ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Август 2020, 12:51

Йондоҙҙар юл күрһәтә

Һәр кеше алдан, юғарынан программалаштырылған яҙмышы менән донъяға килә. Тәҡдирҙе үҙ аллы ла аңларға мөмкин. Бының өсөн бала саҡта ниндәй уйындарға өҫтөнлөк биргәнегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ. Кескәйҙәр үтә һиҙгер була. Уйынды ла үҙ һәләтенә, талантына тура килгәнен һайлай. Бала саҡта ғына кеше үҙе теләгәнен һәм яратҡанын эшләй. Шатлыҡ, бәхет кисергәндә ысын тәҡдирең асыҡлана, күңелеңә ятҡан эш менән шөғөлләнергә теләк тыуа. Тормошоңда яратып, ҡәнәғәтлек алып башҡарғаның - йәшәү рәүешең, күңел торошоң.

“Һаумыһығыҙ, Людмила! Үҙ тәҡдиремде белгем килә. Нисек үҙ шөғөлөңдө, яратҡан эште табырға? Тормоштан, үҙ эшемдән ҡәнәғәтлек кисерергә, матди хәлде яҡшыртырға, башҡаларға ла файҙа килтерергә теләйем. Мин дә, күпселек кеүек, көн дә яратмаған эшкә теләмәй генә йөрөйөм. Ҡайҙа бараһың инде, аҡсаһы кәрәк бит. “Ташла ул эшеңде, тормошоңдо үҙгәрт,” - тип кәңәш биреүселәр бар. Әммә ҡурҡыуҙы еңеүе ҡыйын, нисек тәүәкәлләргә? Эш асҡым килә, әммә ниндәй өлкәлә, белмәйем. Матди именлек нимәгә йәки кемгә бәйле?”
Эльвина ИСЛАМОВА.
(Исем үҙгәртеп алынды).
Людмила ЗАНИНА астролог-психолог:
- Тәҡдирен, нимә менән шөғөлләнергә тейешлеген белергә теләп, күптәр мөрәжәғәт итә. Астролог булараҡ шуны әйтмәксемен: һәр кемдең наталь картаһы бар. Унда кешенең бөтә проблемалары, ниндәй юлдан барырға кәрәклеге, социаль үҫеш мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт тупланған. Борон-борондан батшалар, ил етәкселәре йондоҙ һанаусыларға бушҡа мөрәжәғәт итмәгән. Астрология рентген һымаҡ эстәге бөтә нәмәне лә асыҡ күрһәтә. Тормошонда буталған, икеләнгән, яңылышҡандарға үҙ юлын табырға ярҙамлаша.
Һәр кеше алдан, юғарынан программалаштырылған яҙмышы менән донъяға килә. Тәҡдирҙе үҙ аллы ла аңларға мөмкин. Бының өсөн бала саҡта ниндәй уйындарға өҫтөнлөк биргәнегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ. Кескәйҙәр үтә һиҙгер була. Уйынды ла үҙ һәләтенә, талантына тура килгәнен һайлай. Бала саҡта ғына кеше үҙе теләгәнен һәм яратҡанын эшләй. Шатлыҡ, бәхет кисергәндә ысын тәҡдирең асыҡлана, күңелеңә ятҡан эш менән шөғөлләнергә теләк тыуа. Тормошоңда яратып, ҡәнәғәтлек алып башҡарғаның - йәшәү рәүешең, күңел торошоң. Ә инде күңел торошо, үҙ сиратында, кешенең хәлен, халәтен сағылдыра. Сылбыр тығыҙ бәйләнгән. Оҡшаған эшең менән шөғөлләнеү, тимәк, ижад итеү, шәхси үҫеү, үҙбаһаңды күтәреү, йәмғиәттә кәрәкле булыу, аҡсаға тейенеү, байыу.
Ысынлап та, үҙ донъяңды барлыҡҡа килтерә белеү, үҙеңде табыу – оло бәхет. Ғәҙәттә тирә-яҡтағылар үҙ эшен яратҡандарҙы юғары баһалай, шуға күрә һөҙөмтәләрен маҡтай, юғары түләй.
Күптәрҙең нимә теләгәнен аңлай алмауы ҡыҙғаныс. Ҡайһы берәүҙәр үҙ теләктәрен бойомға ашырырға ҡурҡа, шул сәбәпле “үҙ тормошо” менән йәшәмәй. Күпселек ата-әсә балаларына үҙҙәренә “оҡшаған” тәҡдирҙе йөкмәтә, ул һәм ҡыҙҙарының теләген, һәләтен иҫәпкә алмайынса, бөтә шарттарҙы булдырып, киләсәктәрен хәл итә. Һөҙөмтәлә балалары үҙ тормошо менән йәшәмәй, тәбиғәттән бирелгән көсөн, энергияһын, ресурстарын ҡуллана алмай, бәхетһеҙ һәм фәҡир кешегә әүерелә. Бар үҙ-үҙҙәрен, маҡсатын бойомға ашыра алмағандар. Бында ҡасандыр нәҫел-нәсәбендә кулакты юҡҡа сығарыу, һөргөнгә оҙатылыу, үҙ эшмәкәрлегенән зыян күреү кеүек проблемалар аң-зиһендә һаҡланып, быуындан-быуынға күсә килә. Дауам итеүсе зат-ырыуҙың ДНК-һында мәғлүмәт һаҡланған – бер ни ҙә эшләргә ярамай, барыһы ла бушҡа. Боронғолар күптән әйтеп ҡалдырған – ата-әсәһенең гонаһы өсөн етенсе быуынғаса балалары яуап бирә. Был осраҡта психотерапия ярҙам итәсәк. Белегеҙ, бөтә нәмәне лә үҙгәртергә, яҡшыртырға мөмкин. Иң мөһиме – үҙегеҙ өсөн яуаплылыҡ алығыҙ.
Нимә ул тәҡдир? Юғары бурыс, һөнәр, миссия. Тормошомдан бер хәл иҫкә төштө. Күп йылдар элек Белорет ҡалаһының 14-се гимназияһында мәктәп психологы булып эшләгән саҡ. Дәрестән һуң уҡыусылар минең кабинетҡа ашыға ине. Араларында кем уҡыу тураһында, ҡайһылары былай һөйләшергә, тормош асылы хаҡында әңгәмәләшергә теләүселәр бар. Бер заман кемелер минән һорай ҡуйҙы: “Людмила Леонидовна, әйтегеҙсе, психология менән башҡа шөғөлләнмәҫ өсөн һеҙгә миллион доллар бирһәләр алыр инегеҙме?” Һорау хайран ҡалдырҙы. Психологияны өйрәнеү – тормошто төшөнөү, асыу! Нисек инде шул тормоштан аҡса, байлыҡ өсөн баш тартырға? Үҙемә асыш яһаным. Аҡса – бары тик маҡсатыбыҙҙы, мәсьәләләребеҙе хәл итер, тормошобоҙҙо ҡорор өсөн генә бирелгән сара. Ҙур аҡсаға һатылыу – үҙ тәҡдиреңдән, үҙ-үҙеңдән, тормош мәғәнәһенән баш тартыу! Беҙ аҡса өсөн эшләмәйбеҙ. Балаларҙың ни тиклем аҡыллы һорау бирә алғанына ғәжәпләндем. Тормоштағы эшең бер ниндәй аҡса бизмәнендә үлсәнмәй. Үҙ тәҡдиреңде үтәү, тимәк, йәшәү, фекерләү, миссияңа тура килгән юлдан барыу, үҫешеү. Бәхетле булығыҙ!
Читайте нас: