Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Март 2022, 14:38

Иҫкә алайыҡ

Бөгөн яҡындар, туғандар, ауылдаштар туғаныбыҙҙы йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Ҡәҙерле кешебеҙ хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ҡәҙерле ҡустыбыҙ Миңтимер Миңлехәйер улы Ҡотлоғужиндың йөрәге тибеүҙән туҡтауына – 40 көн. Ҡустыбыҙ изге, нескә күңелле, мәрхәмәтле, намыҫлы кеше ине.

Бөгөн яҡындар, туғандар, ауылдаштар туғаныбыҙҙы йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Ҡәҙерле кешебеҙ хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

 

Эс бошорғос талғын сәғәт теле,

Нисә ҡабат инде ураған.

Көтмәгәндә ҡара ҡайғы килде

Йөрәктәрҙе өтөп, яралап.

Һинең һәр саҡ күңелеңдә булды

Ярҙам итеү, бары изгелек,

Хәйләһеҙ ҙә булдың, үтә сабыр,

Ҡалды бары һағынып һөйләрлек.

Яҡты донъяларҙан китеп барҙың

Февралдең бер аяҙ көнөндә.

Әйтер һүҙеңде лә әйтә алманың

Йәнкәйҙәрең булһын Йәннәттә.

 

Апалары Рәйфә, Рәйлә, Нәйлә, Рәмилә, һеңлеһе Әнисә.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: