Конгэк
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Ғинуар 2021, 18:10

Февраль башында республикала грипп эпидемияһы көтөлә

Грипп та килә икән әле...

Февраль башында Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә, тип иҫкәртә Роспотребнадзорҙың республика идаралығы.
Мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә ведомство етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор ауырыуҙарының артыуы билдәләнә. Әлегә грипп вирусы асыҡланмаған.
«ОРВИ менән сирләү буйынса хәл яҡынса былтырғы кимәлдә. Ноябрҙә генә юғары булды. Әлеге ваҡытта ауырыу эпидемик булмаған күрһәткестә. Ләкин грипп тулҡынын көтәбеҙ, ул республикабыҙға, ғәҙәттә, ғинуарҙың һуңғы көндәрендә һәм февраль башында килә. Быйыл респиратор инфекциялары февраль башында арта башлар, ошо уҡ ваҡытта грипп вирусы ла барлыҡҡа килер тип уйлайбыҙ. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фаразлауынса, гриптың А һәм В вирустары көтөлә», — тине Галина Пермина.
Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары билдәләүенсә, республикала халыҡтың күпселеге (60%) гриптан прививка эшләткән. Шуға бәйле ауырыу кимәле юғары булмаҫҡа тейеш.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.