Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Май , 06:30

БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ ӨСӨН

Бәхетле булғығыҙ килһә, үҙегеҙҙе бәхетле итеп тойоғоҙ. Байығығыҙ киләме? Улайһа үҙегеҙҙе бай итеп хис итегеҙ. Бай булып күренергә тырышмағыҙ. Ә шулай хис итегеҙ. 

БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ ӨСӨН
БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ ӨСӨН

Был донъяла матур итеп йәшәгегеҙ киләме? Йәшәгеҙ, һеҙгә бер кем дә ҡамасауламай. Һәр атҡан таңға ҡыуанығыҙ, шатланығыҙ, йырлағыҙ! Тормошҡа, эргәлә кешеләрегеҙгә, яҡындарығыҙға зарланмағыҙ. Донъяның етешһеҙлектәрен, кешенең кәмселектәрен эҙләмәгеҙ. Тормошто нисек ҡабул итәһең, ул шулай. Яҡшы итеп ҡабул итәһегеҙ икән, һеҙҙе тик яҡшылыҡ оҙатып йөрөй. Әсе ҡатыҡ эскән кеүек сирылып йөрөмәгеҙ. Йыһанға, ғаләмгә асыҡ йөҙ менән ҡарағыҙ. Шул ваҡытта үҙегеҙҙе бәхетле итеп тойорһоғоҙ!

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: