Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Июль 2023, 17:19

Был тормоштоң кеме юҡ...

Бәйән итәсәк ваҡиға уйҙырма түгел, ысын булған хәл. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тигәндәй, район ауылдары буйлап йөрөргә, халыҡ менән йыш аралашырға тура килә. Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәндә, күптәр күңел төбөндә мәңгелек сыҡмаҫлыҡ итеп бикләгән серҙәре менән дә бүлешә...

Был ауылды күптәр белә. Халҡы әле лә ябай, эшһөйәр.  Заманында малсылыҡ, үҫемлекселек менән тирә-яҡҡа дандары таралған. Мәҡәлә геройы бында килен булып төшкән. Һөйләгән ғибрәтле ваҡиға тураһында гәзит битенә яҙһаң яраймы тип һорағас, байтаҡ ҡына икеләнеү тойғоһо кисерҙе. Әммә мин материал яҙа башлағас, бер нисә тапҡыр өҫтәмәләр индерҙе. Түбәндәге хәл уның ризалығы менән яҙылды.

Бөгөн уға 75 йәш тирәһе. Хәрәкәтсән, хәтере асыҡ, ауылда донъя көтә. Бер үҙе йәшәй. Йортонда инеү менән әллә ниндәй ауыр тойғо биләне, етмәһә, мине кемдер күҙәткән һымаҡ сәйер тойғо барлыҡҡа килде, хатта билдәһеҙ бер йәндең эргәмдән тегеләй-былай үткәнен һиҙгәндәй булдым. Тышта күҙ сағылдырғыс ҡояш, эҫелек, ә йортонда ярым ҡараңғы, тынсыу, ишек-тәҙрәләр бикле.  Һөйләшә торғас, ҡапыл түҙеп торғоһоҙ итеп башым ауырта башланы. Өндәшмәйем, күршеләре был апайҙы бер кем менән дә аралашмай, тигәстәр, һөйләшеүҙән баш тартып ҡуймаһын тигән уйға бойһоноп, әңгәмәне дауам итеүем. Һин дә мин яҙған ручкам яҙмаҫ булды, ярай сумкамда ошо осраҡҡа ҡәләм йөрөтәм.

...Бөгөн ул бер үҙе йәшәй, ғаиләһе юҡ.

 - Ғүмеремдә 4 тапҡыр тормошҡа сығып ҡараным, бала бәхете бирмәне Хоҙай тәғәлә, ир менән дә 1-2 йылдан ашыу йәшәй алманым, йә үлделәр, йә сығып киттеләр. Колхозда фермала төнгө ҡарауылда эшләнем. Бер замана колхоз рәйесе, һауынсы булып эшләргә тәҡдим итте. Ҡул менән һауған осор, кеше һымаҡ мин дә малҡайҙарҙы тәрбиәләйем, ашатам. Теүәл аҙна үткәс, төркөмдә бер юлы ике һыйырым үлде. Сәбәбен ветеринар врач та билдәләй алманы. Ике көн үткәйне,  8 һыйырымдың һөтө ҡороно. Ул саҡта был колхоз өсөн биш йыллыҡ планды өҙөү, үтәмәү йәһәтенән енәйәткә тиң ине. Тикшереп тә торманылар, мине киренән төнгө ҡарауылсы итеп күсерҙеләр,- тип дауам итте ул хәтирәһен. Шул саҡ зыңҡылдап ауыртҡан башыма кемдер һуҡҡандай тойолдо. Хужабикә, һиҫкәнеп киткәнемде аңланы ахырыһы, түрбашҡа сығып, кемделер әрләгәндәй тойолдо.

 – Урамға сығайыҡ әле, апай, хәлем бөттө тим,- башҡаса түҙер әмәл ҡалмағас.

“Бала саҡта зыяраттан кире алып ҡайтҡандар”

Мин ғаиләлә бер үҙем үҫкәнмен, апай-ағайҙарым үлеп торған. Әсәйем был юғалтыуҙарҙы ауыр кисергән. 3 ай тирәһе булғанда, сәсрәп ауырып киткәнмен. Өс көн уттай янып ятҡанмын, тәнеңә ҡул тейҙереп тә булманы, тип хәтерләр ине әсәй. Дүртенсе көн иртән мин тын алмағанмын, тәнем һыуынған, ҡыҫҡаһы, үлгән тип уйлағандар. Сәсеү ваҡыты булғас, атай магазиндан макарон йәшниге барып алған да, аҡ йүргәккә биләп мине зыяратҡа алып киткәндәр. Тәрән түгел ҡәбер ҡаҙып, мине шунда һалғас, мулла аят уҡый башлаған. Шул саҡ, ышанаһығыҙмы-юҡмы, болот әҫәре булмаған күктә ямғыр башлаған. Мулла уҡып бөтөп, тупраҡ ташлайым тип эйелгәндә, соҡорға һалынған биләүҙәге бала ҡысҡырып илап ебәргән. зыяратта ерләргә тип алып киткән баланы  күтәреп йортҡа яҡынлашҡанын күреп, әсәйемдең нимәләр кисергәнен аңлатыуҙың кәрәге юҡтыр.

“10 йәштә һыуға баттым”

...Ауылға яҡын ғына аҡҡан йылғаны быуып тирмән эшләй торғайнылар. Яҙғыһын һыу өйөрмәкләнеп, сиҙәм менән баҫып эшләнгән тар ғына урындан аҫҡа урғыла. Шул тар ғына урындан һалынған ике таҡта аша сығып яҙғыһын ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы ашарға ҡаршы ярға сығабыҙ. Йыл да был урында балалар батып үлә торғайны. Бер көн мин дә иптәштәрем менән кире ярға йыйындым. Инде сығып еттем тигәндә, кемдер этеп ебәргәндәй булды ла, урғылып аҡҡан йылғаға остом. Көслө ағым юғары тиҙлектә ағыҙып алып та китте. Һыу аҫҡа тарта, ә бер көс ярға этәрҙе, шул арала нисектер ярҙа үҫкән ағас тамырын күреп, йәбешеп ҡалдым. Һыу йотоп өлгөргәйнем, баҫыуҙа эшләгән апай-ағайҙар ҡоҫтороп, ҡыуышҡа индереп һалдылар. Ошонда төш күрҙем: бер шәүлә, миңә эйелеп, башымдан һыйпаны ла: “Һиңә бында килергә иртә бит. - Киләсәктә осрашырбыҙ әле, һаҡлан, миңә кәрәкһең”, - тине. Быны төш аша һаташыу тип аңлап, әсәйемә лә һөйләмәнем.

“Мин һине ситтәргә бирмәйем”

21 йәштә кейәүгә сыҡтым. Ул күрше ауылдан ине. Өйләнеп, ярты йыл да йәшәмәнек, янғында вафат булды. 5 йылдан тағы ғаилә ҡороп маташтым, уныһы машинала төтөнгә ағыуланды. 30 йәшем тулғанда тол ир ишек ҡаҡты. Ризалаштым, әммә балыҡҡа барып батып ҡуйҙы. 45 йәш тулғас бәхетемде тағы һынап ҡарарға булдым – уныһы ла 30 йыл элек өҫтөнә ағас йығылып, вафат булды. Яңғыҙ ҡалдым. Әле лә аңламайым, ир-егеттәрҙе миңә таныш түгел бер көс “сүпләй”. Тупһа аша үткәндәр йортта ниндәйҙер зат йәшәүен тоя. Мин дә уны һиҙәм, әммә күргәнем юҡ. Хатта янымда ятҡанын, тәнемә ҡағылғаным тоям. Һуңғы ваҡыт уның менән һөйләшә башланым. Тәҙрә ҡормаларын асһам, йортҡа яңы йыһаз алһам, оҙаҡ ҡына “туҙына”. Һауыт-һаба төшөп ватыла, гөлдәрем кибә, үҙем дә ауырый башлайым. Күсенеп китер инем, ҡайҙа барам, кемгә кәрәгем бар?

Урамда иркен тын алдым, баш ауыртыуы ла һыпырып алғандай булды. Әммә күңелемдән теге апайҙы ихлас йәлләнем. Ҡуй инде, был тарих нимә менән бөтөр? Күҙгә күренмәгән заттар ҙа буламы икән шулай?!

 

Был тормоштоң кеме юҡ...
Был тормоштоң кеме юҡ...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: