Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июль 2021, 16:48

Автомобиль менән тепловоз бәрелешкән

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә

Мәләүез районы Ергән ауылы янында бөгөн иртүк 12 июлдә тимер юлы переезында автомобиль һәм маневрлы тепловоз бәрелешкән. Аварияла өс өлкән кеше зыян күргән, улар Салауат ҡалаһы дауаханаһына оҙатылған.
Куйбышев тимер юлы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фажиғә сәбәбе - автомобиль водителенең ҡағиҙәне тупаҫ боҙоуы. Ул Ергән - Ратат переезында сигнализацияны инҡар итеп яҡынлашып килгән локомотив алдына сыҡҡан.
Фото асыҡ сығанаҡтан.
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: