Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июль 2021, 09:45

Һаумыһығыҙ!

Йәйегеҙ матур үтһен!Йәй – ул сәскә. Ялан-ҡырҙың Йәйғор төҫөн һайлар саҡ. Сәскә һутынан йыйылған Балы менән һыйлар саҡ.

ЙӘЙ

Йәй – ул рәссам.
Ер өҫтөнә
Мең биҙәктәр яһар саҡ.
Йәй – моңло йыр.
Ҡоштар ярһып,
Сәсәй-сәсәй һайрар саҡ.
Йәй – ул сәскә.
Ялан-ҡырҙың
Йәйғор төҫөн һайлар саҡ.
Сәскә һутынан йыйылған
Балы менән һыйлар саҡ.
Йәй – ул ҡояш.
Йылы нурға
Һәр ҡыяҡ үрелер саҡ.
Еләк-емештең, ҡыҙарып,
Бешер ҙә өҙөлөр саҡ.
Йәй – йылға-күлдәр ярында
Ҡырсынташтар ҡайнар саҡ.
Һыуҙа, сума-сума йөҙөп,
Балыҡ булып уйнар саҡ.

Зөһрә Ҡотлогилдина
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: