ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2020, 19:01

Аралар нығынһын, йылынһын ғына

Һәр тултырылған квитанция - беҙгә ышаныс, баҫмаға ихтыяж билдәһе. Тимәк, беҙ бергә һәм берҙәм. Ошо төшөнсәләрҙе аңлауҙан ысын мәғәнәһендә күңелдәр тулыша, “Көнгәгебеҙҙе” тағы ла күркәмерәк, йөкмәткелерәк, фәһемлерәк итеү теләге көсәйә, һәм, әлбиттә, беҙ был бурысты атҡарырға тырышасаҡбыҙ.

Ниһайәт, Яңы 2021 йылға аяҡ баҫтыҡ. Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, үҙемдең һәм редакция хеҙмәткәрҙәре исеменән был сағыу байрам, тарихи ваҡиға менән ихлас ҡотлайым! Иҫке йыл һөйөнөстәргә ҡарағанда күберәк көйөнөстәре менән һынаһа ла, уны артыҡ яманламайыҡ, кем әйтмешләй, һәр нәмәгә риза булырға кәрәк. Үгеҙ йылы имен, тыныс килһен, халыҡтар үҙ-ара татыу йәшәһен, барыбыҙҙың да изге уй-ниәттәребеҙ, теләктәребеҙ ғәмәлгә ашһын.
Гәзитебеҙҙе алдырып уҡыған яҡташтарыма оло рәхмәтемде еткерәм. Һәр тултырылған квитанция - беҙгә ышаныс, баҫмаға ихтыяж билдәһе. Тимәк, беҙ бергә һәм берҙәм. Ошо төшөнсәләрҙе аңлауҙан ысын мәғәнәһендә күңелдәр тулыша, “Көнгәгебеҙҙе” тағы ла күркәмерәк, йөкмәткелерәк, фәһемлерәк итеү теләге көсәйә, һәм, әлбиттә, беҙ был бурысты атҡарырға тырышасаҡбыҙ. Бығаса баҫылған мәҡәләмдә гәзитебеҙҙе дөйөм байлығыбыҙ, аралашыу майҙаныбыҙ, тип билдәләгәйнем. Ысынлап та, уның биттәрендә – беҙҙең тормошобоҙ, йәшәйешебеҙ. Ижад иткән, ҡәләмен шымартҡан, яңылыҡтары, кисерештәре, фекерҙәре менән бүлешергә теләгәндәрҙең барыһы өсөн дә редакция ишеге асыҡ. Беҙҙең менән бәйләнешкә төрлөсә инергә мөмкин: махсус килеп, телефон аша шылтыратып, ватсап, социаль селтәрҙәрҙәге “Көнгәк” төркөмөнә, электрон адресҡа яҙып. Йән аҙығы һүҙгә сарсап йәшәгәнсе, аралашып йәшәүгә ни етә? Бер-беребеҙҙең күңелен, бәҫен күтәрәйек, борсоған һорауҙарҙың сиселеш юлын эҙләйек, яңы рубрикалар асайыҡ. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.
“Көнгәк” гәзите интернет донъяһында ла үҫешә. Байтаҡ яңылыҡ, мәҡәлә rbsmi.ru сайтында донъя күрә. Улар “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә сағылыш таба. Инстаграм, фейсбукта ла “Көнгәк” төркөмдәре барлыҡҡа килде. Уларҙың аудиторияһы киңәйһен ине тигән теләктәбеҙ. Дуҫтарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы саҡырһағыҙ, бик рәхмәтле булыр инек.
2020 йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған, Зауыҡлы биләмәләр темаһын яҡтыртҡан, районыбыҙҙың 90 йыллығын сағылдырған, Башҡорт теленә бағышланған байтаҡ мәҡәләләр донъя күрҙе. Йәмғиәттә ҙур урын биләгән был темалар артабан да яҡтыртыласаҡ. 2021 йылды Рәсәй Президенты Владимир Путин Фән һәм технологиялар йылы, Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итте. Яңынан-яңы исемдәр, факттар, асыштар, үткән тормош, онотолған тарих, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ташҡа баҫыласаҡ.
Уңайҙан файҙаланып, 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу осоронда ярҙам күрһәткәндәргә сикһеҙ рәхмәтемде еткермәксемен: район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа, фермерҙар Ғүмәр Иҫәнов, Таһир Ханнанов, Руслан Әлимғужин, Илдар Ғирфатовтарға, “Ашҡаҙар” йәмғиәте етәксеһе Илдус Хәлитовҡа, “Аҡтирмән” йәмғиәте хужалары Рима һәм Заһир Күлбаевтарға, “Ағиҙел” кооперативы етәксеһе Салауат Мозафаровҡа, район-ҡаланың Почетлы гражданы Юнир Аҙнағоловҡа, Мотай ауылы старостаһы Мират Рыҫҡоловҡа, эшҡыуар Фаягөл Ҡунаҡбаеваға, әүҙем уҡыусыбыҙ Гөлсөм Күсмәеваға, бөтә предприятие, ойошма етәкселәренә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә һәм почтальондарға.
Яңы йыл барыбыҙға ла уңышлы, бәрәкәтле, бәхетле килһен!
Читайте нас: