ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Сентябрь 2018, 13:23

Милләт сәләмәтлеге экологияға бәйле

Рәсәй халҡы йылына сүплеккә 400-500 килограмм ҡалдыҡ “оҙата”. Уларҙы 12 ай дауамында йыйһаң, айға тиклем 1 метр киңлектә башня төҙөргә мөмкин булыр ине.

Рәсәйҙә йылына 70 миллион тонна сүп-сар йыйыла. Ҡалдыҡтар өс төрлө юл менән эшкәртелә: яндырыу, күмеү һәм икенсел эшкәртеү. Өсөнсө ысулдан башҡа ҡалған икәүһе тәбиғәт, тирә-яҡ мөхит, һаулыҡ өсөн үтә хәүефле. Сүп-сар һауытына ташланған ҡалдыҡтарҙың ни бары 4 проценты ғына икенсел эшкәртелә, 2 проценты яндырыла. Рәсәй халҡының һәр береһе йылына сүплеккә 400-500 килограмм ҡалдыҡ “оҙата”. Уларҙы 12 ай дауамында йыйһаң, айға тиклем 1 метр киңлектә башня төҙөргә мөмкин буласаҡ. Бөгөн илдә рәсми эшләгән 14 мең эре сүп-сар түгеү урыны бар, уларҙың дөйөм майҙаны 4 миллион гектар тәшкил итә.
Рәсәйҙә сүплектәр майҙаны артыу прогнозы
2016 йыл - 4 миллион гектар; 2019 йыл - 5,2 миллион гектар; 2023 йыл - 6,8 миллион гектар; 2026 йыл - 8 миллион гектар.
Республикала хәлдәр нисек?
2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә. Башҡортостан 5 зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды. Улар ҡалдыҡтарҙы йыйыу, сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Яңы йылдан һуң коммуналь квитанцияларҙа “Ҡалдыҡтар” тигән пункт барлыҡҡа киләсәк. Торлаҡ хужаларына сүп-сар туплау мәҙәниәтенә өйрәнергә тура киләсәк. Ведомство әҙерләгән яңы проектҡа ярашлы, уларҙы эшкәртеүгә, көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, эшкәртеү станциялары һәм комплекстарын төҙөү өсөн яңы нормативтар талап ителә. Сүп-сар эшкәртеү комплексы Өфөлә 2000 йылдар башынан эшләй. 2019 йылдан көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, айырыу һәм үтилләштереү өсөн хаҡтар артасаҡ. Шәхси йортта йәшәгән бер кешегә яҡынса 120 -150 һум буласаҡ, тип күҙаллана. Халыҡ сүп-сарҙы айырыу мәҙәниәтенә өйрәнһә, уны эшкәртегә ебәреп, яңы тауар етештереләсәк. Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын тәрән эшкәртеү кимәле әлегә ни бары яҡынса 30 процент самаһы. Ҡалғаны йә яндырыла, йә күмелә. Рәсәй Президентының Май Указына ярашлы, 2030 йылда беҙ көнкүреш ҡалдыҡтарының 80 процентын эшкәртергә тейешбеҙ. Ҡалған 20 процентын ғына ергә күмеү хоҡуғы буласаҡ.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 77-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: