Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Сентябрь 2020, 12:05

Чемпионатҡа старт бирелде

Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында сағыу ваҡиға үтте – унда VIII “Йәш һөнәрмәндәр” (Worldskills Russia) милли чемпионатҡа старт бирелде.

Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында сағыу ваҡиға үтте – унда VIII “Йәш һөнәрмәндәр” (Worldskills Russia) милли чемпионатҡа старт бирелде.
Был сара йыл һайын “Мәғариф” милли проектына ингән программаны бойомға ашырыу сиктәрендә уҙа. Быйыл унда Рәсәй Федерацияһының 83 субъектынан 2800 кеше ҡатнаша. Башҡа йылдарҙан айырмалы ул беренсе тапҡыр дистанцияла үткәрелә. Конкурсанттар сығышы онлайн-технологиялар ярҙамында баһалана.
Һөнәри белем биреү колледжының бөтә Рәсәй кимәлендә тәжрибә майҙансығына әйләнеүе, ысын мәғәнәһендә, ҡыуаныслы һәм тантаналы ваҡиға. Бында, һис шикһеҙ, уҡыу йорто етәксеһе Рита Сәмиғуллинаның һәм чемпионат финалына әҙерләгән педагогтарҙың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Атап әйткәндә, “Ҡоро төҙөлөш һәм штукатур эштәре” йүнәлеше буйынса ярышасаҡ 1-се мәктәп уҡыусыһы Альберт Булатов менән Ольга Бураҡаева, “Ҡыйыҡ ябыу эштәре” компетенцияһы буйынса сығарылыш уҡыусылары Анатолий Туҡтаров һәм Динар Тавабилов менән Татьяна Фадеева, Ришат Шаһманов шөғөлләнгән.
Майҙансыҡты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, “Мәләүез ВНЗМ” йәмғиәте директоры урынбаҫары Евгений Нурыев, “Мастер А” ойошмаһы етәксеһе Алексей Вибе, спонсорҙар, студенттар, эксперттар ҡатнашты. Сығыш яһаусылар чемпионат финалында ҡатнашасаҡ үҫмерҙәргә фатиха һүҙҙәрен әйтте. Колледждың йылдан-йыл милли чемпионат сиктәрендә яңы кимәлгә сығыуын билдәләнеләр. Конкурсанттарҙың үҙҙәренең уңышы менән уҡыу йортоноң ғына түгел, ә район-ҡаланың, республиканың ҡаҙаныштар тупланмаһын тултырыуын һәм студенттар, сығарылыш уҡыусылары, юниорҙарҙың Worldskills хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашып, алтын, көмөш, бронза миҙалдары алып ҡайтыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Сара үҙешмәкәр артистарҙың сығышы һәм майҙансыҡты асыу менән тамамланды.
Читайте нас: