ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
18 Апрель 2018, 13:20

Умырзая сыға иртә яҙ

Тиҙҙән ил буйынса яҙҙың тәүге сәскәләрен һаҡлауға йүнәлтелгән акция башлана.

Тиҙҙән ил буйынса яҙҙың тәүге сәскәләрен һаҡлауға йүнәлтелгән акция башлана.
Ҡар иреү менән республикала, умырзая, кәзә һаҡалы (кәкүк емеше), апрель-майҙа елбәгәйҙең (ветреница), яҙ йондоҙоноң (хохлатка) бер нисә төрө сәскә ата.
Умырзая - улар араһында иң ҡиммәтле дарыу үләндәренең береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙ һайын уларҙың һаны кәмей. Был, әлбиттә, сәскәләрҙе күпләп өҙөүгә генә түгел, шулай уҡ уны баҡсала үрсетеү өсөн тамыры менән ҡаҙып алыу, урмандарҙы ҡырыу, болондарҙы рәхимһеҙ рәүештә тапау, хужалыҡ эштәре алып барыу, төбәктә экологияның насар булыуына ла бәйле. 1981 йылдан умырзая сәскәһенең бөтә төрҙәре лә“Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән. Ҡар ҡатламын беренсе булып тишеп сыҡҡан тәү сәскә - күп йыллыҡтар ғаиләһенә ҡарай. Ҡануниәткә ярашлы, сәскәне өҙгән, һатҡан, һатып алған йә ҡайҙалыр оҙатҡан өсөн штраф күләме өс тапҡырға арта. Әлегә штраф 300 һум ҡаралған.
Хөрмәтле райондаштар!
Урманда, яланда, тау битләүҙәрен үҙ иткән сәскәләрҙе өҙмәйек, балаларҙы тәбиғәткә ҡарата рәхимле булырға өндәйек! Умырзаяны өҙмәйек һәм бүләк итмәйек!
Читайте нас: