ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ғинуар 2021, 02:53

Мөғжизәләр иҫкәртә

Мөғжизә иманға ҡайтарырмы? Аллаһ тәғәлә үҙенең барлығын, берлеген, илаһилығын иҫкә төшөрөү өсөн әҙәм балаһына ҡөҙрәтен күрһәтә. Дағстанда тыуған сабый тәнендә әленән-әле барлыҡҡа килгән Ҡөрьән яҙыуҙарын шулай уҡ бер кем дә аңлата алмай.

Ерҙә тормош барлыҡҡа килеүе, аң етмәҫтәй мөғжизәләр, аңлата алмаҫлыҡ ваҡиғалар ябай кешенең генә түгел, ғалимдарҙың да башын ҡатыра. Аллаһ тәғәлә үҙенең барлығын, берлеген, илаһилығын иҫкә төшөрөү өсөн әҙәм балаһына ҡөҙрәтен күрһәтә. Күҙгә күренмәгәндәренән тыш бал ҡорттары балауыҙ менән "Аллаһ" һүҙен яҙыуы, йомортҡала төшөрөлөүе кеүек асыҡ күрһәткәне лә етерлек. Кешелек аҙашҡан һайын тура юл күрһәткән изге китаптары ла әле булһа асылып бөтмәгән сер булып ҡала. Ә бына Дағстанда тыуған сабый тәнендә әленән-әле барлыҡҡа килгән Ҡөрьән яҙыуҙарын шулай уҡ бер кем дә аңлата алмай. Яҙыу ҡалҡыр алдынан бала бик ғазаплана, табиптар ярҙам итә алмай. Шуныһы сәйер ҙә, һөйөнөслө лә: тыумыштан булған ауыр сире сигенә...
Читайте нас: