Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Октябрь 2021, 15:53

Гүзәл зат рулдә

Юлда уҙышырға сыҡмай, хәүефһеҙлеккә өҫтөнлөк бирә, ҡағиҙәләрҙе еңел үҙләштерә

Гүзәл зат рулдә
Гүзәл зат рулдә

Иң мөһим өҫтөнлөгө - гүзәл заттар юлда бер ҡасан да провокацияға бирелмәй, йәки башҡа машиналар менән ҡыуышмай, ти белгестәр. Беренсенән, уға ҡыҙып китмәҫкә ҡатын-ҡыҙға хас һаҡлығы, үҙе хаҡында ғына түгел, балалары тураһында ла уйлауы ярҙам итә. Икенсенән, ул юлды ир-егет һымаҡ көрәш майҙаны тип хис итмәй һәм өҫтөнлөгөн дәлилләргә ынтылмай.  Ир-егет маневр яратһа, ҡатын-ҡыҙға был хас түгел икән. Уның маҡсаты – бер урындан икенсе урынға иҫән-имен барып етеү.

Көслө зат ғәҙәттә, машинаны шәп йөрөтөүе менән айырылып торорға тырыша, ашыҡмаһа ла уҙырға ынтыла һәм үҙенекенән “текәрәк” тимер атҡа ҡыҙыға.

 Ҡатын-ҡыҙҙың юл ҡағиҙәләрен боҙорға тырышмауы шулай уҡ иҫбатланған факт, ти белгестәр. Ул бер ҡасан да светофорҙың һары утына сыҡмай, кәрәкмәгәнгә тиҙлекте арттырмай. Юлда көтөлмәгән хәл осрағына мөрәжәғәт итерҙәй кешеләр исемлеге ҡулында буласаҡ. Ир-ат башта проблеманы үҙе хәл итергә тырышып ҡараясаҡ.

Ир-ат машинаны шәплегенә ҡарап һайлаһа, ҡатын-ҡыҙ өсөн был мөһим түгел, ти белгестәр. Ул хатта автомобилдең төҫөн дә беренсе урынға ҡуймай. Ә хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бирәләр. Уңайлы булһын өсөн сағыштырмаса бәләкәйерәгенә күҙе төшөүсән.

Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙа машинаға ниндәйҙер айырым мөнәсәбәт юҡ, икән. Ә ир-ат автомобилде дуҫы урынына күрә, хатта “гәпләшергә” мөмкин.

Гүзәл зат машина йөтрөтөргә тиҙ өйрәнә, ҡағиҙәләрҙе еңел үҙләштерә, тик кәрәк ваҡытта юғалып ҡалыуы бар.

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙең бәлки, гүзәл зат водителдәргә бәйле ҡыҙыҡлы мәлдәрегеҙ барҙыр, яҙып ебәрегеҙ.

Гүзәл зат рулдә
Гүзәл зат рулдә
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: