Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Август 2021, 09:29

Һәр ваҡыт һеҙ теләгәнсә генә булмай шул

Ни эшләргә белмәй, тегеләй-былай һуғылып йөрөгәндә бер ир юл ситендә ултырған аҡ һаҡаллы ҡартты осратҡан. -Эй, аҡыл эйәһе, бына мин йәш һәм көслөмөн, әммә эш таба алмайым. Улым да эшкинмәгән, ҡыҙым йөрөмтәл, ҡатыным да өйҙә бер нәмә лә эшләмәй. Нисек тормошомдо яҡшыртырға? Кәңәш бир, зинһар, - тигән. Аҡыл эйәһе уйланып торған да:

Һәр ваҡыт һеҙ теләгәнсә генә булмай шул
Һәр ваҡыт һеҙ теләгәнсә генә булмай шул

Ни эшләргә белмәй, тегеләй-былай һуғылып йөрөгәндә бер ир юл ситендә ултырған аҡ һаҡаллы ҡартты осратҡан.

-Эй, аҡыл эйәһе, бына мин йәш һәм көслөмөн, әммә эш таба алмайым. Улым да эшкинмәгән, ҡыҙым йөрөмтәл, ҡатыным да өйҙә бер нәмә лә эшләмәй. Нисек тормошомдо яҡшыртырға? Кәңәш бир, зинһар, - тигән.

Аҡыл эйәһе уйланып торған да:

-Ҡайт та, “Һәр ваҡыт ошолай булмаясаҡ” тип яҙып, ишегеңә элеп ҡуй, - тигән.

Ир ҡайтҡан да аҡыл эйәһе әйткәнсә эшләгән. Тиҙҙән, ысынлап та, тормошо яҡшыға үҙгәргән: үҙе лә, улы ла яҡшы урынға эшкә урынлаша, ҡыҙы иманға ултырып, кейәүгә сыға, ҡатыны ла хәстәрлекле, иғтибарлыға әйләнә.

Шулай бер көн үҙенең зиннәтле автомобилендә урамдан китеп барһа, юл ситендә тағы теге аҡ һаҡаллы ҡартты осрата.

-Һаман ултыраһыңмы? Ә минең барыһы ла көйләнде. Хәҙер миңә ниндәй кәңәш бирер инең?- тип шаяртмаҡсы булған.

Ҡарт башын күтәреп уға ҡараған да:

-Теге яҙыу яҙылған таҡтаңды алып ташлама.., - тигән.

Һәр ваҡыт һеҙ теләгәнсә генә булмай шул
Һәр ваҡыт һеҙ теләгәнсә генә булмай шул
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: