ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Февраль 2019, 14:09

Ҡалала йәшәү рәхәтме?

“Управдом” ҡала кимәлендәге киңәйтелгән форумда йылдағыса күп фатирлы йорттарҙа коммуналь хеҙмәттәргә түләү, капиталь ремонт, республика һәм федераль программаларын тормошҡа ашырыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға арналған мәсьәләләр яҡтыртылды.

“Управдом” ҡала кимәлендәге киңәйтелгән форумда йылдағыса күп фатирлы йорттарҙа коммуналь хеҙмәттәргә түләү, капиталь ремонт, республика һәм федераль программаларын тормошҡа ашырыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға арналған мәсьәләләр яҡтыртылды. Ҡалала 308 күп фатирлы йорт, 6 меңдән ашыу шәхси йорт иҫәпләнә.
Проблемаларҙы уртаға һалып хәл итеү юлдарын эҙләү, идарасы ойошма, яуаплы хеҙмәт етәкселәре менән ҡоролған әңгәмә майҙансығы - хаталарға юл юлмау, артабан ике яҡ өсөн дә асыҡ эшләүҙе күҙ уңында тота.
Республикала йыл башынан сүп-сар сығарыу реформаһы эшләй башланы. Уның маҡсаты-һаҡланып, бөгөн ҡалыплашҡан проблема- ҡала эсе һәм ситендә рөхсәт ителмәгән урындарҙа сүплектәрҙе бөтөрөү, халыҡта тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараша тәрбиәләү. “Эко-Сити” төбәк операторы менән ҡала хакимиәте араһында килешеү төҙөлгән. Сығарылған сүп-сар сорттарға бүленеп эшкәртелгәс, икенсел тормош биреләсәк. Шәхси секторҙа йәшәүселәр алдында - сүп-сар һауыттары, майҙансыҡтар урынлаштырыу проблемаһы барлыҡҡа килде. Йыл дауамында был маҡсатта шәхси секторҙа 50 майҙансыҡ төҙөүгә урын билдәләгән. Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлау программаһына ярашлы, ҡала биләмәһенә ингән 84 күп фатирлы йорт подъезын ремонтлау ҡаралған, әммә был һандың үҙгәреүе мөмкин.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләү артыуы милекселәр араһында ваҡытында иҫәпләшмәүгә килтерә. Бөгөн дөйөм сумма 148,7 миллион һум тәшкил итә.
Читайте нас: