Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Май 2019, 13:58

Нимә һуң ул газон, беҙҙә бармы?

Беҙгә ярһыу тауыш менән шылтыратҡан автомобиль хужаһын аңларға була, яңыраҡ ойошторолған рейд барышында тап уның транспорт сараһын фотоға төшөрөп, район Хакимиәтенең административ комиссияһына ебәргәндәр. “Эшем юҡ, штраф яҙып киткәндәр. Сүп-сары менән дә нервымды бөтөрәләр”,- тип туҙынды ағай.

Беҙгә ярһыу тауыш менән шылтыратҡан автомобиль хужаһын аңларға була, яңыраҡ ойошторолған рейд барышында тап уның транспорт сараһын фотоға төшөрөп, район Хакимиәтенең административ комиссияһына ебәргәндәр. “Эшем юҡ, штраф яҙып киткәндәр. Сүп-сары менән дә нервымды бөтөрәләр”,- тип туҙынды ағай.
Газон - үлән, сәскә клумбалары йәки ваҡ ҡыуаҡлыҡ үҫкән, бордюр, кирбес йәки декоратив таш менән йәйәүле, велосипедсы, автомобиль юлынан сикләнгән ер участкаһы. Яңы законға ярашлы,
күп фатирлы йорт, сауҙа нөктәләре, предприятие, ойошма, учреждение алдындағы газон, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына машина ҡуйған өсөн штраф һалына.
Күҙ йомоп, балалар майҙансығына инеп, машинаһын ҡалдырмаясаҡ водителдәр Әммә бер нисә генә күп йыллыҡ сәскә үҫкән, эт- бесәйҙәр уйнаған клумбаларҙы газон тип атап буламы? Һәр фатирҙа 3-әр машина - парковка урындары былай күп автомобилдәргә тәғәйенләнмәгән. Хәҙер ни эшләргә? Күптәр вахта буйынса эшләй, транспорт сараһы оҙаҡ ваҡыт ҡулланылмай. Йәштәрҙең уны ҡуйыр урыны юҡ, минеңсә, ҡала ситендәге гараждарға машина ҡуйыу хәүефле. Бәләкәй генә Мәләүездә элекке махсус түләүле автомобиль ҡуйыу урындары ҡалдымы икән, яңылары төҙөлһә лә, буш булмаясаҡ бит.
Был закон нимәнән сығып ҡабул ителде, парковкала тәртип булдырыу йәһәтенәнме әллә бюджет тулыландырыуҙың бер ысулымы?
Штраф күләме бәләкәй түгел: граждандарға-1 меңдән 2 меңгә, вазифа биләгәндәргә - 5-10 мең, ойошмаларға 20-30 мең һум. Штраф түләп тағы эләкһәң, түләү ике тапҡырға артасаҡ.

Был йүнәлештә кем эшләйсәк?
Закон буйынса протокол төҙөү һәм штраф билдәләү район Хакимиәтенең административ комиссия вәкәләтенә инә. Белешмәне муниципалитеттың рәсми сайтындағы “Административ комиссия” бүлегендә табырға мөмкин. Һәр кем закон боҙолғанына шаһит булһа, автомобилде фотоға төшөрөп ебәрә ала. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 26.7-се статьяһындағы 2-се бүлеккә ярашлы, фотолар йәки видеояҙмалар дәлил булып иҫәпләнәсәк. Әммә бының өсөн ҡайһы бер шарттарҙы үтәү мөһим:
Беренсенән, мөрәжәғәт аноним йәки исем-шәрифһеҙ, телдән булырға тейеш түгел. Ялыу итеүсе махсус бланк тултырырға тейеш. Бланкыны Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты сайтынан (https://goskomjust.bashkortostan.ru/documents/active/218812/) күсереп алырға мөмкин. Унда мөрәжәғәт итеүсенең исем-фамилияһы, телефон номеры, электрон адресы, шулай уҡ тәртип боҙоу осрағының ҡайҙа, ҡасан булыуы, фотоның ниндәй телефондан төшөрөлгәне күрһәтелеүе шарт.
Икенсенән, видеояҙма, фотоның сифатлы булыуы мөһим. Автомобиль номеры, урамдың исеме, йорттоң һаны төшөрөлһә, тағы ла яҡшыраҡ. Ғариза, фото, видеояҙма урындағы хакимиәт сайтының административ комиссия бүлегенә ебәрелә.
Ялыу рәсми мөрәжәғәт, шунлыҡтан һеҙ күрһәткән адресҡа административ комиссия ҡабул иткән ҡарар тураһында белдереү ҡағыҙы киләсәк.
Тағы үҙенсәлекле бер яғын әйтмәй булмай, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафты 20 көн эсендә түләһәң, яртыһы юҡҡа сыға, ә газон, спорт һәм балалар майҙансығына автомобиль ҡуйыусыларға был ҡағылмай.
Автотранспортты тротуарға ҡуйһаң да, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 12.19-сы статьяһындағы 3-сө пунктҡа ярашлы штраф ҡаралған. Был осраҡта протоколды юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары төҙөй.
Бына шулай, яңы закон ябай халыҡтың кеҫәһен һурыу һымағыраҡ килеп сыға. Парковкала урын тапһаң, уны юғалтмаҫ өсөн машинаңды алмай, йәйәү йөрөргә тура киләсәк.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.


Читайте нас: