Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Июль 2018, 12:59

Тәбиғәт балаһы булыуыңды иҫбатла

Тирә-яҡ мөхитте өйрән һәм уны сүп-сарҙан таҙарт

Һәр кем үҙенең ялын күңелле һәм шул уҡ ваҡытта файҙалы ла үткәрергә хыяллана. “Тәбиғәтте һаҡлаусы дружина” экология-туристик слетында ҡатнашҡандар был ниәттәрен тулыһынса бойомға ашыра тиһәң, бер ҙә хата булмаҫ. Улар саф һауала ял итеү менән бер рәттән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ҙур эшмәкәрлек алып бара, тәбиғәт серҙәрен, үҫемлектәр, ҡоштар, йәнлектәр донъяһын да өйрәнә.
Билдәле булыуынса, ял итеүҙең был төрө “Башҡортостан” милли паркы башланғысы менән 2009 йылда старт алды һәм быйыл туғыҙынсы тапҡыр ойошторолдо. Республикала Ғаилә йылы иғлан ителеүгә бәйле, быйыл ул “ғаилә слеты” тип аталды һәм тирә-яҡ мөхиткә битараф булмаған балалар менән бергә атай-әсәйҙәре лә йәлеп ителде. Улар Мораҙым тарлауығын һайланы һәм аҙна буйы уның биләмәһен төйәк иткән ҡоштарҙы өйрәнеүҙе, сүп-сарҙан йыйыштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
Тәбиғәтте һаҡлаусы дружинаның башланғысында тороусыларҙың береһе, милли парк директорының фән буйынса урынбаҫары Лилиә Солтангәрәева әйтеүенсә, слетта ҡатнашыусылар тәбиғәт паркын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса ҙур эш башҡарған. Һуҡмаҡтарҙы, мәмерйәләрҙе ял итеүселәрҙән, туристарҙан ҡалған көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартҡан. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, тренингылар, ғилми хеҙмәткәрҙәр менән осрашыуҙар ойошторолған.
- Экология йүнәлешендәге ошондай лагерҙар үҫмерҙәргә киләсәктә дөрөҫ һөнәр һайларға булышлыҡ итә. Орнитолог, биолог булып китмәһәләр ҙә, һис юғында бында ял иткән балалар бер ҡасан да тирә-яҡ мөхиткә ғәмһеҙлек күрһәтмәйәсәгенә шигем юҡ, - ти Лилиә Әсфәндиәр ҡыҙы.
Йәш тәбиғәт һаҡсылары 2016 йылда милли парк биләмәһендәге Ырғыҙлы лестничествоһын, былтыр Ағиҙел буйы урманлығын таҙартҡан, тейешле аншлагтар, лозунгылар урынлаштырған. Шулай уҡ Асылыкүл буйын таҙартыуҙа ҡатнашҡандар.
Аҙна буйы палаткаларҙа йәшәп, һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып, сыныҡҡан үҫмерҙәр үҙҙәрен тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө икәнлеген тойоп, өр-яңы тәьҫраттар менән ҡайтты.
Һүрәттә: Тәбиғәткә һөйөү кесе йәштән һалына.
Лилиә СОЛТАНГӘРӘЕВА фотоһы.
Читайте нас: