Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Июнь 2021, 08:40

Әсәйебеҙ яҡты маяҡ кеүек

Бөгөн беҙҙең ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, һөйөклөләрҙән-һөйөклө кешебеҙ үҙенең олпат юбилейын билдәләй.Бөтә тәбиғәт йәшеллеккә, ялан-ҡырҙар сәскәгә күмелгән, ҡоштар бала сығарған матур миҙгелдең бар сифаттарын да үҙенә йыйған әсәйебеҙ. Июнь ҡояшы кеүек ҡайнар хисле, яҡты уйлы, киң күңелле. Ҡылған ҡылығының, башҡарған эшенең нигеҙендә лә тик изге ниәт кенә һалынған.

Бөгөн беҙҙең ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, һөйөклөләрҙән-һөйөклө кешебеҙ үҙенең олпат юбилейын билдәләй.
Бөтә тәбиғәт йәшеллеккә, ялан-ҡырҙар сәскәгә күмелгән, ҡоштар бала сығарған матур миҙгелдең бар сифаттарын да үҙенә йыйған әсәйебеҙ. Июнь ҡояшы кеүек ҡайнар хисле, яҡты уйлы, киң күңелле. Ҡылған ҡылығының, башҡарған эшенең нигеҙендә лә тик изге ниәт кенә һалынған.
Әсәйебеҙ Мәрзиә Зөлҡәрнәй ҡыҙы Хәсәнова тураһында һүҙ башлағанда иң элек тыуып-үҫкән йортобоҙ, бер нәмә менән дә сағыштырып булмаған ғәзиз ҡәҙерле кешеләребеҙ йөҙө, бәхетле бала саҡ хәтирәләре күҙ алдына килә.
Сығышы менән Ейәнсура районы Түбәнге Муйнаҡ ауылынан ул. Әммә уның бөтә аңлы ғүмере, тырыш хеҙмәт йылдары Мәләүез ҡалаһы менән бәйле. Нимәгә тотонһа ла, кем булып ҡына эшләһә лә, еренә еткереп, бар нескәлектәренә тиклем төшөнөп, үҙенә йөкмәтелгән бурысты үтәй торған кешеләрҙең береһе. Шуға ла балалар баҡсаһында, район-ара базала, кадет корпусында эшләгәндә лә хеҙмәттәштәре, етәкселек араһында лайыҡлы абруй ҡаҙана. Эшлеклелеге өсөн генә түгел,ә уны кешелеклелек сифаттары өсөн дә хөрмәт итәләр. Ярҙамсыл, йәшенә-ҡартына, дәрәжәһенә, вазифаһына ҡарамай, барыһына ла ихтирамлы, кеселекле булыуы өсөн дә яраталар.
Әсәйебеҙ төрлө яҡлап талантлы, мауығыуҙары, шөғөлдәре бик күп. Шулар араһында уның йыр сәнғәтенә һөйөүен билдәләп үткебеҙ килә. Ул йәштән сәхнәләрҙә сығыш яһай, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, юғары һөҙөмтәләр яулай. Ҡул эштәренә оҫталығы хаҡында ла әйтеп китмәү мөмкин түгел. Аҙ ғына буш ваҡыты булғанда ла тиҙ генә ҡул эшенә тотона. Бигерәк тә кис ултырырға ярата ул. Бөтә ғаләм төнгө йоҡоға талғас, үҙенең изге теләктәрен теләй-теләй, бәйләменең һәр күҙенә, һәр һырына күҙ нурҙарын теҙә-теҙә, беҙгә, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә шәл, ойоҡ, бирсәткәләр бәйләй. Уның аш-һыуға оҫталығы хаҡында ла бик күп һөйләргә булыр ине. Бәлештәре, икмәге, ҡоймағы һәр ваҡытта ла уңып бешә, ауыҙҙа иреп кенә тора. Әсәйебеҙҙең ҡамыр баҫҡанда уйҙары изге, теләктәре яҡты булғанға ла бешергән ризыҡтары шулай телде йоторлоҡ була.
Атайыбыҙ Фәтҡулла Фәтхелислам улы менән ғаилә ҡороуҙарына быйыл илле өс йыл. Ярты быуаттан ашыу дәүерҙә улар беҙгә, ике ҡыҙына ғүмер биргән, алты ейән-ейәнсәрен, бер бүләсәрен ҡулдарына алыу бәхетенә ирешкән, район-ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергән, яҡындарын, туғандарын үҙҙәренә һыйындырған.
Беҙ үҙебеҙ күптән әсәй-өләсәйбеҙ, әммә һаман булһа ҡәҙерле кешеләребеҙ кәңәшенә, өгөт-нәсихәтенә, уларҙың йылы ҡосағына, терәк-иңенә мохтажбыҙ. Үҙебеҙҙе балаларса хис итәбеҙ һәм ошо тойғо беҙгә сикһеҙ бәхет тойғоһон бирә. Әсәйебеҙ беҙгә бәләкәй саҡтан уҡ күңел сафлығы, намыҫ паклығы төшөнсәләрен һеңдереп, донъяның рәхәте лә, тормоштоң михнәте лә тап уларға бәйле булыуын аңлатып үҫтерҙе. Шуға ла беҙ, ике ҡыҙы, үҙ аллы тормош юлына баҫҡан осорҙа ҡаршылыҡтарҙы еңел үттек.
Әсәйебеҙҙең юбилей көнөндә лайыҡлы тәрбиә биргәне өсөн рәхмәт әйтәбеҙ һәм уға Аллаһы тәғәләнең мең рәхмәте яуыуын, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, күңелеңдәге йылы нур һүнмәүен, һүрелмәүен, беҙгә йәшәйеш сығанағы, тормошобоҙҙоң йәме, тәме булып йәшәүен теләйбеҙ.
Ҡыҙҙары, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре исеменән Гүзәл Ҡусҡарова.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: