

Баҫыу ситенә сәсеү комплексын ашлама һәм орлоҡ менән тултырырға туҡтаған механизаторҙар менән әңгәмәләшергә өлгөрәбеҙ. Фермерҙың ике ҡанаты - улдары Динислам менән Арыҫлан төптән егелеп яландағы эштәрҙе алып бара. Техниканы, агрономияны яҡшыраҡ үҙләштерергә кәрәклеген аңлаған егеттәр быйыл ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡырға ниәт иткән. Малсылыҡ эшен алып барған Айрат Әлимғужиндың улдарының яңы техникала ултырып ҡарау теләге менән яланға килеүен, тимәк, данлы игенселәр династияһын дауам итеүселәр барлығын күреп, шатлыҡ тойғоһо биләй. Бала саҡтан ергә, техникаға һөйөү уяныуы шәп бит!(Тулыраҡ гәзиттең 21-се һанында уҡығыҙ).