ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Апрель 2019, 16:59

Һунар итеү алдынан уйлан, кеше!

27 апрелдә республика биләмәһендә һыу ҡоштарына һәм ҡарағай урманы кейектәренә яҙғы һунар башлана. Экология министрлығының хайуандар донъяһы объекттарын файҙаланыуҙы күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге һунарсылар өсөн төп ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрә.

27 апрелдә республика биләмәһендә һыу ҡоштарына һәм ҡарағай урманы кейектәренә яҙғы һунар башлана.
Экология министрлығының хайуандар донъяһы объекттарын файҙаланыуҙы күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге һунарсылар өсөн төп ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрә.
Һыу ҡоштарын эҙәрлекләү өсөн кәмәләр ҡулланыу тыйыла.
Яҙғы һунар осоронда:
- инә өйрәктәргә, һуйырҙарға, ҡорҙарға;
- ярҙан 200 метрҙан кәмерәк алыҫлыҡтан тороп ҡаҙҙарға;
- һунар эттәре, ҡоштары менән;
- селдәргә, таҙбаштарға, ҡамыш турғайҙарына, һоро ҡаҙҙарға һунар тыйыла.
Шулай уҡ Рәсәйҙең һәм республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштарҙы һәм һөтимәрҙәрҙе ауларға ярамай.
Һунар итеү ҡағиҙәләрен боҙған граждандарға - 500 һумдан 4000 һумға тиклем, вазифалы кешеләргә 20 меңдән 35 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Юридик берәмектәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға һунарсылыҡ биләмәләрендә һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙын райондарҙа Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт инспекторҙары бирә.
2018 йылдың 1 авгусынан һуң алынған рөхсәт ҡағыҙҙары яҙғы һунар осоронда ғәмәлдә була.
Төбәктә яҙғы һунар 10 календарь көн дауам итә һәм 6 майҙа тамамлана.
Был осорҙа ураман, айырым һаҡланған биләмә, ҡурсаулыҡ, күл- йылға буйҙарында даими рейдтар ойошторола.
Айра Салауатова.
Читайте нас: