ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ғинуар 2021, 12:03

Шыршыны ҡайҙа ҡуйырға?

Әгәр ҙә һеҙ шыршығыҙҙы ташларға өлгөрмәгән булһағыҙ, ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ...

Яңы йыл байрамы үтеп китеү менән өй түрен йәмләп ултырған шыршының да кәрәге ҡалмай. Берәүҙәр уны сүплеккә сығарып ташлаһа, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашлылар ағасты ҡайҙа ҡуйырға тип баш вата. Әгәр ҙә һеҙ шыршығыҙҙы ташларға өлгөрмәгән булһағыҙ, ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалып, уға икенсе ғүмер бүләк итә алаһығыҙ.
Шыршы ботаҡтарынан мунса өсөн бына тигән миндек эшләп була. Ундай миндекте ярты сәғәт самаһы ҡайнар һыуҙа бешекләп алғандан һуң сабыныу өсөн ҡулланырға мөмкин.
Ҡайнар һыуҙа бер-ике сәғәт бешекләнгән ылыҫ төнәтмәһен эсергә ярай. Ул А һәм С витаминдарына бай, бигерәк тә ябығырға теләгәндәр өсөн файҙалы. Әммә уны күпләп эсергә кәңәш ителмәй, сама белеү мөһим.
Шул уҡ төнәтмә сайыныу өсөн дә ҡулланыла. Ул хәлһеҙлектән ярҙам итә, ҡан йөрөшөн яҡшырта.
Шыршы хайуандар өсөн бына тигән аҙыҡ. Ферма һәм зоопарктарҙа уларҙы ваҡланған ылыҫ менән һыйлайҙар.
Кипкән ағас ботаҡтары мунса мейесендә, мангалда ут тоҡандырыу өсөн дә файҙаланыла, әммә уны өй мейесендә яндырыу кәңәш ителмәй.
Оҙаҡ ваҡыт серемәй һаҡланған шыршы ылыҫы ерҙе ашлау өсөн дә ҡулланыла. Ул тупраҡтың дымын һаҡлай һәм уңдырышлылығын арттыра. Әгәр баҡсағыҙ булһа, уның һеҙгә, һис шикһеҙ, кәрәге тейер.
Бүлмә гөлдәрен ашлау өсөн уның төнәтмәһен файҙаланырға мөмкин. Бер нисә сәғәт дауамында ҡайнар һыуҙа тотоп һыуытҡас, сәскәләргә һибергә кәрәк.
Ошондай уҡ төнәтмәне өй шарттарында һабын эшләү өсөн дә ҡулланырға ярай. Хуш еҫле һабын магазинда һатылғанына ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ. Уны эшләү ысулдары менән интернет селтәрендә танышырға мөмкин.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Фото интернеттан.
Читайте нас: