Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Июнь 2021, 00:45

Коронавирустан һуң диспасеризация үткәреләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин 18 июндә ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы COVID-19 менән ауырып шәбәйгәндәргә ентекле диспансеризация үтеүгә хоҡуҡ биреләсәк.1 июлдән һуң "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша йәки үҙең барып медицина ойошмаһына яҙылырға йә страховка компанияһына мөрәжәғәт итергә лә ярай. Ентекле диспансеризация ике этапҡа бүленә. Беренсеһе коронавирус менән ауырып шәбәйгән һәм ундай пациенттарҙың федераль регистрына индерелгән кешеләрҙең барыһына ла өҫтөнлөклө төркөм булараҡ тәҡдим ителә:

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин 18 июндә ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы COVID-19 менән ауырып шәбәйгәндәргә ентекле диспансеризация үтеүгә хоҡуҡ биреләсәк. Әгәр ошо тикшереү һөҙөмтәһендә кешенең инфекциялы булмаған хроник (шул иҫәптән коронавирус менән бәйле) сире барлығы асыҡланһа, уны диспансер күҙәтеүенә алырға, тейешле дауалау курсы һәм реабилитация үтеү тәҡдим итергә, ҡануниәт нигеҙендә дарыуҙарҙы бушлай бирергә тейештәр. "Башҡортостан" гәзите хәбәр итеүенсә, 18 йәше тулғандар, коронавирус менән сирләп шәбәйгәндән һуң ике ай уҙғас, үтә ала. Ауырыуының медицина ойошмаһында рәсми рәүештә раҫланыуы мотлаҡ түгел. 1 июлдән һуң "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша йәки үҙең барып медицина ойошмаһына яҙылырға йә страховка компанияһына мөрәжәғәт итергә лә ярай. Ентекле диспансеризация ике этапҡа бүленә. Беренсеһе коронавирус менән ауырып шәбәйгән һәм ундай пациенттарҙың федераль регистрына индерелгән кешеләрҙең барыһына ла өҫтөнлөклө төркөм булараҡ тәҡдим ителә: 1) тыныс мәлдә сатурация; 2) 6 минутлыҡ атлау менән тест; 3) спирометрия; 4) үпкәгә рентген (әгәр йыл дауамында үткәрелмәгән булһа); 5) ҡанға дөйөм анализ (лейкоцитар формуланы асыҡлау менән); 6) ҡанға биохимик анализ; 7) ҡандағы Д-димерҙарҙың концентрацияһын асыҡлау. Икенсе этап тәүгеһе барышында тайпылыштар күҙәтелгәндә генә үткәрелә: 1) тәндең аҫҡы өлөшөндәге веналарҙы дуплекста сканерлау; 2) күкрәк ҡыуышлығы ағзаларына компьютер томографияһы; 3) эхокардиография. Фото: atas.info
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: