Конгэк
+4 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Сентябрь 2023, 12:35

Аяҡ кейеме һайлай беләһеңме?

 Беҙ кәңәш һорап ҡаланың Смоленск урамы, 31 адресында урынлашҡан «Элегант» магазины хужабикәһе Әнисә ЗАҺИҘУЛЛИНАға мөрәжәғәт иттек.

Аяҡ кейеме һайлай беләһеңме?
Аяҡ кейеме һайлай беләһеңме?

Тотороҡһоҙ һауа торошло миҙгелдең ел-ямғырына, һалҡынына түҙгән аяҡ кейемен һайлағанда яңылышмаҫ өсөн кәңәш һорап беҙ ҡаланың Смоленск урамы, 31 адресында урынлашҡан «Элегант» магазины хужабикәһе Әнисә ЗАҺИҘУЛЛИНАға мөрәжәғәт иттек.

Әнисә Ғәли ҡыҙы әйтеүенсә, бөтә аяҡ кейеме кеүек, уның көҙгөһө лә еүешләнеп бармаҫҡа, «тын алырға», йылы һаҡларға тейеш. Был талаптарға күндән, замша һәм нубуктан тегелгәне тулыһынса яуап бирә. Ҡоро һәм йылы һауа торошо өсөн текстиль һәм экокүнде һайларға кәрәк. Аяҡ кейеме һайлағанда, уның тегелгән урынына иғтибар иткәндә, күренеп торған еп, йәбештергән елем эҙе күренһә, унан баш тартыу дөрөҫ булыр. Был етешһеҙлектәр уның сифаты түбән булыуы хаҡында һөйләй. Полиуретандан тегелгән аяҡ кейемен ҡулға алғас та, табанын бөгөп тикшереп ҡарарға тырышығыҙ. Уның сифатлыһы еңел генә бөгөлөргә, шул уҡ ваҡытта өҫкө яғы зыян күрмәҫкә тейеш. 

Бөгөн ҡалын табанлы аяҡ кейеме модала. Ул юлдағы төрлө етешһеҙлекте тоймауы менән отошло. Шулай ҙа бер ҡасан моданан сыҡмаған классик стилгә генә өҫтөнлөк биреүселәр ҙә юҡ түгел.

Бейек үксәле итек, туфли яратҡандар уның ныҡлыһына өҫтөнлөк бирһен. Ҡар ҡатыш ямғыр яуған миҙгелдә тайғаҡ юлдарҙа нескә үксәлә йөрөү уңайһыҙ ғына түгел, хәүефле лә.

Ниндәй генә аяҡ кейеме һайлаһағыҙ ҙа, уны һис тартыныуһыҙ еҫкәп ҡарарға кәрәк. Сифатлыһынан ауыр еҫ аңҡып тормаясаҡ.

«Көҙгө итекте нимә менән кейәсәкһегеҙ, шул кейем менән (йылы колготки, нәски) кейеп ҡарағыҙ. Уның таман ғынаһын алырға теләһәгеҙ, магазинға иртән түгел, көндөң икенсе яртыһында барығыҙ. Үҙегеҙгә оҡшағанын һайлағас, икеһен дә кейеп, магазинда атлап йөрөп ҡарағыҙ. Уңайһыҙ аяҡ кейеме үҙен шунда уҡ һиҙҙерә ул. Ни тиклем матур булһа ла, күңелегеҙгә ятмаған берәй етешһеҙлеген һиҙеү менән баш тартығыҙ. Гардеробығыҙҙы эш урыны өсөн тәғәйенләнгән аяҡ кейеменән тыш көндәлеккә кейергә уңайлы ғына ҡыҫҡа ҡуныслы, ҡалын табанлы ботинкалар, кеда һәм кроссовкалар менән тулыландырығыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың «кәмә-туфли»ҙары булһын, сөнки улар бер ҡасан да моданан сыҡмаясаҡ», - ти Әнисә Ғәли ҡыҙы.  

Бөгөн магазинда аяҡ кейеменең ниндәйе генә юҡ! Күптәр йәне теләгәнен интернет аша ла яҙҙырып ала. Тик әңгәмәсебеҙ уны мотлаҡ кейеп ҡарап алырға кәңәш итә, сөнки һәр кешенең аяҡ төҙөлөшө төрлөсә.

Юҡҡа ғына уңайлы аяҡ кейеме һайлауҙы ышаныслы йәр һайлау менән сағыштырмайҙар. Үҙеңә тиң кеше менән ғүмер юлын үтеү еңел булған кеүек, юлдың иң ауырын да бары тик яҡшы сифатлы аяҡ кейемендә генә үтеү уңайлы.  

Лена ХӘЙРУЛЛИНА яҙып алды.

Фото https://stylishbag.ru/10-foto/fon-s-obuvyu-dlya-prezentacii-83-foto.html

  

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: