ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Октябрь 2017, 12:47

Ил өсөн әһәмиәтле асыш

БашҡортостандаҺаҡаҫҡы мәмерйәһе Күгәрсен районы Йомағужа һыуһаҡлағысында урынлашҡан, һыу аҫтыспелеологтарының һыу аҫты мәмерйәһен тикшереүен беҙгә лә күҙәтеүмөмкинлеге тыуҙы, бының өсөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экологияминистрлығына, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитетына,экспедицияны ойоштороусылар Салауат Нафиҡов менән яҡташыбыҙ, эшҡыуар МарсЮлбарисовҡа рәхмәтлебеҙ.

Үҙенсәлекле Һаҡаҫҡы мәмерйәһендә тикшеренеү эштәре башланды
Йомағужа һыуһаҡлағысының ярына барып еткәс, катерҙа һыу аҫты мәмерйәһенә инеү урынына юл алдыҡ. Башҡортостандың әкиәттәгеләй хозур тәбиғәтенә һоҡланып туйырлыҡ түгел, мөмкин булған бөтә төҫтәргә мансылған урман һәр төрлө һүрәткә ингән ҡаяларҙы сихри донъяға әүерелдерә. Ниндәйҙер мөғжизә көткәндәй тәбиғәт тә тынып ҡалған, бер ел әҫәре юҡ. Беҙ ҙә әҫәрләнеп яңы асышты көтәбеҙ. Был экспидиция республикабыҙҙың данын тағы арттырасаҡ, әгәр яҡынса тикшереү һөҙөмтәләре раҫланһа, Рәсәйҙә 20 километрға һуҙылған иң оҙон мәмерйәһе менән таныласаҡ Башҡортостан.
Күҙаллауҙар буйынса 20 километрға һуҙылған мәмерйәлә бик ҙур залдар һәм оҙон тоннелдәр булырға тейеш.
Экспедицияны ойошторған Салауат Нафиҡов билдәләүенсә бөгөнгө Рәсәйҙә иң оҙон мәмерйә Пермь өлкәһендә 4 саҡрым оҙонлоҡтағы Урҙа (Орда) мәмерйәһе иҫәпләнә. Ә Һаҡаҫҡы, ысын мәғәнәһендә, сенсация буласаҡ, һәм бик күп туристарҙы –дайверҙарҙы, спелеологтарҙы – йәлеп итәсәк. Әлбиттә, бының өсөн мәмерйәне өйрәнеү, картографияһын төҙөү мотлаҡ. Ә был бер көнлөк кенә эш түгел.
Бына иң мөһим, тулҡынландырғыс мәл: һыу аҫты дайверҙары, йәғни спелеологтарҙың оҙайлы әҙерлектән һуң һыу аҫтына сумыуын күҙәтәбеҙ. Бында Уралдан, Төньяҡ Карелианан, Волга буйынан иң тәжрибәле оҫта спелеодайвер, һыу аҫтын өйрәнеүсе спелеолог эшләй: Максим Четырин – Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса водолаз – ҡотҡарыусы; Александр Хижняк - Төньяҡ һәм Поляр яны Уралдың һыу аҫты мәмерйәләрен өйрәнеүсе; тәрәнлектәге мәмерйәләрҙе тикшереүсе, Рәсәй география йәмғиәтенең Урал бүлексәһе ағзаһы Максим Козионов; Төньяк Карелия, Вологда өлкәһе һәм Урал һыу аҫты мәмерйәләре тикшеренеүсеһе Илья Козлов; Урал, Башҡортостан, Флорида һыу аҫты мәмерйәләрен өйрәнеүсе экспедициялар етәксеһе, инструктор-тренер Евгений Рунков; Башҡортостан, Татарстан, Һамар өлкәһе һыу аҫты мәмерйәләр тикшереүсеһе, Халыҡ-ара һыу аҫты ҡотҡарыусылар ассоцияһының Рәсәй бүлексәһе ағзаһы журналист Станислав Поляков, шулай уҡ журналист Рәсәй география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы, тәжрибәле дайвер Рөстәм Сиражетдинов. Тағы ла улар араһында ике ҡатын-ҡыҙ бар, улар - әҙерләүселәр. Медицина хеҙмәткәре Юлия, Максим Четыриндың ҡатыны, 7-8 сәғәт әҙерлектән һуң һыу төбөнә оҙата һәм 2-3 сәғәт буйы һәр үҙгәреште билдәләп, сумыу ваҡытының һәр секундын һанап тора, сөнки артыҡ һыуҙа булыу бик хәүефле. Шулай уҡ сумғанда бик тиҙ тәрәнлеккә төшһәләр, йылдам күтәрелеү үлемгә килтереүе ихтимал, шуға ла бик яй күтәреләләр. Улар алдында Йомағужа һыуһаҡлағысы аҫтында табылған мәмерйәне тикшереп, картографияһын төҙөү, башҡа спелеодайверҙар өсөн даими стационар инеү урынын нығытыу бурысы тора. Тикшеренеүсе Илья Козлов билдәләүенсә, улар инеү урынын 500 метрҙан да алыҫыраҡ китеп эшләй. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда мәмерйәгә инеү урыны 21 метр тәрәнлектә башлана һәм бик тиҙ 45 метрға етә, аҙаҡ яйлап 65-70 метрға төшә. Ер аҫты йылғаһы тамағының киңлеге метро тоннеле кеүек һәм эш өсөн бик уңайлы. Тикшеренеүселәргә бик ҙур күләмдә эш башҡарып сығырға кәрәк буласаҡ. Һәр береһенә көн һайын бер, хатта ике тапҡыр һыу аҫтына төшөп эшләргә тура киләсәк. Был кеше организмына бик ныҡ көсөргәнеш бирә, шуға күрә 2-3 сәғәттән артыҡ һыу аҫтында булырға ярамай. Экспедицияның көҙгә ҡалдырылыу сәбәбе, был осорҙа һыу тоноғораҡ һәм сумыу өсөн уңайлы ваҡыт иҫәпләнә. Беҙгә дайверҙарҙың ҡалҡҡанын 2 сәғәт буйы көтөргә тура килде, хатта ҡүңелгә шом ояларға ла өлгөрҙө. Ныҡлы сәләмәтлек, сынығыу үтеү менән бергә ни тиклем рух, ихтыяр көсөнә эйә булырға кәрәк был һөнәр эйәләренә.
Башҡортостанда мәмерйәләрҙең 80 проценты әле өйрәнелмәгән, асылмағандары ла байтаҡ, ә табылғандарының барыһы ла ҡоро тиерлек. Был яҡтан Һаҡаҫҡы уникаль, сөнки ул тулыһынса һыу аҫтында. Дөрөҫ, бында һыуһаҡлағыс төҙөлгәнсе, инеү урыны асыҡ ҡорола була, ләкин ул ваҡытта ла мәмерйә үҙе тотош һыу аҫтында ята. Был юлы 20-25 метрлыҡ, йәғни 7-9 ҡатлы йорт бейеклегендә, 50-60 метр киңлектә зал таптылар. Тағы ла үтә күренмәле 1,5-2 сантиметр оҙонлоғонда ҡыҫала алып сыҡтылар, уны махсус фәнни лабораторияла тикшерәсәктәр. Мәмерйәнең уның 600 метры ғына үтелде, аҙағына тиклем барып етеү, үҫемлек һәм тере йән эйәләре тормошон өйрәнеү дауам итәсәк. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, уның һыуы юғары сифатлы, хатта Ҡыҙыл шишмәнекенән дә таҙараҡ.
Рәсәй география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Камил Йыһаншин уларҙың эшен юғары баһалап: “Башҡортостанда туризмды үҫтереү мөмкинлектәре киң, ә Һаҡаҫҡы Рәсәйҙә иң оҙон мәмерйә булып танылһа, бөтә донъя туристарын йәлеп итәсәк”, – тип республика өсөн экспедиция әһәмиәтен билдәләне. Шулай уҡ был эштең Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы сиктәрендә Башҡортостан Экология министрлығы, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында ойошторолоуына иғтибарҙы йүнәлтте. Башҡортостан Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың эш башланыр алдынан, экспедиция ағзалары менән осрашып, фатиха биреүе Һаҡаҫҡы мәмерйәһенең республика өсөн ни тиклем мөһим булыуын билдәләй. Спелеодайверҙарҙың эш һөҙөмтәһенә донъяуи кимәлдә республиканы танытыр, экстремаль туризмды төбәктә үҫтерер, спортсы сәйәхәтселәрҙе йәлеп итер яңы туризм объекты барлыҡҡа килеүе бәйле.
Читайте нас: