ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2021, 15:30

Егет булһа, ут булһын!

Яҡындарыбыҙға яҡшы һүҙҙәр әйтә беләбеҙме, ҡәҙер итәбеҙме, тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, әллә ҡай саҡ онотолоп та китәбеҙме? Яҡшы һүҙ - йән аҙығы, тиҙәр бит. Ошо яҡшы ғәҙәтте беҙ ҙә дауам итергә булдыҡ, гәзит уҡыусыларыбыҙ. Яҡынлашып килгән 23 февралгә бәйләп, ир-егеттәребеҙ араһында “Көнгәк батыры” конкурсын уҙғарырға ниәт иттек. Унда теләге булған алты йәштән алтмыш йәшкә ҡәҙәре яҡташтар ҡатнаша ала. Иң күп тауыш йыйған конкурсантыбыҙ еңеүсе тип табыла.Тирә-яғығыҙға әйләнеп ҡарағыҙ: холоҡ-фиғеле, булмышы, йә иһә уҡыуҙағы өлгәше, ҡылған эше менән “Көнгәк батыры” титулына эйә булырҙайҙар бармы? Булһа, Imamova68@list/ru электрон адресына һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ, гәзит уҡыусыларыбыҙ!Таныш булығыҙ - тәүге конкурсантыбыҙ Мотай ауылы старостаһы Мират Рыҫҡолов. (дауамы аҫтағы һылтанмала).

Яҡындарыбыҙға яҡшы һүҙҙәр әйтә беләбеҙме, ҡәҙер итәбеҙме, тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, әллә ҡай саҡ онотолоп та китәбеҙме? Яҡшы һүҙ - йән аҙығы, тиҙәр бит. Ошо яҡшы ғәҙәтте беҙ ҙә дауам итергә булдыҡ, гәзит уҡыусыларыбыҙ. Яҡынлашып килгән 23 февралгә бәйләп, ир-егеттәребеҙ араһында “Көнгәк батыры” конкурсын уҙғарырға ниәт иттек. Унда теләге булған алты йәштән алтмыш йәшкә ҡәҙәре яҡташтар ҡатнаша ала. Иң күп тауыш йыйған конкурсантыбыҙ еңеүсе тип табыла.
Тирә-яғығыҙға әйләнеп ҡарағыҙ: холоҡ-фиғеле, булмышы, йә иһә уҡыуҙағы өлгәше, ҡылған эше менән “Көнгәк батыры” титулына эйә булырҙайҙар бармы? Булһа, Imamova68@list/ru электрон адресына һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ, гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Таныш булығыҙ - тәүге конкурсантыбыҙ Мотай ауылы старостаһы Мират Рыҫҡолов. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында ябай участковыйҙан Йомағужа милиция бүлеге начальнигы вазифаһына тиклем үрләтелгән, майор чинына еткән геройыбыҙ ысын мәғәнәһендә дөрөҫлөктө, ғәҙеллекте ярата. Отставкаға киткәс, Һарыш, һуңғараҡ Күгәрсен районының Түбәнге Бикҡужа,Йомағужа, Мораҡ ауылы советы хакимиәте башлығы йөгөн тарта, әле бер нисә йыл рәттән Мотай ауылы старостаһы вазифаһын атҡара. Тирә-яҡтағы ғәҙелһеҙлеккә битараф түгел Мират. Тағы ла, ҡайҙа ғына эшләмәһен, ул етәкселек иткән биләмәлә халыҡ араһында эскелеккә аяуһыҙ көрәш алып бара ул, кешелктең рухи яҡтан сәләмәтлеге һағында тора. Уның кеүек ир-егеттәребеҙ күберәк булһын ине ул!
Һәләтлене һәнәк тотҡанынан белеп була тиҙәр. Һуңғы йылда шәхси ихатаһында малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән геройыбыҙ - ике китап авторы ла. Былтыр “Эй, яҙмыш, яҙмыш...” исеме аҫтында шиғыр һәм хикәйәләр баҫмаһы донъя күрҙе. Башҡорт тарихы йылына арналған “Үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тереләрҙең ҡәҙерен бел” исемле китабы 20-се быуаттан бөгөнгө Мотай ауылы ауылы халҡы, тарихына арналған.
Читайте нас: