

Сит илдән дарыу алдырһағыҙ, закон тәртибе менән алдан танышығыҙ
Һиндостандан дарыу алдырыу Өфөлә йәшәүсе өсөн енәйәт эшенә әйләнгән. Октябрьский район суды 33 йәшлек урындағы кешегә ҡарата енәйәт эшен ҡараны.
БР судтарының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың 8 октябрендә һыҙланыуҙы баҫыу маҡсатында, дарыу тәғәйенләнешен раҫлаусы документы булмаһа ла, көслө тәьҫирле матдәле препаратты Һиндостандан Өфөгә килтереүгә заказ бирә. Почта бүлексәһендә ул үҙенең заказын ала, шуның менән Евразия иҡтисади союзының таможня сиге аша көслө тәьҫирле матдәләрҙең законһыҙ күсеүен тормошҡа ашыра. Шул уҡ көндө ирҙе таможня хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Суд ултырышында ғәйепләнеүсе ғәйепте танымай. Суд ҡарары менән уға шартлы рәүештә 3 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итеү, 150 мең һум күләмендә штраф менән 3 йылға һынау срогы тәғәйенләнә. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.