ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ғинуар 2021, 16:25

Яңылыша белһәң, төҙәтә лә бел

Әҙәм балаһының күрәсәге маңлайына яҙылып ҡуя, тиҙәр. Әллә тулы булмаған ғаиләлә үҫкәнгә, өлкәндәрҙең таянысын тоймағанға гел бәхетһеҙлек һағалап торҙомо уны? Наташаны (исеме үҙгәртеп алынды) һуңғы арала бындай уйҙар йыш борсой. Әрһеҙ һағыҙаҡ шикелле мейене бер туҡтауһыҙ тишкеләй.... Атаһы ҡыҙы тыумаҫ борон әсәһен ташлап киткән, йәш ҡатын иһә өс йәшлек сабыйының киләсәген уйларлыҡ хәлдә булмай, үҙ-үҙенә ҡул һала. Наташаны туған тейешле ғаилә тәрбиәгә ала. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай, тиҙәрме әле, тейешле ҡағиҙә сиктәрендә йәшәргә өйрәнмәгән ҡыҙ урамға тартыла, өлкәндәр тормошо ылыҡтыра уны. (Дауамы аҫтағы һылтанмала).

Әҙәм балаһының күрәсәге маңлайына яҙылып ҡуя, тиҙәр. Әллә тулы булмаған ғаиләлә үҫкәнгә, өлкәндәрҙең таянысын тоймағанға гел бәхетһеҙлек һағалап торҙомо уны? Наташаны (исеме үҙгәртеп алынды) һуңғы арала бындай уйҙар йыш борсой. Әрһеҙ һағыҙаҡ шикелле мейене бер туҡтауһыҙ тишкеләй.
... Атаһы ҡыҙы тыумаҫ борон әсәһен ташлап киткән, йәш ҡатын иһә өс йәшлек сабыйының киләсәген уйларлыҡ хәлдә булмай, үҙ-үҙенә ҡул һала. Наташаны туған тейешле ғаилә тәрбиәгә ала. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай, тиҙәрме әле, тейешле ҡағиҙә сиктәрендә йәшәргә өйрәнмәгән ҡыҙ урамға тартыла, өлкәндәр тормошо ылыҡтыра уны. Үҙе кеүек тиҫтерҙәр араһында тәмәке, иҫерткес эсемлектәрҙе тәү тапҡыр татый. Кемдән ауырға ҡалғанын да белмәй үҫмер, ата-әсә наҙын татымаған ҡыҙ ят ҡосаҡтарҙа йылы эҙләй, тик бәлә өҫтөнә бәлә генә өҫтәлә. Бала тапмаҫ элек наркотик тәмләп ҡарай Наташа. “Тиҙлек” тип аталған онтаҡты быяла колбаға һалып йылытып, еҫкәргә биргәндәрен ҡыҙыҡһынып ситтән күҙәтеп ҡарап торғас, уға ла тәҡдим итәләр. Эйфория тойғоһо, күпмелер ваҡытҡа һауала осҡан ҡош кеүек тойғандан һуң, кире ергә төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡала, мейе яңы доза, аҡса талап итә. Өйҙәше асыулана, тартырға рөхсәт итмәй. Май айынан вахта ысулы менән себергә киткәс, фатирҙа иркен, йыш ҡына әшнәләре килә, бергәләшеп наркотик ҡулланалар, токсик матдә еҫкәйҙәр. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр, полиция хеҙмәткәрҙәре лә йоҡлап ятмай: йәшәгән фатирында ҡатындың притон ойошторғанын асыҡлай. Яңыраҡ Мәләүез район-ара суды 20 йәшлек Наташаға ҡарата ғәйепләү ҡарары сығара: йәш ҡатын бер йылға иркенән мәхрүм ителә.
Читайте нас: