Конгэк
+4 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Апрель , 08:02

ИРЕМ БЕР ЮЛЫ ИКЕ ҠАТЫНДЫ ЯРАТА

Ирем миңә хыянат итә. Кемдеңдер еткергән һүҙе түгел, үҙ күҙем менән күрҙем уларҙы.

ИРЕМ БЕР ЮЛЫ ИКЕ ҠАТЫНДЫ ЯРАТА
ИРЕМ БЕР ЮЛЫ ИКЕ ҠАТЫНДЫ ЯРАТА

 

Ауырыйым тиеп, эшкә бармай ятып ҡалғас, эштән һорап, иртәрәк ҡайтырға сыҡтым. Туҡталышта торһам, машина менән эргәмдән елдереп үтеп китте лә, сәскә магазины янында туҡтаны. Алырға килгән, шәбәйгән тип, ҡыуана-ҡыуана йүгерҙем. Эргәһенә барып етһәм дә, ул мине шәйләмәне. Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге һиҙгер бит ул, артынан эйәрмәҫкә нимәлер тыйҙы. Ситкәрәк боҫтом да сыҡҡанын көтәм. Бына иртән ах та ух тип ятып ҡалған хәләл ефетем шат йылмайып килеп сыҡты. Ҡулында – мин яратҡан хризантемалар. Элгәре көнө генә шундайҙы алып ҡайтҡайны ла баһа!

Мине күрмәне, шат йылмайып машинаһына инеп ултырҙы ла, ҡуҙғалып китте. Ул шул тиклем бәхетле ине, хатта 2-3 метр арауыҡта торған ҡатынын да абайламаны. Нимәлер әйтеү түгел, тын ал да алмай торҙом башта. Шулай ҙа үҙемде ҡулға алырға көс таптым. Күҙ йәшем терегөмөш кеүек тамаҡ төбөнә ултырҙы ла шунда ҡатып ҡалды.

Шаңҡып бер аҙ урамда йөрөнөм дә, үҙемдең эштән ҡайта торған ваҡытҡа ҡайтып инһәм йөҙөн сирып ирем өйҙә ята. Өйҙә барыһы ла иртән мин ҡалдырып киткәнсә. Хатта бая урамда ирем булмағандыр тигән уй ҙа баштан үтте. Айырма шунда ғына ине: ирем тороп ҡырынған...

Сәскә тотоп урамда йөрөүен күреүем тураһында ләм-мим, хәлен һорашам. Бер аҙ хәле еңеләйеүен, әммә тороп йөрөй алмауын әйтте. Бер нәмә лә өндәшмәнем. Янында өлтөрәп тә йөрөмәнем.

...Бына шулай йәшәйбеҙ байтаҡ. Әйтмәһәм дә, минең белгәнемде аңланы. Беҙҙең икебеҙҙе лә яратыуын әйтте. Әммә мин хәл иттем инде: балалар уҡыуын тамамлау менән ҡаланан сығып китәм.

Ә. И.

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: