Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Апрель 2019, 16:13

Урман шаулап үҫһен

Шәмбелә үтәсәк “Йәшел Башҡортостан” акцияһына әҙерлек эштәре бара. 17 меңдән ашыу ағас үҫентеһе алынған.

Шәмбелә үтәсәк “Йәшел Башҡортостан” акцияһына әҙерлек эштәре бара. 17 меңдән ашыу ағас үҫентеһе алынған. Мәләүез участка урмансылығы начальнигы Дмитрий Васильев әйтеүенсә, Первомай ауылы янында 4,3 гектар ер ултыртыуға әҙерләгән. Акцияла ҡала предприятиеһы коллективтары, волонтерҙар ҡатнаша. Гагарин исемендәге паркта космонавтар аллеяһына 90 төп йүкә, Һаулыҡ аллеяһына 20 ҡарағай ултыртыу планлаштырыла. “Инвентарь етмәй, акцияла ҡатнашыусылар биҙрә, көрәк тотоп килһәләр, яҡшы булыр ине”, - ти ул. Воскресенский участка урмансылығында план буйынса урманды тергеҙеү эштәре башланған: 16 гектар ерҙә эшселәр ҡарағай ултыртыуға төштө.
Читайте нас: