ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Август 2020, 17:41

Ҡыҙыл быҙау

Бәлеш бешеп өлгөргәс, мейес янында ҡайнаған самауырының ҡуҙын яңыртты ла әсәһе Зөлхизәгә: -Тор, ҡыҙым, бөгөн баҙарға барабыҙ, сумкаларым ауыр, - тине. Әсәһенең ҡабат өндәшкәнен көтөп тә тормай, Зөлхизә һикереп торҙо ла тиҙ генә кейенде. Урамға сығып, быҙауға бесән һалып, тауыҡтарға ем һибеп тә өлгөрҙө.

Бәлеш бешеп өлгөргәс, мейес янында ҡайнаған самауырының ҡуҙын яңыртты ла әсәһе Зөлхизәгә:
- Тор, ҡыҙым, бөгөн баҙарға барабыҙ, сумкаларым ауыр, - тине.
Әсәһенең ҡабат өндәшкәнен көтөп тә тормай, Зөлхизә һикереп торҙо ла тиҙ генә кейенде. Урамға сығып, быҙауға бесән һалып, тауыҡтарға ем һибеп тә өлгөрҙө.
Шатлығынан ҡанатланып осто Зөлхизә, аяҡтары ергә теймәне, сөнки бөгөн туфли алырға тейеш әсәһе. Аяҡтарына башҡа шырау ҙа инмәҫ, өшөүҙән дә һаҡлар, сабатанан да яҡшыраҡ булырға тейеш.
Хыялдарға күмелгән ҡыҙ нисек ҡалаға барып еткәнен дә һиҙмәй ҡалды, ҡулындағы сумкаларҙың ауырлығы ла юҡ кеүек ине.
Ҡатыҡ-ҡаймаҡтарҙы һатып, аяҡ кейемдәре кибетенә килеп еткәнсе, Зөлхизә тын алырға ла ҡурҡты. Эленеп торған ҡыҙыл туфлиға күҙ һалған ҡыҙҙың теләген аңлағандай, һатыусы шул янып торғанын кейеп ҡарарға алып бирҙе. Ҡыҙ, тиҙ генә шишмәгә төшөп, аяҡтарын йыуҙы ла, дегәнәк япрағына урап, кибет янына ҡабат килеп баҫты. Тап-таман, үҙе еңел, үҙе матур, ә үҙенә нисек килешле - ҡәҙерләп кейәсәк, оҙаҡҡа етһен өсөн… Был минутта Зөлхизәнән бәхетле кеше юҡ кеүек ине.
Ауылға ҡайтып еткәс тә, ул тағы мал-тыуарҙы ҡарарға йүгерҙе. Тауыҡтарҙың һыуы бөткән, быҙау ҙа сарсап тора. Алған аяҡ кейемен кейеп ҡарайым тип, өйгә йүгереп ингәндә һеңлеһе Нәсимә өй түрендә яңы туфли кейеп бейеп йөрөй ине инде. Зөлхизәнең аяҡтары ҡамырға әйләнеп йығылып китә яҙҙы.
Әсәһенең ҡысҡырған тауышынан ҡолағы тонғандай булды.
- Ниңә ҡапҡаны бәйләмәнең, ана бит быҙауың артыңдан инеп килә. Бер эшеңде лә еренә еткереп эшләмәҫһең инде, ҡулайһыҙ. Шул тиклем йүнһеҙ бала булдың инде минең башыма, - тине лә этеп үк ебәрҙе.
Ә Нәсимәне, арҡаһынан һыйпап, сәсен тарап, алдына алып ултырҙы.
Бер ни ҙә әйтергә өлгөрмәгән Зөлхизә, ҡанаттары һынған ҡош кеүек, өнһөҙ ҡалды. Унан, быҙауын әрләй-әрләй, күҙ йәштәрен тыя алмай сығып йүгерҙе. Яҡты көн уның өсөн ҡараңғы төнгә әйләнде. Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡояшҡа янған тәненең әрнеүенә түҙә алмай уянып китһә, быҙауы янында ята. Әлдә генә шул хайуан булған, әтеү ҡояш һуғып ауырып китер ине. Шул көндән Зөлхизә өсөн ошо ҡыҙыл быҙау иң яҡын дуҫына әйләнде. Улар бергә ялан буйлап йүгереп уйнанылар ҙа, йылғаға төшөп һыу эстеләр, быҙау үлән ашағанда ул да йә ҡуҙғалаҡ, йә йыуа, йә балтырған йыйып тамаҡ ялғаны. Малҡай ҙурайған һайын, ҡыҙ бала ла үҫә төштө. Зөлхизәнең хыялы - теге ҡыҙыл туфлиҙы алып кейеү ине. Ул ҡуҙғалаҡ йыйып, баҙарға йөрөй башланы, тик һатып бөткәс, асығыуҙан Нәсимәнең: “Перәник алып ҡайт, апай”, - тип ҡысҡырған тауышы иҫкә төштө. Уйҙарынан айнып, ул әпәй кибетенә табан атланы...
Зөлхизә әбей уянғанда палатала тып-тын ине. Шым ғына аяҡ осондағы карауатта бер ҡатын йоҡлай. Уның аяғында - ҡыҙыл күн туфли.
Төшөнән һиҫкәнеп китте. Ниңә әле шул бала саҡ хәтирәләре уны нисә йыл инде баҫтырып йөрөй? Был ни хикмәт?
- На укол, - тип ҡысҡырып ауырыуҙарҙы саҡырҙылар.
Зөлхизәне бында “Королева наша” тип атайҙар. Шәфҡәт туташтары, уның янына үҙҙәре килеп, укол яһай, ә ҡыҙҙары алмашлап эргәһендә ултыра, креслола ғына әбрәкәйгә йөрөтәләр үҙен.
- Әсәй, һағындыҡ һине, эргәңдә ултырғыбыҙ килә, - тигән булалар.
- Алып ҡайтығыҙ мине, балалар, ауылға, ҡыҙыл быҙауым һыйыр булған, ул көтә мине, төшөмә инә, - тигән һүҙҙәренә, ҡыҙҙары күҙ йәштәрен йәшереп, көрһөнөп ҡуя.
Уларға күптән инде:
- Һаналған ғына көндәре ҡалды әсәйегеҙҙең, ҡулдан килгәнсә ярҙам итербеҙ, тик был - ваҡытлыса сара, һуңлағанһығыҙ, - тинеләр.
- Әсәй, ниндәй ҡыҙыл быҙау? Беҙҙә йәшәрһең, үҙең бала кеүекһең, йәшең дә бара, ныҡлы йүнәлгәс ҡайтырһың, - тип йыуаттылар ҡыҙҙары.
Зөлхизә һыҙланыуға сыҙай алмай, бала кеүек иркәләнеп, ҡайһы саҡта мыжып та ала ине. Кәйефе булғанда бала сағы хәтирәләрен, йәш ваҡыттарын иҫкә алып, балаларының аталарын һағынып һөйләй.
Уның төн йоҡламауына бала саҡта аяғы, тәне сатлама һыуыҡҡа ҡалтырап өшөгән, туңған бәрәңге кимереп, эсе күпкән саҡтар ғәйепле кеүек.
... Зөлхизә, сәскәле матур күлдәген кейеп, ялан аяҡ, йәшел туғайҙа ҡыҙыл һыйыры менән уйнап йөрөнө лә ҡосаҡтарын йәйеп торған ире янына табан йылмайып йүгерҙе.
Кеше ғүмере ҡыҫҡа,
Нәҙек еп кеүек нескә,
Үткән ғүмер бер көн кеүек -
Ҡалмаһын үкенескә.
Ашар ашты - ашарға,
Килешкәнен - кейергә,
Йәтим бала ҡалмаһын -
Һуғыш булмаһын илдә.
Хоҙайҙан ярҙам һорап,
Йәшәргә бергә-бергә.
Шөкөр тиеп уянырға
Көн дә тыуған иртәгә.
Төштә һыйыр малы инһә - ауырыуға, тиҙәр. Шулай итеп, ҡыҙыл һыйыр Зөлхизәне мәңгегә алып китте.
Ә бер йыл үткәс, Ҡөрьән ашына хәйерлектәр әҙерләгәндә һандыҡ төбөнән бер тапҡыр ҙа кейелмәгән ҡыҙыл күн туфлиҙар килеп сыға...
София Янбаева.
Читайте нас: