ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Ноябрь 2018, 13:34

Үлем менән көрәшеүсәләр

Чернобыль атом станцияһының дүртенсе блогында шартлау Хиросимаға ташланған бомбанан ҡеүәте буйынса 500 тапҡырға артығыраҡ була.

Чернобыль атом станцияһының дүртенсе блогында шартлау Хиросимаға ташланған бомбанан ҡеүәте буйынса 500 тапҡырға артығыраҡ була. Был һәләкәт һөҙөмтәһендә радиоактив зарарланыу 30 километр радиуста тарала. Украинаның дөйөм бысраныу майҙаны 12 өлкәлә 50 мең квадрат километрҙан ашыу тәшкил итә. Бынан тыш, Рәсәйҙең 2,6 миллион кешеһе менән 60 мең квадрат километр самаһы биләмәнең 19 төбәге радиация менән зарарлана, шулай уҡ Европаның ҡайһы бер илдәре һәм Белоруссияның 20 процентҡа яҡын халҡы йәшәгән 46 мең квадрат километр территорияһы бысрана. 1986 йылдың апреленән 1990 йылдың ноябренә тиклем осорҙа һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 340 мең кешенән торған 210 берләшмә һәм хәрби часть йәлеп ителә. Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә 600 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр ҡатнашып, күптәре дәүләт наградаларына лайыҡ була.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 91-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: