Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июль 2021, 15:49

Әҙәп һәм тәүфиҡ – бәхеттең башы

Бынан алтмыш биш йыл элек июлдең бөгөнгө кеүек ҡояшлы көнөндә Һыртлан ауылында татыу ғаиләлә бер ҡыҙ тыуа. Ата-әсәһе уға яратып Миңъямал тип исем ҡуша.

Бынан алтмыш биш йыл элек июлдең бөгөнгө кеүек ҡояшлы көнөндә Һыртлан ауылында татыу ғаиләлә бер ҡыҙ тыуа. Ата-әсәһе уға яратып Миңъямал тип исем ҡуша.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ил емереклектәрҙән яңы арынып, халыҡ тырыш хеҙмәт менән илһамланып, яҡты киләсәккә ышанып йәшәһә лә, ауыр осор була әле. Ҡатмарлы ваҡытҡа ҡарамаҫтан, мәҡәләбеҙ геройы наҙға, һөйөүгә сорналып үҫә. Бала саҡтан уҡ изгелек, миһырбанлыҡ, эшһөйәрлек, яуаплылыҡ төшөнсәләренең кеше өсөн был тормошта иң мөһиме икәнлеген һеңдереп буй еткерә һәм әле булһа үҙенең ата-әсәһе нәсихәттәренә тоғро ҡала. Шуға ла уны яҙмышы матур ваҡиғалар, уңыштар менән бүләкләй, эргәһенә тик яҡшы күңелле кешеләрҙе ебәрә торғандыр.
1974 йылда Ишембайға әхирәтенә ҡунаҡҡа барғанда икенсе яртыһын осрата. Бер күреүҙән ғашиҡ була улар. Танышалар, дуҫлашалар, аҙаҡ ҡыҙ егетте армияға оҙатып, һағыныу ғазаптарын да, яратыу шатлығын да кисереп, көтөп ала. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас бер-береһен һынап оҙаҡ йөрөмәй йәштәр. Уңыш йыйылып, бураға инеп ятыу менән октябрҙә никах уҡыталар, ә туйҙы, бөтә йолаларын үтәп, Яңы йылда үткәрәләр. Уларҙың татыу ғаилә ҡороуына быйыл 45 йыл тулды.
Миңъямал һәм Бүләкбай Мәхмүтовтар өс балаға ғүмер һәм яҡшы тәрбиә биреп, үҙ аллы тормош юлына баҫтырҙы. Атай-әсәләре өсөн өҙөлөп торған ғаиләләрҙең береһе улар. Ҡыуаныслы-шатлыҡлы ваҡиғаларын да, мәшәҡәтле осорҙарын да бергә бүлешеп йәшәйҙәр. Өләсәй-олатай бөгөн 9 ейән-ейәнсәрен ҡулына алыу шатлығын кисергән, уларҙың уңышына һөйөнөп, бәхетле мәл кисерә.
Миңъямал апайҙың ниндәй генә һәләте юҡ. Эштең ҡайһыһын ҡулына алһа ла, сынъяһау итеп башҡарып ҡуя. Төрлө һөнәр өлкәһендә лә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып та эшләне, фермала һыйыр ҙа һауҙы. Шулай уҡ колхозда кадрҙар буйынса белгес, ашнаҡсы, икмәк бешереүсе лә булды. Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙенең эшһөйәрлеге, ярҙамсыллығы, кешелекле һәм кеселеклелеге менән ихтирам ҡаҙанды.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та уның тик ултырғанын күрмәҫһең. “Илһам” ансамблендә ҡатнашып, үҙешмәкәр артистар менән төрлө кимәлдәге сараларҙа йырлап-бейеп йөрөй. Күптән түгел уны урындағы “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһының дилбегәһен ышанып тапшырҙылар.
Миңъямал апайҙың күңеле һәр ваҡыт күтәренке булыуына бер кем дә иғтибар итмәй ҡалмайҙыр. Был сифаты уның тормошто, эргә-тирәһендәге кешеләрҙе яратыуынандыр. Маҡсатҡа ынтылышлы булыуы уға һәр эшен уңышлы тамамларға булышлыҡ итә. Көслө ихтыярлы, изге күңелле Миңъямал апайҙы яҡташтары шулай уҡ бешеренергә яратҡан оҫта хужабикә, ҡунаҡсыл булғаны өсөн хөрмәт итә. Әҙәп һәм тәүфиҡ – бәхеттең башы, тип ҡабатларға ярата ауылдашыбыҙ. Ә беҙ уға ошо бәхете, ҡото, ырыҫы, сәләмәтлеге бер ҡасан да ташламаһын, тип теләйбеҙ. Ҡылған игелегең үҙеңә әйләнеп ҡайтһын, килер көндәрең тыныс, бөгөнгө һымаҡ ҡояшлы, йылы, бәрәкәтле булһын!
Миңлегөл БУРАНҒОЛОВА.
Һыртлан ауылы.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: