Көнгәк
+4 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Дөйөм мәҡәләләр
18 Сентября , 10:00

Һаҡ булығыҙ: мутлашыусылар!

Яғыулыҡ һатып алырға теләгән фермерҙы тишек шоманға ултыртҡандар. Ул 800 мең һумдан ашыу аҡсаһын уғрыларға күсергән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һаҡ булығыҙ: мутлашыусылар!Һаҡ булығыҙ: мутлашыусылар!
Һаҡ булығыҙ: мутлашыусылар!

Мотор яғыулығы менән ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар килеп тыуғанда, нефть эшкәртеү компанияларының рәсми интернет-ресурстарына оҡшаған ялған сайттар булдырыусы мутлашыусылар әрһеҙләшкән. Бензин һәм дизель етмәү темаһын ҡулланып, мутлашыусылар тиҙ ышаныусан бер ҡатлы граждандарҙы тырнағына эләктерергә тырыша. Мәҫәлән, Мәләүез районы кешеһе уларҙың тоҙағына эләккән.

Ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән ир техника өсөн ҙур күләмдә дизель яғыулығына мохтаж була. Тәьмин итеүсене эҙләгәндә ул социаль селтәрҙә күрше төбәктә урынлашҡан ҙур фирманың сайтын таба. Ир, веб-ресурстың ысынлығын ҡабаттан тикшермәйенсә, солярка менән тәьмин итеүҙе һорай, кире бәйләнеш өсөн үҙенең реквизиттарын күрһәтә. Тиҙҙән фермерға уның электрон почтаһына» “һатыу бүлеге менеджерынан " партнерҙың картаһын ебәреүҙе һорап хат килә. Шәхси эшҡыуар һоралған мәғлүмәттәрҙе ебәргән. Мутлашыусылар ялған килешеүҙе, түләү өсөн иҫәп ебәрә. Яғыулыҡ проблемаһын тиҙ хәл итеүгә шатланып, аграрий күрһәтелгән реквизиттар буйынса 818400 һум аҡса күсерә.

Өс аҙна үткәндән һуң ғына ул үҙен алдағанын  аңлай.

 Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәләүез районы буйынса бүлегенә мөрәжәғәт итә.

Гәзит уҡыусылар, тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: шәхси мәғлүмәтте һораған һәм ниндәй ҙә булһа хеҙмәттәр йәки тауарҙар тәҡдим иткән бөтә ресурстарҙы онлайн түләү өсөн ҡат-ҡат тикшерегеҙ. Нервыларығыҙҙы һәм аҡсағыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас