Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Октябрь 2021, 15:10

Елдән етеҙҙәр ярышы шәп үтте!

Боронғо гректар еңел атлетиканы юғары баһалаған. Юғарыға һикереү, диск ырғытыу, һәм башҡа төрлө физик уйындарҙа шәп йүгерәһең икән, еңеүгә яҡынлаштың тигән һүҙ. Бигерәк тә әлеге тажзәхмәт сире донъяла хакимлыҡ иткән саҡта күнегеүҙәрҙең, бигерәк тә еңел атлетиканың кеше һаулығына файҙаһын һәммәбеҙ аңлайбыҙ.

Елдән етеҙҙәр  ярышы шәп үтте!
Елдән етеҙҙәр ярышы шәп үтте!

Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Мәләүез ҡалаһының почетлы гражданины Бәхтиәр Әхтәмов иҫтәлегенә еңел атлетика буйынса БР кубогы ярыштары уҙҙы. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан 200-гә яҡын спортсы ҡатнашты.

Боронғо гректар еңел атлетиканы юғары баһалаған. Юғарыға һикереү, диск ырғытыу,  һәм башҡа төрлө физик уйындарҙа шәп йүгерәһең икән, еңеүгә яҡынлаштың тигән һүҙ. Бигерәк тә әлеге тажзәхмәт сире донъяла хакимлыҡ иткән саҡта  күнегеүҙәрҙең, бигерәк тә еңел атлетиканың кеше һаулығына файҙаһын һәммәбеҙ аңлайбыҙ.

Ярыштар башланыр алдынан яҡташыбыҙ, еңел атлетика буйынса БАССР-ҙың  яҡшы тренеры Бәхтиәр Әхтәмовтың яҡты иҫтәлеген тын ҡалып иҫкә алдылар. Еңел атлетика буйынса кроссты асыу тантанаһында ил, республика флагын күтәреүгә Халыҡ-ара спорт мастеры, Европа беренселегендә 

еңел атлетика буйынса көмөш призер Андрей Сафроновҡа, Европа чемпионы Луиза Хөсәйеноваға, спорт мастерлығына кандидат Әлфиә Ғибәҙуллинаға бирелде. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов спорт һөйөүселәрҙе тәбрикләне, тыуған яғы, иленең патриоты булған арҙаҡлы яҡташыбыҙ Бәхтиәр Әбделмән улын яҡшы яҡтан иҫкә алды. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Геннадий Алексеев, матур сараны ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе.

Ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Барыһы ла еңеү сәме менән финишҡа беренсе булып килеп етергә тырышты. Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларынан, Мишкә, Күгәрсен, Мәләүез районынан килгән 175 спортсы төрлө арауыҡта ярышты.  Төрлө йәш категорияларында Анна Спиридонова, Андрей Руцков (1-се мәктәп), Азалия Ғәлиева, Артур Иҙелбаев (3-сө гимназия), Жанара Жубатова (К. Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы)  беренселекте ҡулдан ысҡындырманы.  Икенсе урынды - Дарья Ревина, Ислам Ҡускилдин (1-се мәктәп), Айгөл Кашаева (8-се мәктәп), Арина Журавлева (4-се мәктәп), Ярослав Шолохов (5-се мәктәп), Регина Аҙналина (К.Арыҫланов исемндәге 9-сы башҡорт гимназияһы), Илья Федоров (Мәләүез күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжы), өсөнсө урынды  Илья Шолохов (5-се мәктәп), Риана Ғәлиева (3-сө гимназия), Данил Федоров (Мәләүез индустриаль колледж) бүлеште. Өлкән йәштәге йүгеректәр  араһынан Наталья Насонова - 1-се урында, Илдус Мөхәмәтйәнов  2-се урында килде. Ҡаланың спорт мәктәбендә физик һаулығын нығытҡан, әлеге ваҡытта  Өфө командаһы өсөн сығыш яһаған яҡташтарыбыҙ баш ҡала спорт һөйөүселәренең өмөтөн аҡланы: Әлфиә Ғибәҙуллина, Артем Алексеев - беренсе, Ольга Сафронова, Андрей Сафронов - икенсе урында килде. Еңеүселәргә ҡиммәтле приздар тапшырылды

Елдән етеҙҙәр  ярышы шәп үтте!
Елдән етеҙҙәр ярышы шәп үтте!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: