ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2021, 19:55

Ҡатын-ҡыҙҙы нимә йәшәртә һәм нимә ҡартайта?

Ниндәй генә йәштә булмаһын, һәр ҡатын-ҡыҙ матур һәм йәш булып күренгеһе килә. Ҡайһы берәүҙәрҙең был уйы килеп сыға, ә икенселәрҙеке - юҡ. Сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ? Эш шунда: үҙен нимә йәшәртеүен, нимә ҡартайтыуын белгән гүзәл зат һәр ваҡыт йәш булып күренә.Нимә ҡартайта?

Ниндәй генә йәштә булмаһын, һәр ҡатын-ҡыҙ матур һәм йәш булып күренгеһе килә. Ҡайһы берәүҙәрҙең был уйы килеп сыға, ә икенселәрҙеке - юҡ. Сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ? Эш шунда: үҙен нимә йәшәртеүен, нимә ҡартайтыуын белгән гүзәл зат һәр ваҡыт йәш булып күренә.
Нимә ҡартайта?
Сырайҙағы ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо, тормошҡа пессимистик ҡараш, асыулы йөҙ – быларҙың барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙы үҙенең йәшенән оло итеп күрһәтеүсе төп сәбәптәр. Һүнгән күҙле, шатлана белмәгән, битараф булып күренгән кеше лә ҡарт булып күренә. Эргә-тирәләге ваҡиғаларға, кешеләргә кире мөнәсәбәттә булыу, ғәйеплеләрҙе эҙләү ғәҙәте, көнсөллөк тойғоһо ла гүзәл затты ҡартайта. Төшөнкөлөккә бирелгән, гел кемделер әрләгән, тәнҡитләгән кешеләр ҙә ваҡытынан алда олоғая. Ауыр уйҙары, кисерештәре сиргә юлыҡтырыуы ла мөмкин.
Тағы ла ҡатын-ҡыҙҙы сал сәсе оло күрһәтә. Уны буяп йөрөгән осраҡта төбөнән үҫеп сыҡҡас та буятырға кәрәк. Әгәр тигеҙ генә ағарған булһа һәм уны буятырға теләмәһәгеҙ, һәр ваҡыт йыуып, таҙа һәм матур итеп йөрөткәндә йәш булып күренергә мөмкин.
Нимә йәшәртә?
Йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡатын-ҡыҙ тиҫтерҙәренә ҡарағанда йәшерәк күренә. Ихлас йылмайған ваҡытта күҙҙә барлыҡҡа килгән осҡон йәш һәм матур итә. Йылмаймауының сәбәбен ҡайһы берәүҙәр йәшәйештең ауыр булыуына бәйләр. Эйе, тормош булғас, барыһы ла була. Әммә килеп сыҡҡан проблеманы, ҡаршылыҡты, башҡаларҙы ғәйепләмәй генә, унан сығыу юлын эҙләү, табыу кешене көслөрәк итә. Ә рухы, ихтыяры ныҡтар бер нәмә алдында ла ҡаушап ҡалмай, алға бара, ышаныслы була.
Үҙен һәр ваҡыт ҡарап, тәрбиәләп, йәғни сәсен матур итеп йөрөткән, еңелсә биҙәнгән, биҙәүестәр таҡҡан, кәүҙәһенә, төҫөнә тура килгән кейем кейгән ҡатын-ҡыҙ йәш сырайлы була. Килешкән төҫлө әйбер йөҙгә яҡын булырға тейеш. Мәҫәлән, шарф, блузка, кофта, ирен буяғыс һәм башҡалар.
Читайте нас: