ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Май 2018, 14:06

Тәбиғәтте һаҡлау - үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау

Тыуған ерем матурлығы минең күңелемә һеңгән, йомартлығы йөрәгемә күскән.

Тыуған ерем матурлығы минең күңелемә һеңгән, йомартлығы йөрәгемә күскән. Ошо хозурлыҡтың ҡәҙерен белеп, уны һаҡлап йәшәргә лә һуң... Тик күптәр киләсәген уйламай. Ҡанһыҙ әҙәмдәр болан, маралдарҙы ата, аҙым һайын, ҡапҡан ҡороп, шәшке, төлкө тота. Ә йылға-күлдәр балыҡ тотоусы өсөн - сикһеҙ байлыҡ, әммә улар ҡармаҡ түгел, ә ау һала. Элек шаулап-гөрләп үҫкән, йырып үткеһеҙ урмандарҙың күбеһенең урынында хәҙер төпһәләр генә һерәйеп ултыра, сөнки рөхсәтһеҙ ағас йығыусылар һаман да бар.
Һыуҙың да ҡәҙерен белмәйбеҙ. Минеңсә, был - бөгөн иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Уларҙың таҙалығы өсөн көрәш бер ҙә туҡтамаҫҡа тейеш. Йылғаларҙы, күлдәрҙе, шишмәләрҙе таҙартыу буйынса даими өмәләр ойошторорға кәрәк.
Тәбиғәткә битараф кеше Тыуған иленең киләсәгенә лә ғәмһеҙ ҡарай, тип уйлайым. Кешегә йәшәү өсөн тәбиғәттән башҡа сығанаҡ юҡ. Шуға ла йәшәгән төйәгебеҙҙең тәбиғи ресурстарын һаҡлау, уның экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеү төп маҡсатыбыҙ булырға тейеш. Кешеләр аңлы һәм аңһыҙ рәүештә һалған яраны тәбиғәт үҙе генә уңалта алмай.
Дуҫтар, әйҙәгеҙ, тирә-яҡ мөхиттең матурлығына һоҡланайыҡ, шул уҡ ваҡытта уны һаҡлай ҙа беләйек, сөнки тәбиғәтте һаҡлау - үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау ул.
Нәркәс Ғәббәсова, Һарыш урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.
Читайте нас: