ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2021, 15:38

Иҫкә алайыҡ

Сәғитов Зиннәтулла Ғиззәтулла улының йөрәге тибеүҙән туҡтауына 16 ғинуарҙа – 10 йыл.

Ҡәҙерле һәм һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан алсаҡ әтейебеҙ, хәстәрлекле һәм аҡыллы олатайыбыҙ, йомшаҡ һәм изге күңелле ҡарт олатайыбыҙ Сәғитов Зиннәтулла Ғиззәтулла улының йөрәге тибеүҙән туҡтауына 16 ғинуарҙа – 10 йыл.
Ғәзизебеҙ эшһөйәр, намыҫлы, тырыш, көслө рухлы, изгелекле, ярҙамсыл, мәрхәмәтле, тирә-яҡтағыларға иғтибарлы, туған йәнле булды – бар булмышы менән бөтәһен дә ҡайғыртып-хәстәрләп, нур сәсеп йәшәне.
Ҡотош ауыл халҡы ғына түгел, яҡын-тирә ауылдағылар ҙа дин тотҡан, мәжлестәрҙә яттан аяттар уҡыған абруйлы яҡыныбыҙға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте. Һағынып һөйләргә генә ҡалды ҡәҙерлебеҙҙе...
Беҙ һине юҡһынабыҙ, яҡшы яҡтан ғына хәтерләйбеҙ. Ә йөрәктәр әрней, һағыш һаман да баҫылмай. Урының мәңге ожмахта, йәнең йәннәттә, ауыр тупрағың еңел, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты һәм нурлы булһын. Һәр саҡ йөрәгебеҙҙең иң түрендә булырһың!
Ҡәҙерле кешебеҙҙе белгәндәр беҙҙең менән бергә уны йылы һүҙҙәр һәм яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алһын ине.
Тормош иптәше, ҡыҙҙары, улдары, килендәре, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре.
Читайте нас: