ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Август 2020, 14:43

Башҡорт теле - юлдаш теле

2020 йыл республикабыҙҙа башҡорт теленә арналды.

2020 йыл республикабыҙҙа башҡорт теленә арналды. Һәр бер айҙың үҙ йүнәлеше бар. Август айының темаһы - "Башҡорт теле - юлдаш теле”. Ошо турала уйҙар тыуған ауылымда донъя көткән бер ағайҙы иҫемә төшөрҙө.
Тын ғына ағып ятҡан Әсе һыуында йәй буйы ҡаҙ-өйрәк рәхәтләнеп ҡойона. Йылғаны кисеп сыҡһаң, халыҡ телендә Ҡуйы Тирәк тип аталған урын да күренә. Ә Әсенең был яғында, тау башында йорттар теҙелеп киткән. Шуларҙың береһендә Миләүшә менән Виктор Павлов матур донъя көтә.
Әйҙәгеҙ, 20 быуатҡа сәйәхәт ҡылайыҡ. 1957 йылдың 19 ғинуарында Красноярск ҡалаһында Витя исемле малай тыуа. Оҙаҡламай улар ғаиләһе менән Үзбәкстанға күсенә. Виктор мәктәптән һуң иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә.
1990 йылда геройыбыҙ Миләүшә апай менән таныша. Ташкентҡа эшләргә килгән башҡорт ҡыҙы менән улар башта дуҫлашып ҡына йөрөйҙәр, ә бер аҙ ваҡыт үткәс, мөхәббәт уты ҡабына. Ете йыл буйы улар Үзбәкстанда йәшәй. Ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
“Ташкентта йәшәгән саҡта ауылға ялға ҡайтҡайныҡ. Миңә был яҡ бик оҡшаны. Йылға яҡын, иртән тороп балыҡ тоторға була”, - тип иҫенә төшөрә Виктор ағай.
Шулай итеп, 1997 йылда ғаилә Арыҫлан ауылына күсеп ҡайта. Халыҡ Витя ағайҙы йылы ҡаршы ала. “Беҙҙең ауыл халҡы киң күңелле. Бында күскәс, ағайыңды ихлас ҡабул иттеләр, яраттылар”, - тип йылмая Миләүшә апай.
Павловтар ғаиләһе лә башҡалар кеүек мал аҫрай башлай, йылға буйында ҡаҙ-өйрәк көтә. Үҫеп килгән улдарын ауыл мәктәбенә уҡырға бирәләр.
“Рәмилә Ташкентта уҡый башлағайны, ә Динис менән Азамат ауыл мәктәбенә барҙы. Ауыл балалары башҡорт телендә аралаша, ә беҙҙекеләр - урыҫса. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ауылдыҡылар урыҫ телен отоп алды, ә Динис менән Азамат башҡортса өйрәнде”, - тип көлә Виктор Васильевич.
Әлеге көндә лә уларҙың кәртәһе тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Ағай шулай уҡ балыҡ тоторға ярата. Йәйен йорт гөрләп тора: каникулға ейәнсәрҙәре ҡайта.
20 йылдан ашыу ғүмере башҡорт ауылында үткән Витя ағай өсөн башҡорт теле хәҙер һөйөклө кешеһенеке генә түгел, ә ғүмерлек юлдаш тел, урындағы халыҡ менән дә уларҙың башҡорт телендә рәхәтләнеп аралаша ул.
Алмаз БУРАҠАНОВ.
Фото архивтан.
Читайте нас: