Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Май 2023, 16:55

Ҡайҙа һеҙ, билдәһеҙ миллионерҙар?

Миллион һум отҡан бәхетле һеҙ түгелме? Йыл аҙағында лоторея билеты һатып алмаған инегеҙме? Бәлки, һеҙ еңеүселер?

"Әгәр билет телефон номерына бәйләнгән булһа, еңеүсегә  СМС-хәбәр килә. Шул уҡ ваҡытта брендтың клиент менеджерҙары миллионерҙарға шылтыратып, нисек отош алырға икәнен асыҡлай. Әгәр билет номерға бәйләнмәгән икән, бәхетлеләрҙең беҙҙең менән үҙаллы бәйләнешкә инеүен көтөргә генә ҡала», - тип билдәләне «Милли лотерея»ның матбуғат хеҙмәтендә. Бөтә билеттар Рәсәй Почтаһы бүлексәләренән һатып алына. Береһе-Өфөлә 2022 йылдың 13 декабрендә Аксаков урамы, 60 адресы буйынса почта бүлексәһендә, икенсеһе – 2022 йылдың 31 декабрендә Ишембайҙа Губкин урамы, 50 адресы буйынса урынлашҡан почта бүлексәһендә һатып алынған. "Беҙ еңеүселәрҙе һәм уларҙың тарихын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ! Әгәр кемдер һеҙгә лотерея билеты бүләк итһә йәки һеҙ үҙегеҙ һатып алып онотһағыҙ, уны табығыҙ һәм тикшерегеҙ. Бәлки, тап һеҙ миллионер булдығыҙ һәм был хаҡта әлегә белмәйһегеҙҙер», - тип билдәләнеләр матбуғат хеҙмәтендә. Еңеү өсөн отош йомғаҡтары иғлан ителгәндән һуң 7 ай эсендә мөрәжәғәт итергә мөмкин. 

Ҡайҙа һеҙ, билдәһеҙ миллионерҙар?
Ҡайҙа һеҙ, билдәһеҙ миллионерҙар?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: