Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2021, 16:00

Тутыйғош та булған ҡош

Тормошта булған бер мәрәкә хәл бәйән итмәксемен. Уҡып сыҡҡас, тормошоғоҙҙағы ҡыҙыҡ-ҡыҙғаныс ваҡиғалар менән уртаҡлашығыҙ йәме, дуҫтар.

Тутыйғош та булған ҡош
Тутыйғош та булған ҡош

Ҡыҙыҡ ҡына бер инәйем бар минең, үҙе әйтмешләй, торғаны әкәмәт нәмә. Бер көн телефонға шылтырата был. Ҡыҙым, һауғынаһыңмы? Аллаға шөкөр, үҙегеҙ? - тим. Әй, беҙҙең ни, пенсиореҙарҙың, ни эшебеҙ булһын. Торһаҡ, ашап , ятһаҡ йоҡлап барабыҙ. Бабайың кисә яуған ҡарҙы көрәп арыған булып инеп ятты. Ней… Бер нейҙе һорарға ине. Анау папугай тигән нәмәҫтәкәйҙе нисегерәк ҡарайҙар икән? Бәй тутыйғош һатып алдығыҙмы? Юҡ та. Ана үрге остағы Зәйнәптәр Ҡаҙағстанға сығып киткәйнеләр. Донъяһын беҙгә тапшырҙылар. Мал-тыуарын, эт-бесәйен тәрбиәләнек тә ул, тутыйғошон нимә эшләтергә белмәйбеҙ. Инструкцияһын биреп китмәнеләрме ни? Һыуы бар, ем һалдыҡ, шулай ғына ултырып торһон тинеләр. Шулай булғас, тик кенә ултырһын һуң. Ҡайҙан тик кенә ти, күҙенә күренһәң сырҡылдығын сыға. Берәй нәмә һораймы икән? Һөйләшәме? Әллә, юҡ шикелле. Төрлө тауыш сығарып үҙенсә һайрай инде былай. Ул ҡоштарҙың һөйләшмәгәндәре лә эргәһендә кеше булмаһа ҡайғыға сума башлай. Алып ҡына ҡайтығыҙ. Кит, юҡты ни, кеше нәмәһенә тейеп булмай инде. Үҙең ҡара әләйһә. Был һөйләшеүҙән һуң ике көн үтеп китте. Ҡыҙым, нихәл? - телефондың икенсе осонан таныш тауыш ишетелә. Ә, инәй, шунан, ҡайттымы ҡунаҡсылар? Ҡайта һиңә, звонит тә итмәйҙәр, шулай ҙа кисә үҙем шылтыратып, попугайың һеҙҙе һағына тинем әле. Бик көйһөҙ генә ултыра, сырҡылдарлыҡ дәрте лә юҡ, ахыры. Ашарға һалдыңмы? Еме етә тиһәләр ҙә, өҫтәп һиптем, бәлки ас ултыралыр, кем белә. Өсөнсө көнөнә инәйемдең тауышы бик һүлпән генә сыға. Йә, донъя көтөп буламы? Була һиңә. Зәйнәп апайҙар иҫән-һауҙармы, белешмәнеңме? Һәйбәт тинеләр. Ҡарале, уныһы-мыныһы, теге папугай үлеп китте бит әле. Атаааҡ. Үҙенә әйттеңме? Ҡошсоҡ ни хәл тигәйне. Юлдағы кешене ҡайғыртмайым тип, нимә әйтергә белмәй, хәҙер һөйләшмәй инде тинем дә ҡуйҙым. Хәҙер ни эшләйһегеҙ инде? Бабайың еҫләнеп ятмаһын тип төргәккә төрөп, соланға сығарып ҡуҙы. Нисек кенә итеп әйтермен инде ул хәбәрҙе. Бик ҡыйбат торамы икән, әгәр икенсене һатып алып бирһәк. Бәй, уға һеҙ ғәйепле түгел дә. Шулай ҙа бик уңайһыҙ. Бабайың сығарып күмеп ҡуям тип киткәйне. Мин хәсрәткә бирелгән инәйемде шаяртып алырға булып Инәй, соланда ғына ята бирһен, көн һалҡын, тегеләр ҡайтып инер алдынан ғына, духовкала иретеп алығыҙ ҙа, ай әттән, бына яңы ғына үлде лә ҡуҙы тигеҙ, - тим. Әстәғафирулла, кит юҡты. Беҙ бит бик яуаплы кешеләр, йәшерен-ботороны юҡ инде уның, үлгәс үлде. Һис юғында берәй тауыҡ бирермен дә ҡуйырмын, исмаһам уның файҙаһы бар. Алдына ни ҡуйырға, ни алырға белмәй аптыранып йөрөмәйһең, йырлай-йырлай йомортҡаһын да һала, себешен дә сығара. Тутыйғош та булған ҡош, тьфү.

Автор:Алия Амирова
Читайте нас: