Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ғинуар 2021, 18:25

Һеҙгә дүрт аяҡлы дуҫ кәрәкмәйме?

Хужаһыҙ ҡалған эттәр мәсьәләһе һәр заманда ла көнүҙәклеген юғалтҡаны юҡ. Бында беҙ, әлбиттә, үҙебеҙ ғәйепле. Һатып йә табып алағандан һуң үрсеһә, кәрәкмәй башлаһа, сығарып ташлайбыҙ. Ас хайуандар ҡош-ҡортҡа, малға ынтыла. Балалар өсөн генә түгел, ололар өсөн дә хәүеф тыуҙыра улар. Быға миҫалдар ишетелеп кенә тора.

Йыл башынан ҡала хакимиәте менән төҙөлгән контракт буйынса «Йәшел хужалыҡ» муниципаль унитар предприятиеһы берәҙәк эттәрҙе табып ваҡытлыса ҡарау пунктында ун көн тота, шул осорҙа ветстанция хеҙмәткәрҙәре уларға йоғошло ауырыуҙарҙан прививка эшләй, стерилләй, ҡолаҡтарына бирка беркетә. «Йыл башынан тотолған 17 эт медицина дауаланыуы үтте. Унан һуң уларҙы кире урамға ебәрергә мәжбүрбеҙ. Инстаграм селтәрендә “Йәшел хужалыҡ”тың сайты бар, унда берәҙәк эттәр тураһында мәғлүмәт урынлаштырҙыҡ. Шулай итеп дүрт аяҡлы дуҫ үҙенә яңы хужа тапты”, - ти белгес Әлфиә Йосопова.
Читайте нас: