ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Сентябрь 2017, 13:08

Йәш гвардия - акцияға ҡушылды.

“Таҙа республика” акцияһына теләктәшлек белдереп, “Йәш гвардия” сәйәсипартияһы ойошмаһы район һәм ҡала депутаттары, экология комитеты белгестәре,5-се, 8-се, 1-се мәктәп һәм 9-сы гимназия уҡыусылары, индустриаль коллеждстуденттары менән Төньяҡ урам артында урынлашҡан гараж массивтары араһындабарлыҡҡа килгән сүплектәрҙе таҙартты.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Мәләүез ҡалаһындағы бүлексә етәксеһе Сергей Макаров акцияға ҡушылыусыларҙы экология йүнәлешендә башҡарылған эштәр менән таныштырҙы.
Йәштәр араһында экомәҙәниәтлелек, тыуған төбәккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә арналған бындай сараларҙың әһәмиәте тап ошо районда гараждары булған милекскләрҙе, шәхси секторҙа йәшәгәндәрҙе лә йәлеп иткәндә, сүп-сар ташлар алдынан күптәрҙе уйланырға мәжбүр итмәҫ инеме икән? Бындай урындарға сүп-сарҙы сит ҡаланан килтереп ауҙармайҙар, ошондай тәртипһеҙлекте үҙебеҙ булдырабыҙ ҙа инде.
ҺҮРӘТТӘ: ”Таҙа республика” акцияһында ҡатнашыусылар.
Автор фотоһы.
Читайте нас: