ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Февраль 2021, 16:40

Теләк иткән - мораҙына еткән

Урман өҫкә ауып килгән яҡтанмын. “Нисек ҡурҡмай ошо тау-таш араһында йәшәп ятаһығыҙ, анау ағас артында бүре һағалап тора һымаҡ”, - тип ялан яғынан төшкән килен йыш әйтә торғайны. Ул замандан ҡарағайҙары ла һирәгәйҙе, оҙаҡ йылдар ситкә оҙата торғас, сифатлы урман ҡалманы ла тиерлек. Тауҙарҙа елдә, күк күкрәп йәшен йәшнәгәндә һынған уҫаҡ-ҡайындарҙы хәҙер утынға алырға рөхсәт бирҙеләр, ә уны ҡулланырға ярамаған замандар ҙа бар ине. Бигерәк парадокс ваҡытта йәшәйбеҙ, эшкә яраҡлы утынды мейескә яғабыҙ, үҙебеҙ ағас онтағынан эшләнгән мебель һатып алабыҙ, тип йыш уйлана торғайным. Бер уйлаһаң, өҫкә ауып килгән байлыҡтың да ҡәҙерен белмәйбеҙ бит. Ағастың тамырын да әрәм итмәй сит илдәрҙә алып китеп эшкәрткәндәре тураһында ла яҙалар. Ә беҙҙә технология алға китешмәгән. Ағастың ваҡ ботаҡтарына хәтлем әрәм итмәй, имән, ҡайын, саған, ҡарама ағасын бер ҡалдыҡһыҙ эшкәртеп, гриль һәм мангалда аҙыҡ-түлек ыҫлар өсөн күмер етештергән эшҡыуар Анатолий Зайчиков тураһынла ишеткәс уның менән танышыу теләгем ошо көндәрҙә тормошҡа ашты.

Урман өҫкә ауып килгән яҡтан тыумышым. “Нисек ҡурҡмай ошо тау-таш араһында йәшәп ятаһығыҙ, анау ағас артында бүре һағалап тора һымаҡ”, - тип ялан яғынан төшкән килен йыш әйтә торғайны. Ул замандан ҡарағайҙары ла һирәгәйҙе, оҙаҡ йылдар ситкә оҙата торғас, сифатлы урман ҡалманы ла тиерлек. Тауҙарҙа елдә, күк күкрәп йәшен йәшнәгәндә һынған уҫаҡ-ҡайындарҙы хәҙер утынға алырға рөхсәт бирҙеләр, ә уны ҡулланырға ярамаған замандар ҙа бар ине. Бигерәк парадокс ваҡытта йәшәйбеҙ, эшкә яраҡлы утынды мейескә яғабыҙ, үҙебеҙ ағас онтағынан эшләнгән мебель һатып алабыҙ, тип йыш уйлана торғайным. Бер уйлаһаң, өҫкә ауып килгән байлыҡтың да ҡәҙерен белмәйбеҙ бит. Ағастың тамырын да әрәм итмәй сит илдәрҙә алып китеп эшкәрткәндәре тураһында ла яҙалар. Ә беҙҙә технология алға китешмәгән.
Ағастың ваҡ ботаҡтарына хәтлем әрәм итмәй, имән, ҡайын, саған, ҡарама ағасын бер ҡалдыҡһыҙ эшкәртеп, гриль һәм мангалда аҙыҡ-түлек ыҫлар өсөн күмер етештергән эшҡыуар Анатолий Зайчиков менән танышыу теләгем ошо көндәрҙә тормошҡа ашты. Воскресенск ауылының фермеры, эшҡыуарын ҙур мейестәр урынлаштырылған цехта тап иттек. Интернет селтәрен байҡап, Пермь, Раевка, Йылайыр оҫталары менән осрашып-кәңәшләшеп, күмер әҙерләй торған конструкция төҙөгән кешегә һоҡланыуымды йәшермәйем: рентабеллеген иҫәпләп сығарғас, йылдар буйы күңелендә йөрөткән хыялын тормошҡа ашырған! “Ике метр диаметрлы мейескә утынды тултырғас, ауыҙынан газ сыҡмаҫлыҡ итеп балсыҡ менән һылап ҡуйыла. Икенсе яҡтан изоляцияланған мейестәге утынды тоҡандырғас, пиролиз газы бүленеп сыға башлай, конструкция ҡыҙа, тейешенсә температураға күтәрелә, шунан яңы бешкән икмәк кеүек күмер өлгөрә”, - үҙенең эше менән ҡәнәғәт Анатолий Александрович беҙгә экскурсия үткәрә. Мейес тулыһынса һыуынмайынса уны асырға ярамай - янғын сығыу ихтимал. Арыраҡ ҡара сорнай кеүек ҡоромға буялған, ялтырап тештәре генә күренгән Тамара Елистратова, Ирина Димакина, Оксана Мухина күмерҙе иләк аша үткәреп, ваҡ саң, онтаҡтарҙан арындыра, унан тоҡтарға тултыра. “Эштең спецификаһы шулай инде, уларға ял итеү урыны булдырылған, хеҙмәт аҙағында ҡыҙҙар мунса инеп ҡайтып китә”, - ти эшҡыуар.
Йыл да аукцион аша 2-4 гектар урман һатып алып, диләнкәне таҙартҡас, унда яңы үҫентеләр ултыртыла. Ә етештерелгән тауарҙы яҙ миҙгеле башланыу менән күмәртәләп һатып алып бөтәләр, яҡын-тирәлә конкуренттар юҡ тиерлек. Шуға ла Анатолий Александрович етештереү күләмен арттырмаҡсы, яңы мейес конструкцияларына һынау үткәрә. Алдына маҡсаттар ҡуйып, идеялар менән янып йәшәгән, ағас материалын ҡалдыҡһыҙ эшкәртеүгә ирешкән, ауылдаштарына эш урыны булдырған уҙаманға һоҡланырға ғына ҡала.
Читайте нас: