Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Май , 10:19

ИРЕНӘ АСЫУЛАНҒАН...

Илле йыл бергә татыу, берҙәм йәшәгән ғаиләгә һоҡланмаған кеше булмай. Уларҙың бер-береһенән бер сере лә юҡтыр, йәшәй-йәшәй, шулай бөтә уйы, фекере берегеп, бер бөтөнгә әүерелгәндәрҙер ул, тип уйлаған кешеләр ҙә була.

ИРЕНӘ АСЫУЛАНҒАН...
ИРЕНӘ АСЫУЛАНҒАН...
Шулай ҙа ҡатындың быға тиклем иренә белдермәгән бер сере асыҡлана. Шкафтың иң өҫкө кәштәһендә бер ҡумта булған. Уның тураһында ире бер ни белмәгән, күрһә лә иғтибарға алмаған.

Көндәрҙән бер көндө ҡатын ауырып түшәккә ятҡас, иренә теге ҡумта тураһында һөйләргә була. Ире шкафтан алып килә лә, асып ҡарай. Унда ул бәйләнгән ике ҡурсаҡ һәм байтаҡ ҡына аҡса ятҡанын күрә.

- Был нимә ул? – иренең аптырауының сиге булмай.

- Беҙҙең туй алдынан өләсәйем миңә үҙенең бәхетле ғаилә тормошоноң серен асты. “Әгәр ҙә иреңә асыуың килһә, бер ҡасан да уның менән бәхәсләшмә лә, әрләшмә лә, ә ҡулыңа энә һәм еп ал да,  ҡурсаҡ бәйлә”, - тине.

Был хаҡта ишеткән ирҙең күңеле тулып, күҙенә йәш тула: ҡумта ла бит ике генә ҡурсаҡ ята.

- Ә был аҡса ҡайҙан? – тип һорай.

- Мин уларҙы ҡурсаҡтарҙы һатып йыйҙым, - тип яуап бирә ҡатын...

Лена АБДРАХМАНОВА тәржемәһе.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: