Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июль 2021, 10:12

Булмышы менән уҡытыусы

Ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған, иң яҡшы кешелек сифаттарын үҙенә йыйған, ихлас күңелле, ярҙамсыл, район-ҡалала һәр кемгә таныш һәм ихтирамға лайыҡ Тәнзилә Малабаева ошо көндәрҙә үҙенең ғүмер байрамын билдәләй. Ошо иҫтәлекле дата айҡанлы ул хеҙмәттәштәренән, уҡыусыларынан, туғандарынан, дуҫтарынан ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре ҡабул итә.

Ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған, иң яҡшы кешелек сифаттарын үҙенә йыйған, ихлас күңелле, ярҙамсыл, район-ҡалала һәр кемгә таныш һәм ихтирамға лайыҡ Тәнзилә Малабаева ошо көндәрҙә үҙенең ғүмер байрамын билдәләй. Ошо иҫтәлекле дата айҡанлы ул хеҙмәттәштәренән, уҡыусыларынан, туғандарынан, дуҫтарынан ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре ҡабул итә.
Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы - тыуған төйәгенә ереккән, бөтә тырыш хеҙмәтен үҙенең районына бағышлаған кешеләрҙең береһе. Сығышы менән Нөгөш һыуһаҡлағысы аҫтында ҡалған Кинйәбай ауылынан. Атаһы вафатынан һуң әсәһенең тыуған ауылы Ҡотлобулатҡа күсеп ҡайталар. Оҙаҡ йылдарға һуҙылған хеҙмәт биографияһы Салауат педагогия училищеһын тамамлағас, Дәүләтҡол ауылы башланғыс мәктәбендә башлана.
Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, еңел булмаған һөнәргә бөтә күңеле менән ылыға. Тиҙ арала мәктәп эшен яйға һалып, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм хеҙмәттәштәре араһында абруй яулай. Мәҡәләбеҙ геройы унда ысын тормош мәктәбен үтә, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, ҡыйыу алға барырға өйрәнә. Тәрән белемле, киң ҡарашлы педагог 1986-1988 йылдарҙа балиғ булмағандарҙың эше буйынса комиссия секретары вазифаһында ла үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. 8-се мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан осорҙа “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында уңышлы сығыш яһағандан һуң, Тәнзилә Малабаеваны директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп ҡуялар. Уңған, өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡала белмәгән, һәр ваҡыт юғары маҡсат ҡуйып, алға ынтылған педагогты тиҙҙән төҙөлөп ятҡан гимназияға директор итеп тәғәйенләйҙәр. Артабанғы эшмәкәрлеге башҡорт халҡының милли традицияларын, тарихын, мәҙәниәтен, рухи һәм матди ҡомартҡыларын, телен тергеҙеүгә, һаҡлауға, үҫтереүгә, таратыуға арналған.
Төп эшмәкәрлегенән тыш Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы йәмәғәт эшенең уртаһында булды. Ун йыл дауамында ҡала һәм район советы депутаты, президиум ағзаһы, социаль һәм гуманитар мәсьәләләр, урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү буйынса депутат комиссияһы рәйесе дилбегәһен дә тартты. Тәүәккәллеге, әүҙем тормош позицияһы, бөтә мәсьәләләрҙә компетентлы булыуы һайлаусылар менән һөҙөмтәле эшләргә булышлыҡ итте.
Район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, район хакимиәте янындағы терминология комиссияһы рәйесе булараҡ та арымай-талмай хеҙмәт итте. Урындағы һәм республика телевидениеһында, киң мәғлүмәт сараларында милли мәғариф мәсьәләләрен күтәреп сығыш яһаны. Йәш быуынды рухлы, илһөйәр, телһөйәр итеп үҫтереүгә, ысын мәғәнәһендә, тос өлөш индерҙе.
Гимназияны етәкләгән осорҙа Тәнзилә Малабаева тотороҡло партнерлыҡ мөнәсәбәтен булдырыуға өлгәште. Уның тырышлығы менән мәктәп тиҙҙән уникаль этномәҙәни майҙансыҡҡа әүерелде. Унда уҡыған, эшләгән һәр кем үҙенең һәләтен асыу, үҫтереү, туған телдә аралашыу, уның бар матурлығын тойоу мөмкинлегенә эйә булды. Яҡташ яҙыусылар, артистар, ғалимдарҙың юбилейына арналған саралар үткәреү изге йолаға әйләнде. Гимназия уҡыусылары, уҡытыусылары үҙҙәре лә төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, милли мәҙәниәт фестивалдәрендә, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, маҡтаулы урындарға лайыҡ булды.
Алдынғы ҡарашлы етәксенең тырышлығы менән ҡыҫҡа ваҡытта белем усағы район-ҡалала милли мәғарифты үҫтереү буйынса методик үҙәккә әйләнде. Йыл әйләнәһенә унда семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, конференциялар үткәрелде. Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы муниципаль, республика, төбәк-ара кимәлдәрҙә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп, эш тәжрибәһе менән йомарт уртаҡлашты. Уҡытыу-тәрбиә процесын оҫта ойоштороуы, камиллыҡҡа ынтылыуы, ата-әсәләр, йәмәғәтселек менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе педагогия коллективына яңынан-яңы үрҙәргә күтәрелергә ярҙам итте.
Етәксе эксперименталь эш алып барыуға ҙур иғтибар бүлде. Быларҙың барыһы ла педагогтарҙан ғына түгел, уҡыусыларҙан да һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә эшләүҙе, камиллыҡҡа ынтылыуҙы талап итте. Юғары уҡыу йорттары, Мәғарифты үҫтереү институты, республиканың инновацион учреждениелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек коллективҡа үҫергә, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә булышлыҡ итте. Миҫалға 2004 йылда гимназияның “Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәбе” конкурсының төбәк этабында ун беренсе урын алыуын, 2005 йылда Мәләүез районы һәм ҡалаһының иң яҡшы мәктәбе титулын яулауын килтерергә мөмкин. Шулай уҡ 2006 йылда уҡыу йорто “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә ил Президенты премияһына эйә булды. Бынан тыш, гимназия ун биш йыл дауамында яңы уҡыу йылына әҙерлек һәм сәскәләр конкурсы буйынса алдынғылыҡты бирмәне. 2008 йылда Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙының тырышлығы менән гимназияға Мәләүез еренең данлы улы Кинйә Арыҫлановтың исеме бирелде.
Оло йөрәкле, үҙ эшен яҡшы белгән, тәжрибәле педагог хаҡлы ялда булһа ла, уҡытыусы исеменә яуаплы ҡарай. Юбилейы менән ҡотлап, хеҙмәттәшебеҙҙе, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы Малабаеваға ныҡлы һаулыҡ, күңел бөтөнлөгө һәм артабан да тел, ил, милләт һаҡсыһы булыуын дауам итеүен, сәскән орлоҡтары шытымлы булыуын теләйбеҙ!
Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы коллективы.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: