ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Февраль 2021, 12:21

"Сәскәләр донъяһы"нда

“Мир цветов” магазины тураһында мәҡәлә баҫылған “Көнгәк” гәзитен тотоп барыусыларҙы 10 процентлы ташлама көтә.

Гөл-сәскәләр бүләк итеү - мөхәббәт, матурлыҡ, илһам билдәһе. Аллы-гөллө сағыу гөлләмәне ҡулына алған һәр кеше сикһеҙ ҡыуаныс кисерә, рәхмәтен белдерә. Донъяла уларҙан да күркәмерәк, наҙлыраҡ бер ни юҡ кеүек. Һәр сәскә үҙенсәлекле, үҙенә генә хас хуш еҫле, ҡабатланмаҫ биҙәкле.
Ҡалабыҙҙың Буранғолов урамы, 29 адресы буйынса урынлашҡан “Мир цветов” (“Сәскәләр донъяһы”) магазинында сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ! Был сауҙа нөктәһе 2011 йылдан башлап һатып алыусыларҙы ҡыуандырып, уңышлы эшләй. Уға нигеҙ һалған яҡташыбыҙ, һәләтле эшҡыуар Нурия Исламғолова гөл-сәскәләрҙең бөтә нескәлеген, серен һәйбәт белә. Яратҡан шөғөлөнә бар күңел йылыһын, наҙын һала ул. Туплаған тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша, бигерәк тә яңы эш башлаусыларға остаз кәңәше һәр саҡ кәрәк. Был йәһәттән улы Рәмил Ғимадиевҡа уңыш йылмайған. Бөгөн “Мир цветов” магазины эшмәкәрлеге өсөн Рәмил Фәнил улы яуаплы. Бергә башҡарған эш ырамлы ла, һөҙөмтәле лә, күңелле лә.
Тыуған көндәргә лә гөлләмә - иң күркәм бүләк. Хәйер, һөйөклө, ҡәҙерле кешеңде ҡыуандырыр өсөн сәбәп кәрәк тә түгел. Һәр тыуған яңы көн – үҙе ҡабатланмаҫ байрам. Бүләгеңде үҙең тапшыра алмаһаң, курьер аша өйөнә, эшенә заказ эшләргә мөмкин. Магазин тарафынан гөлләмәне ҡала, район, башҡа ҡалаларға илтеп биреү хеҙмәте ҡаралған.
“Мир цветов” магазинында ассортимент бай. Тере, киҫелгән сәскәләрҙән тыш, яһалмалары ла бар. Гөлдө үҫтереү өсөн көршәктәр, тәрбиәләү кәрәк-ярағы, гелий тултырылған шарҙар, открыткалар, йомшаҡ уйынсыҡтар, байрам атрибутикаһы, плакаттар һәм башҡалар.
“Сәскәләр донъяһы”нда һәр ваҡыт төрлө акциялар ойошторола, тыуған көн айҡанлы, йыш һатып алыусыларға ташлама ҡаралған. Социаль селтәрҙәге “Мир цветов” төркөмдәрендә урынлаштырылған фото, постарға күберәк тауыш биргән, лайк, класс ҡуйған, комментарий яҙғандарға бүләккә гөлләмә уйнатыла. Еңеүсене компьютер билдәләй. Һеҙ ҙә ҡалышмағыҙ, хөрмәтле дуҫтар!
“Мир цветов” магазины тураһында мәҡәлә баҫылған “Көнгәк” гәзитен тотоп барыусыларҙы 10 процентлы ташлама көтә.
“Мир цветов” магазины адресы:
Мәләүез ҡалаһы, Буранғолов урамы, 29.
Эш ва
ҡыты: иртәнге 8-ҙән киске 21-гә тиклем. Ял көндәрһеҙ.
Бәйләнеш өсөн телефон: 89371693874 WhatsApp, Viber, Telegram.
“Мир цветов” магазины ха
ҡында ҡыҙыҡлы һәм тулы мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙә табып уҡырға мөмкин: Инстаграмда - mir_cvetov_meleuz , Бәйләнештә – Мир Цветов.
#цветымелеуз #доставкацветовмелеуз #букетымелеуз #мелеузцветы
Читайте нас: