҡсан килеш баҫҡысҡа яҙа-йоҙа баҫып йүгереп төшөп китте.
                                                          Самира байтаҡ ара үтте. Тегеләр генә ҡыуа төшмәһен, ҡәбәхәттәр. Нисек тә юлды яҙлыҡтырырға кәрәк. Бара биргәс, донъя асылып киткәндәй булды. Бәй, ҡала сите икән дә. Самира юл буйында өйөлөп ятҡан ҡарға ултырҙы. Ахылдап йүгерә торғас, тамағы кипкән, хәле бөткән. Көн имшеү генә булһа ла, ҡыш ҡыш инде. Ҡалтырана-ҡалтырана итектәрен, пальтоһын кейә һалды. Еүешләнеп өлгөргән аяҡтары сәңгеп һыҙланы. Ҡайҙа барырға? Сәғәт нисә икән? Ҡыҙыҡай эстән генә үҙен үҙе әрләне. Мажара эҙләү ошолай тамамлана инде, һикерәңләп йөрөмәҫкә ине. Аһ, машина килә. Әллә туҡтарға самалай инде. Күҙҙе сағылдырған фаралар тап уның тәңгәленә килеп туҡтаны. Милиция “УАЗ”игының ишеге асылды.
                                                          • Һаумыһығыҙ! - Эс яҡтан йәш егет тауышы ишетелде.
                                                          • Һа-һау-һаумыһығыҙ, - тине Самира өҫтөндәге ҡарҙы ҡаҡҡылап.
                                                          • Төнгө ҙур ҡалала, дөрөҫөрәге уның ситендә яңғыҙ йөрөргә ҡурҡмайһығыҙмы ни? Тирә-яҡта хулигандар етерлек. Инегеҙ кабинаға.
                                                          • Самираның башҡа сараһы ҡалмағайны. Бер аҙҙан ярһыуы баҫылған күңелен әллә ниндәй битарафлыҡ ялмап алды. Ҡайҙа алып барһалар ҙа, нимә эшләтһәләр ҙә - уға хәҙер барыбер. Шауҡым тәьҫире шул тиклем көслө ине. Әҙерәк бара биргәс, егет тынлыҡты боҙоп һүҙ ҡушты.
                                                            • Мин Дамир булам, ә һинең исемең нисек, һылыуҡай?
                                                            • Самира.
                                                            • Һм, ҡайһылай ҡыҙыҡ, ят исем. Кем ҡушҡан?
                                                            • Өләсәйем һөйләүенсә, атайым һайлаған. Армияла сағында Урта Азиянан килеп хеҙмәт иткән иптәш егетенең әсәһенең исеме тигәйне.
                                                            • Ә атайың ниңә үҙе һөйләмәне?
                                                            • Өлгөрмәй ҡалды.
                                                            • Йылынып киткән Самира тәҙрәгә вайымһыҙ ғына төбәлеп ҡымшанмай, егеткә боролоп та ҡарамай тыныс ҡына ултырҙы. Билдәһеҙ кеше менән ҡайҙалыр алыҫҡа юл тотҡан кеүек уға. Эсендә асыу ҙа, ҡурҡыу ҙа, һағыш та - бер нәмә лә юҡ. Ул әйтерһең һөйләшә белгән йәнһеҙ агрегат, бер ниндәй тойғоға бирелмәй, һорауҙарға тулы яуап ҡына бирә. Был мәл бөтмәҫ тә, дауам да итмәҫ һымаҡ, гүйә ваҡыт туҡтаған. Үткәне лә, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә юҡ.
                                                              • Берәй яҡҡа киттеме ни? - тип һорай ҡуйҙы егет.
                                                              • Китте… Теге донъяға. Бер үҙемде ҡалдырҙылар ҙа, киттеләр.
                                                              • Кемдәр?
                                                              • Әсәйем, атайым, Салауат ағайым… Шунан өләсәйем.
                                                              • Күптәнме?
                                                              • Бәләкәй сағымда.
                                                              • Әле ҡайҙа йыйынғайның?
                                                              • Ятаҡҡа.
                                                              • Уҡып йөрөйһөңмө?
                                                              • Эйе. Рәссам булырға хыялланғайным.
                                                              • Мин икенсе яҡҡа йүнәлгәйнем, әммә башта һине илтеп ҡуям.
                                                              • Рәхмәт.
                                                              • Ҡараңғы булһа ла, Дамир күҙ ҡырыйы менән генә ҡыҙҙы юл буйы күҙәтте. Ятаҡ эргәһенә барып туҡтағас, сос егет түҙмәне, машина эсендәге утты ҡабыҙҙы. Һыу һөлөгө кеүек икән дә юлдашы. Ә күҙҙәре… Оҙон керфектәр менән уратылған сөм-ҡара күҙҙәре иҫте алырлыҡ.
                                                                • Самира, мин һиңә киләсәкмен.
                                                                • Дамир үҙе лә һиҙмәҫтән ысҡындырҙы был һүҙҙәрҙе.
                                                                  Ҡыҙыҡай иғтибар бирмәне, тағы бер рәхмәт әйтеп төшөп китте. Ҡулына килеп ҡунған бәхет ҡошон ысҡындырғыһы килмәне Дамирҙың. Бер күреүҙән ғашиҡ булыуға ышанмаған егет арбалды. Бығаса нисәмә ҡыҙ менән танышты, әммә береһе лә күңеленә инеп ултырманы, ә Самира бөтөнләй икенсе кеше. Артынан сығырға уҡталғайны ғына, рацианан хәүефле сигнал килде. “Барыбер табам мин һине!” - тип үҙ алдына әйтеп ҡуйҙы. “Нимә тинегеҙ? Һүҙҙәрегеҙ аңлашылмай. Ҡабатлағыҙ. Прием.” Рацияның теге осонан ишетелгән һүҙҙәр уны айнытып ебәрҙе. Эш ҡаты.
                                                                  Төнгө дежурлығын тапшырып, өйҙә әҙерәк ял итергә самалаған Дамирҙы йоҡо алманы. Самира… Ҡара һин уны, исемдәр ҙә оҡшаш яңғырай Дамир, Самира.
                                                                  Самираның икенсе курста уҡыған бүлмәләш ҡыҙҙары төштән һуң оҙайлы ялға ҡайтырға сыҡты. Яманһыу булып китте. Самира байтаҡ ҡына тәҙрә аша урамды күҙәтеп ултырҙы. Һаман ҡар яуа.
                                                                  Әкрен генә ишек асылды.
                                                                  • Самира.
                                                                  • Һин? Нимә кәрәк, Зилә?
                                                                  • Ғәфү ит, зинһар, ғәфү ит, ғәфү ит. Мең тапҡыр һорайым. Мин ныҡ яңылыштым.
                                                                  • Бар сыҡ!
                                                                  • Самира, әйҙә, аңлашайыҡ.
                                                                  • Имен сағыңда сығып ҡотол, юғиһә мин үҙем өсөн яуап бирмәйем!
                                                                  • Нәмә эшләтһәң дә ризамын. Кисәге хәлде деканға ғына һөйләй күрмә, зинһар, бер кемгә лә һөйләмә!
                                                                  • Ах, хәсис, минең исемемде бысратырға теләүең етмәгән, оялмай килептереп үҙ артыңды ҡайғыртаһыңмы? Һин француженка түгел. Һин - Наполеон Банопарттың үҙе икәнһең!
                                                                  • Самира, аңла. Мин тәү сиратта һинең менән һөйләшергә килдем. Беҙ бит әх…
                                                                  • Юҡ, беҙ дошмандар! - тип бүлдерҙе Самира. - Һеңдереп ҡуй. Аңлауымса, беҙ бер ваҡытта ла әхирәт булмағанбыҙ. Һин минең намыҫыма тап төшөрөргә план ҡорғанһың, әшәке! Бар сығып кит. Рәнйеткән кешеләрҙе мин ғәфү итмәйем. Башҡаса яныма яҡын да киләһе булма. Аңланыңмы?!
                                                                  • Самира Зиләне төрткөләп сығарып ебәрҙе.
                                                                    • Самира, һиңә килгәндәр.
                                                                    • Ишекте ябырға торған ҡыҙ тертләп китте.
                                                                      • Кем ул?
                                                                      • Белмәйем.
                                                                      • Вахтершаның үтенесен юл ыңғайы үтәгән ҡыҙыҡай күҙ асып йомғансы юҡ булды.
                                                                        Дамир Самираны алһыу раузалар менән ҡаршыланы.
                                                                        • Сәләм, һылыуым, - тип ихлас йылмайҙы егет.
                                                                        • Бындай хәлде көтмәгән, үҙ ғүмерендә күрмәгән Самираның тулҡынланыуҙан, хатта оялыуҙан бите яна башланы.
                                                                          • Сәләм.
                                                                          • Кешеләргә тамам ышанысын юғалтҡан Самира бер кем менән дә аралашмаҫҡа тигән ҡарарға килгәйне, әммә төҫкә матур, итәғәтле Дамир был уйынан кире ҡайтарҙы.
                                                                            • Донъялағы иң сибәр ҡыҙға иң сағыу сәскәләр эҙләһәм дә, таба алманым. Был һиңә, - тип гөлләмәне һуҙҙы егет.
                                                                            • Рәхмәт.
                                                                            • Ҡапыл ҡыйыуһыҙланған ҡыҙ сәскәләрҙе тотоп баҙап ҡалды.
                                                                              • Мөмкин булһа, һинең менән ҡала буйлап йөрөп киләйек тигәйнем.
                                                                              • Бер кемгә лә ышанырға ярамай, бөтәһе лә ике йөҙлө, алдаҡсы, яһалма. Тағы ла ауыҙҙы бешерергәме? Самираның йүгерек уйҙары мейеһен ярып үтте. Ә йөрәк үҙенсә ҡушты, кем белә, бәлки тап ошолор ул уның мәңгелек мөхәббәте. Янһаң да, туңһаң да көслө хистәрҙе барыбер кисерергә тура киләсәк. Яҙмышыңа буйһон.
                                                                                Икеләнгән Самира ризалашты.
                                                                                Һалмаҡ ҡына баҫып бара биргәс, Дамир ҡыйыулығын йыйып Самираны етәкләп алды. Уның усынан бөркөлгән йылылыҡ ҡыҙҙың тәне буйлап йүгерҙе, йә Хоҙай, ябай ғына ҡағылыу ҙа шундай рәхәтлек тойғоһо бирергә һәләтле икән дә. Бер нәмәнең кәрәге юҡ. Ошолай ҡулға-ҡул тотоношоп йәһәннәмгә сығып китке килә. Күкрәкте ҡағып типкән ике йөрәк үҙ-ара серләште. Оло мөхәббәт бөрөләрен шулай аса, күрер күҙгә сағылмаҫ илаһи көсөн йәйрәтеп ҡанат үҫтерә. Ҡайһылай татлы, ҡабатланмаҫ мәл. Ҡыҙ ҙа, егет тә быны һиҙҙе. Урғылып ташҡан шатлыҡҡа, бәхеткә сыҙауы ай-һай еңел түгел икән.
                                                                                Дамир һәйбәт ғаиләлә үҫкән егет булып сыҡты. Ата-әсәһе ҡаланан йыраҡ түгел урынлашҡан ауылда тора, мөләйем, ипле генә кешеләр. Самираға уҡып бөтөргә бер йыл ҡалғас, гөрләтеп туй яһанылар, оло тормошҡа яңы аяҡ баҫыусы йәштәрҙе хәстәрләп, бер бүлмәле фатир алып бирҙеләр. Алтын балдаҡ кейҙергән саҡта Дамир Самираның ҡолағына бышылдап ҡына “Берҙән-берем… Бергенәм”, тигәйне. Кәләштең йөрәгенә май булып ятҡан, ғүмерендә бер тапҡыр ғына әйтелгән алтын һүҙҙәр ине улар.
                                                                                Бөтәһе лә кисә генә кеүек. Үткән ғүмер - аҡҡан һыу. Үҙ усаҡтарын ҡабыҙыуға өс йыл тулған, тупылдап ҡына йөрөгән Азамат та тиҙҙән ике йәшен тултыра. Уңған килен ул таба тиҙәр. Самира ҡулына диплом алып, эшләп тә өлгөрмәй ҡалды. Эш ҡасмаҫ әле, иң мөһиме уның ҙур шатлығы, бәхете - улы тыуҙы. Дамирын да өҙөлөп ярата, тик һуңғы осор уныһы эсергә әүәҫләнеп китте. Эштән һуң иптәштәре менән мотлаҡ йыйылышып алмайынса өйөнә ҡайта белмәй башланы. Самира башта өндәшмәне, аҙаҡ был хәл тамам биҙҙерҙе. Төнгө бергә, икегә хәтле ирен көтә-көтә тәҙрә төбөн тапап йөрөүҙән туйҙы. Хафаланыуҙан, ғәрләнеүенән тамағына төйөр тығыла ине. Урынынан ҡупҡан йөрәкте тынысландырып ҡара.
                                                                                Бөгөн дә ҡоро йөрөмәй күрәһең, ҡасан да бер сиге булырға тейештер бит.
                                                                                • Дамир, көн дә бер балыҡ башы, бәлки етерҙер һиңә, - тине ҡатын иҫерек ирен ҡаршылап.
                                                                                • Ә? Нимә булған әле?Бына бит ҡайттым, гулять итеп йөрөмәйем. Әллә ҡыҙғанаһыңмы?
                                                                                • Эш унда түгел, мин һинең ҡайҙалығыңды, именме-юҡмы икәнлегеңде белмәй көтөп ултырыуҙан ялҡтым.
                                                                                • Тимәк, мин һиңә оҡшамайым, шулаймы?
                                                                                • Дамир, мин бала менән көнө буйы өй һаҡлап йәшәйем, бер кемде күрмәйем, бер кем килмәй. Күҙ төбәгән кешем һин.
                                                                                • Ә-әә, һинең дә урам ҡыҙырғың киләме ни? Бар, ана бара юлың!
                                                                                • Дамир, һин бит мине бөтөнләй ишетмәйһең, аңламайһың.
                                                                                • Һэ, аңланым, вис аңланым. Минән туйғанһың, өйҙән туйғанһың. Этләнеп йәшәйһең икән, смотри ка, элек майҙа ғына йөҙгәс ни.
                                                                                • Дамир, мин бит эсеүеңде туҡтатыуҙы ғына һорайым.
                                                                                • Һин һүҙҙе икенсегә борма.
                                                                                • Дамирҙың майланған, нурһыҙ күҙҙәренә ҡарауы сирҡаныс, мығырҙап һөйләнә торғас, ултырған ерендә йоҡлап китте. Иртәгәһен ул иртүк тороп Самираһынан йөҙ ҡат ғәфү үтенәсәк, ни тиклем яратҡанын, һөйгәнен юғалтырға теләмәүен белдерәсәк, улын иркәләп шаяртасаҡ. Дамир алдамай, әммә дуҫ-иштәренең күңел өсөн генә гәп һатып алайығынан баш тарта алмай. Ул бит ир, кемдән кәм, ә Самира һәр саҡ көтәсәк, ғәфү итәсәк, бала ҡараулы, уны тәрбиәләү бурысы йәш иргә ҡағылмай. Килен ят кеше, йәтимәк тип, ситкә бәрмәгән, ҡулынан килгәнсе ҡурсалап, ярҙамлашып йәшәгән ҡайны, ҡәйнәне борсоуға һалырға теләмәгән Самира өйҙәге ығы-зығыны һөйләмәне. Ә Дамир төнгө дежурлығынан һуң көнө буйы йоҡлап, көндөҙгөһөнән һуң кисләтеп күңел асып йәшәүен туҡтатманы.
                                                                                  • Ҡыҙым, мөмкинме һеҙгә, иҫән-һауғынаһығыҙмы, - тип инеп сығырға булды күрше Сажиҙә әбей.
                                                                                  • Үҙегеҙ ни хәлдә,- тине Самира түргә саҡырып.
                                                                                  • Арыу, балам, беҙҙең ни ҡарттарҙың эше ҡаты. Торһаҡ ашап барабыҙ, ятһаҡ йоҡлап барабыҙ. Уныһын шаяртам, теш юҡ, аяҡ-ҡул һыҙлай, серем итеп тә булмай. Һай-һай, Азамат улым үҫеп киткән, тьфу-тьфу, сөбханалла, мәшалла. Үҙегеҙгә иш булып үҫһен, изгелеген күреп йәшәгеҙ.
                                                                                  • Рәхмәт.
                                                                                  • Бығаса тупһа аша үтмәгән, унда-бында күрешкәндә сәләм бирешеүҙән башҡа һүҙ ҡушмаған күршеләрҙең тәү башлап һөйләшеүе ине был.
                                                                                    • Элгәре һеҙҙе аптыратмайым тип аяҡ баҫманым, ауырыңҡырағас ней, йәш баланы ла уйланым, үҙегеҙ ҙә йәшһегеҙ, үҙ тормошоғоҙ менән ҡайнайһығыҙ, - тип көйләп кенә һуҙҙы әбей. - Ата-әсәләрегеҙ имендәрме, Самира ҡыҙым?
                                                                                    • Ҡайным кисә генә килеп ҡайтты. Ҡәйнәм дә һәйбәт кенә.
                                                                                    • Үҙеңдекеләр?
                                                                                    • Мин йәтим шул инәй.
                                                                                    • Ә-әәә, бахырҡайым, хәйерле булһын инде. Урындары йәннәттә булһын. Аят-фәлән уҡытҡаның бармы, балам?
                                                                                    • Юҡ шул. Мин уның рәтен дә белмәйем. Ә ул кәрәкме
                                                                                    • Кәрәк, ҡыҙым, кәрәк. Уларҙың рухтарын шат ҡылдырыу зарур. Ризалыҡтарын, фатихаларын алырһың. Күптән вафат булдылармы?
                                                                                    • Миңә алты йәш тулып килә ине.
                                                                                    • Байтаҡ ҡына шул. Туғандарың алып ҡарағандыр.
                                                                                    • Әй, бер инәйем алғайны, ике йылдан балалар йортона тапшырҙы.
                                                                                    • Асыу һаҡлама, балам. Тормошоңда кемдәр этлек күрһәткән бөтәһен дә кисер, күңелеңдә төйөр булып тормаһын. Артабанғы тормошоңа, балаларыңдың киләсәгенә йоғонтоһо ҙур уның.
                                                                                    • Самира бығаса ишетмәгән һүҙҙәрҙе иғтибар менән тыңланы. Йомшаҡ күңелле Мәҙинә өләсәһен иҫенә төшөрөп, Сажиҙә әбей менән оҡшашлыҡтарын табып танһыҡланып күҙәтте.
                                                                                      • Иптәшең арыу ғына егет күренә, төҫкә-башҡа ла үҙең кеүек сибәр. Ҡыйырһытмаймы?
                                                                                      • Мин дә йәш саҡта һинең кеүек ҡырыҫ була торғайным, өйҙәге сүпте бер ҡасан да тышҡа сығарманым, түҙҙем. Ҡала стеналары бик йоҡаҡ, балам. Теләмәһәм дә, бөтәһен дә ишетергә тура килә. Эскегә ныҡлы бирелмәһен инде Дамирың.
                                                                                      • Инәй ул һәйбәт кеше…
                                                                                      • Беләм, ҡыҙым, күпте күрҙем, күпте кисерҙем мин үҙ ғүмеремдә. Кешенең ниндәй икәнлеген белер өсөн бер күҙ һалыуың да етә. Ана шул алама ғәҙәттән ваҡытында арынһа, бынамын тигән ир-егет тә бит.
                                                                                      • Айырылам мин унан, инәй.
                                                                                      • Тәүбә тиң, ауыҙыңдан ел алһын. Өлөшөңә төшкән көмөшөң икән, ҡыҙыулыҡ менән араны боҙмайҙар. Уртаҡ балағыҙ бар.
                                                                                      • Кисә кис тағы эсеп ҡайтты. Бер ни ҙә өндәшмәгәйнем. Хәҙер һөйләшкең дә килмәйме ни тип бәйләнеп тауыш ҡуптарҙы ла, асыуланып сығып китте.
                                                                                      • Самираның күҙҙәре йәшкәҙәп китте.
                                                                                        • Бөтөрөнмә, ҡыҙым, ирҙәрҙең шулай ҡотороп ала торған сағы була. Үтә ул. Мин биш бала үҫтерҙем, ирем, ауыр тупрағы еңел булһын, колхоз берсиҙәтеле ине. Бөтә өй мәшәҡәте минең өҫтә, был эштән ҡайтҡанда балалар йоҡлай, иртән киткәнендә тороп та өлгөрмәйҙәр. Данын күтәрә алмай эскеләй башланы, һөйәркәләр уратып алды. Һыр бирмәнем, түҙҙем. Ҡатын-ҡыҙ ғаилә тотҡаһы, бер ҙә айырылышайыҡ тип һүҙ ҡуҙғатманым, үҙе сығып китте. Эшенән ҡыуылды, аҡса тапмағас, теге бисәһе лә оҙаҡ тотманы, барыбер минең тупһама ҡайтып йығылды. Үлер сағында ҡулдарымдан тотоп бәхиллегемде һораны. Ә минең уға былай ҙа бер үпкәм дә юҡ ине. Балаларым өсөн, нығынған рухым өсөн рәхмәтлемен генә. Ирҙәр күп осраҡта бала кеүек була тиҙәр бит, наҙға, тәрбиәгә мохтаждар. Аллаһу Тәғәлә шулай яралтҡан.
                                                                                        • Сажиҙә инәй, һеҙ Аллаға ышанаһығыҙмы?
                                                                                        • Бәй, ышанмай ней. Бөтә донъя уның ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килгән. Уның мәрхәмәте киң.
                                                                                        • Ә мин ышанмайым.
                                                                                        • Әстәғәфирулла тәүбә, юҡты һөйләмә.
                                                                                        • Мәрхәмәтле зат булһа, ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуймаҫ ине.
                                                                                        • Балам, башыңа гөнаһ алма.
                                                                                        • Мин үкһеҙ йәтим, тормошомда ниндәй генә хурлыҡ кисермәнем. Ундайҙар донъя тулы. Яралтҡас бөтәһен дә бәхетле яһаһын, оҙон ғүмер бирһен ине. Салауат ағайым әсәйемдәр менән бергә аварияла һәләк булды. Ниндәй ғәйебе бар ине уның? Ни сәбәпле мин яңғыҙым тороп ҡалдым, тимәк, этләнгәндәремде күктә күҙәтеп ултырыуы уға ҡыҙыҡ. Әгәр ошо Ер шарын, Ҡояшты, төрлө заттарҙы тыуҙырмаһа, бер кем дә йәшәмәҫ, этләнмәҫ ине. Уға ғына бөтә хоҡуҡ бирелгәнме
                                                                                        • Йә Аллам, ярлыҡасы балаҡайҙы. - Сажиҙә әбейҙең ҡулдары ҡалтырап китте. - Самира, донъяла беҙ белмәгән, зиһенебеҙ төшөнөрлөк кимәлгә етмәгән күп серҙәр бар. Тормош - мөғжизә. Ергә беҙ ваҡытлыса, ҡунаҡ рәүешендә генә киләбеҙ. Ҡылған бөтә ғәмәлдәребеҙ өсөн яуаплыбыҙ. Этлек күргәндәргә әжерен бирә, гөнаһлыларға язаһын. Тәндән тыш, йән бар. Йән таҙармайынса, ожмах ҡапҡалары асылмай. Күҙҙәреңде асып ҡара, балам, һин бәхетһеҙ түгел, Аллаһу Тәғәлә яҙмышыңдың һикәлтәләрен һанамаҡҡа биргән. Ул бөтәһенә лә ғәҙел өлөш сығара. Шөкөр тип йәшә, бер ҡыйындың - бер рәхәте.
                                                                                        • Самираның әйтәһе һүҙҙәре күп булһа ла, өндәшмәне.
                                                                                          • Ярар, ҡыҙым, үҙегеҙ инегеҙ, - тип Сажиҙә әбей урынынан ҡуҙғалып китте.
                                                                                          • Төрлө уйға батҡан ҡатын Азаматын ашатып йоҡларға һалды ла, һүрәттәренә тотондо. Юҡ, ҡулына эш бармай.
                                                                                            Кис етте. Дамир бөгөн иртәрәк ҡайтты, әҙерәк һалдырғаны йөҙөнә сыҡҡан. Был ҡиәфәтте күреү менән Самираның кәйефе ҡырылды.
                                                                                            • Нимә сырайыңды һытаһың, тағы нәмә оҡшамай?
                                                                                            • Дамир, әйҙә иртәгә һөйләшәйек.
                                                                                            • Ә-әәә, шулай инде. Хәҙер иртәрәк ҡайтһам да шатланмайһың.
                                                                                            • Ирешергә сәбәп эҙләйһеңме? Бар ана Азаматты ҡараш, һине күргәне лә юҡ.
                                                                                            • Ни нәмәһен ҡарайһың уның бик шәп йөрөп ята.
                                                                                            • Дамир, дөрөҫөн генә әйт әле, берәйһен таптыңмы әллә?
                                                                                            • Юҡсы, мин һине яратам. Мин һине бер кемгә лә бирмәйем.
                                                                                            • Әгәр ошолай эсеүеңде дауам итһәң, мин… Мин баламды алам да, сығып китәм.
                                                                                            • Ҡуҡыттың. Ҡайҙа бараһың, йыраҡмы? - Дамир мыҫҡыллы көлөп ҡуйҙы.
                                                                                            • Табырмын.
                                                                                            • Әллә үҙең берәйһен таптың, ә?
                                                                                            • Йүләр!
                                                                                            • Кем белә, мин эштә.
                                                                                            • Эйе, баламды күтәреп, урам буйлап һемтәңләп ир эҙләнем!
                                                                                            • Ҡыҙҙырма мине, Самира!
                                                                                            • Ә һин ҡыҙма.
                                                                                            • Етте!
                                                                                            • Тауышҡа Азамат ҡурҡып иларға тотондо. Самира уны ҡосағына алып йыуатырға кереште.
                                                                                              • Мыйылдатып үҫтермәйҙәр егет кешене, ҡыҙыҡаймы ни ул! Бир бында!
                                                                                              • Бирмәйем!
                                                                                              • Ыҙғыштың ҡыҙа барған мәлендә ишек асылып китте.
                                                                                                • Урамға уҡ ишетелеп тора, нимә бүлешәһегеҙ?
                                                                                                • Дамирҙың атаһы ине был. Үҙенә күрә уҫал ғына атаһынан шөрләгән Дамир тымып ҡалды.
                                                                                                  • Баланы шулай ҡурҡыталармы ни? - Килен, кисә күҙлегем тороп ҡалған шикелле, иртән кәрәк булыр тип тағы килдем. Ҡайҙа ята икән?
                                                                                                  • Азаматы менән ҡуша илап ултырған Самира өндәшмәне лә, ҡуҙғалманы ла, ярһыуы көслө ине.
                                                                                                    • Атайым һинән һорай. Ни эшләп ултыраһың? - Дамир түҙмәй ҡысҡырып ебәрҙе.
                                                                                                    • Улым, һинән бындайҙы көтмәгәйнем. Таныш-белештәр Дамирың көн дә эсә тип күптән һөйләнәләр, ышанмағайным. Тиҙ бул йыйын, һөйләшәһе һүҙ бар. Самира ҡыҙым, тынысланығыҙ. Был егеттең арт һабағын бер аҙ уҡытып ҡайтармай булмаҫ. Аҫта көтәм!
                                                                                                    • Сәсе саллана барған ирҙең тауышы бик ҡоро һәм етди ине. Дамир тыңлаусан көсөк кеүек кейенә һалып сығып китте.
                                                                                                      Атай кеше ҡапыл ғына ҡаты бәрелмәне. Заманында етәксе вазифаһын биләгән, дан тотҡан, хәҙер өс ғаиләгә бүленгән фатирҙың бер бүлмәһендә көн күргән иптәшенә алып барҙы. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, өҫтөнә ҡаҡашып бөткән майка кейгән, шешенгән ағайҙы күреп Дамир шаҡ ҡатты. Бәләкәй сағында буй етмәҫлек абруйлы, өлгөлө кешенең ошондай кимәлгә төшөүе ысын мәғәнәһендә ҡыҙғаныс ине. Оло йәшендә яңғыҙы тилмерә, ни йәме лә, ни ҡыҙығы.
                                                                                                      - Хәҙер ҡайҙа барабыҙ? - тип һораны Дамир.
                                                                                                      - Беҙгә.
                                                                                                      Теге әҙәмдең өйөнән һуң атай нигеҙе шул тиклем күркәм, нурлы булып күренде.
                                                                                                      - Әсәһе, ҡаршы ал, улың ҡунаҡҡа килде.
                                                                                                      Киске аштан һуң ғаилә башлығы өҫтәлдән ҡуҙғалмай шымып ҡалды.
                                                                                                      • Бөгөн мин һеҙгә бер аҙ үҙем хаҡында һөйләмәксемен, - тип башланы ул телмәрен. - Эйе, Дамир, һеҙ бәләкәй саҡта мин дә эскегә бирелеп алдым, әсәйеңде лә аҙ илатманым. Түҙҙе, рәхмәт уға.
                                                                                                      • Ҡуй, атаһы… - тип ҡушылды ҡатын.
                                                                                                      • Бүлдермә, әсәһе. Мин үҙемде-үҙем күрә алмаған сиккә еттем, ҡул һалырға уйланым, әммә ҡыйыулығым етмәне… Йәш саҡ, ике бала атаһымын. Үҙ бурысымды яҡшы аңлаған кешемен, әммә кеше ғүмерендә һис уйламаған ваҡиғалар килеп сыға. Ана шул хаҡта һөйләргә ваҡыт етте. Ул саҡта йөк машинаһында йөрөй инем… - Ауыр тойғоларға бирелгән ир-уҙамандың күҙенә йәш тулды. Ирендәре ҡалтыраны. - Силәбенән һуңғы рейстан ҡайтып килгән саҡта арбалы мотоциклды бәрҙерҙем. Ҡарағай ауылына боролған ир минең тиҙлекте иҫәпләй алмаған күрәһең.
                                                                                                      • Бөтәһе лә тын ҡалды.
                                                                                                        • Мин уны ҡапыл ғына боролмаҫ, юл бирер тигәйнем, шәп килгәнде күрә бит, юҡ - тәүәкәлләне. Йән көсөмә тормозға баҫтым, ауыр йөк тейәлгән машина уйнаҡлай башланы. Бер нисә секунд эсендә бөтә донъя селпәрәмә килде. Ғәйеп минең яҡта булмаһа ла, мин- кеше үлтереүсе. - Кеше алдында йөҙ һытмаған атайҙың үкһеп илауы, нисәмә йылдар һаҡланған сер ғаилә ағзаларына ныҡ тәьҫир итте. - Бер кеше генә түгел, йәш кенә ир менән ҡатын һәм … Дамир, һинең йәштәге генә малай. Нисек машинанан һикереп төшкәнемде, улар янына атылыуымды ла белмәйем. Ҡатын минең ҡулдарымда йән бирҙе. Әйткән һуңғы һүҙҙәре һаман ҡолаҡта яңғырай “Самира, Самирам…”
                                                                                                        • Дамир тертләп китте.
                                                                                                          • Атай..
                                                                                                          • Туғандар, улар Самира килендең яҡындары. Минең арҡала ул йәтим ҡалды. Мин ғәйепле. Ә ул беҙҙең нәҫел-ырыуыбыҙҙы дауам иттереп ул табып бирҙе. Ошолай буламы икән донъя ҡуласа тигәндәре? Әсәһе, һин суд булғанын да, минең ғазаптарҙы ла белмәй йәшәнең. Эсеп йөрөнөм - онота алманым, нисә йылдар үтте - һаман күҙ алдымда. Балаларымды тере йәтим итмәйем тип айырылып киткән еремдән кире ҡайттым. Әрләгеҙ, һүгегеҙ мине. Нимә әйтһәгеҙ ҙә хаҡлыһығыҙ. Ғәйеплеме, юҡмы мин - кеше үлтереүсе. Дамир, улым, ошондай выждан ғазабы менән йәшәп тә, кешелектән сыҡманым, алкашҡа әйләнмәнем. Ныҡлап уйла, баяғы ағайҙың тормошон күҙ алдыңа килтер. Самира өсөн беҙ яуаплы. Уны йәберләп, кәмһетеп, илатып йәшәргә хаҡыбыҙ юҡ. Яҙмыш уны беҙҙең ғаиләгә бушҡа ебәрмәгән.
                                                                                                          • Дамир бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Тәрән кисерештәргә бирелеп ултырғандан һуң, ҡапыл тороп сығып йүгерҙе. Ара алыҫ, автобустар туҡтаған, әммә Дамир улар хаҡында уйламай ҙа ине. Ул донъялағы иң ҡәҙерле кешеләрен күрергә ашыҡты.
                                                                                                            …Һуңламаған. Самира ҙур сумкаға әйберҙәрен тултыра ғына ине. Моңһоу ҡара күҙҙәрендә нур һүнгән. Азамат мышнап ҡына йоҡлай.
                                                                                                            • Самира! Йәнекәйем!
                                                                                                            • Хәлдән тайған Дамир Самираның алдына тубыҡланып барып баҫты.
                                                                                                              • Ғәфү ит мине, һөйөклөм. Һине иллатҡан, көттөрөп йонсотҡан һәр көн, минут, секундтарым өсөн ғәфү үтенәм. Мин һине, улымды ныҡ яратам. Башҡаса бер ҡасан да, ишетәһеңме, бер ҡасан де һеҙҙе рәнйетмәйәсәкмен. Һеҙҙән дә ҡәҙерлерәк, ҡиммәтлерәк бер нәмәм дә, бер кемем дә юҡ һәм булмаясаҡ та. Утҡа, һыуға инәсәкмен, бөтә ауырлыҡтарҙы үткәрәсәкмен, әммә һеҙҙе йәберләүгә юл ҡуймам! Самирам, һөйөклөм, йәнем! Ышан миңә!
                                                                                                              • Ир ҡатынын шашып-шашып үпте. Икеһенең дә күҙенән йәш ағылды. Был - бәхет йәштәре ине.
                                                                                                                • Дамир, мин дә һине яратам.
                                                                                                                • Самира, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ. Беҙ йәшәр өсөн, бәхетле булыр өсөн тыуғанбыҙ.
                                                                                                                • Дамир Самираға мөхәббәт тулы ҡарашын төбәп, иң ҡәҙерле һүҙҙәрҙе әйтте: “Берҙән-берем…Бергенәм!”
                                                                                                                  Читайте нас: