ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
30 Май 2019, 17:56

Сүп-сар реформаһы

Республикала төбәк операторҙары сүп-сар контейнерҙары һәм уларға майҙансыҡтар етмәүгә зарлана. Контейнерҙар ҡуйғанда ла әленән-әле бәхәс тыуа, күптәр сүп-сар майҙансығының йорт эргәһендә булыуын теләмәй, шул уҡ ваҡытта ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн ауылдың икенсе осона йөрөүҙән дә баш тарта. Реформа башланғанда уҡ республикала 14 мең майҙансыҡ әҙерләнеүе, 25 мең контейнер ҡуйылыуы тураһында хәбәр булһа ла, уларҙың етмәүе асыҡланды.

Республикала төбәк операторҙары сүп-сар контейнерҙары һәм уларға майҙансыҡтар етмәүгә зарлана. Контейнерҙар ҡуйғанда ла әленән-әле бәхәс тыуа, күптәр сүп-сар майҙансығының йорт эргәһендә булыуын теләмәй, шул уҡ ваҡытта ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн ауылдың икенсе осона йөрөүҙән дә баш тарта. Реформа башланғанда уҡ республикала 14 мең майҙансыҡ әҙерләнеүе, 25 мең контейнер ҡуйылыуы тураһында хәбәр булһа ла, уларҙың етмәүе асыҡланды.

”Мәләүез барыбер иң таҙа ҡала буласаҡ”
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу һәм сығарыуға түләүҙәр мәсьәләһе бөгөн дә көнүҙәк. Был түләүселәрҙең мәғлүмәт иҫке булыуына бәйле. Бөгөн Росреестр һәм Федераль миграция хеҙмәте идаралығы менән берлектә дөрөҫ база әҙерләү буйыса эш алып барыла.
Район-ҡалала уны тормошҡа ашырыуға оҙаҡ йылдар тупланған тәжрибә ныҡлы нигеҙ булып тора. Реформа башланғанға тиклем, сүп-сар йыйыу һәм ташыу коммуналь хужалыҡ предприятиеларына йөкмәтелгән ине. Мәшәҡәтле тармаҡ менән шөғөлләнеүҙе эшҡыуарҙар кәрәкле тип тапманы. Табышы юҡ, өҫтәмә юғалтыуҙар менән бәйле, тине күптәр. Шулай ҙа, яҡташыбыҙ Тимур Әхмәтшин оҙаҡ уйланғандан һуң ошо бурысты атҡарып сығыуҙы үҙ ҡулына алды. Ун йылдан элек карьера үҫешен тәьмин итәсәк эшен ташлап, сүп-сар эшкәртеүгә тотоноуға нимә этәргес көс булғандыр, ул бөгөн дә аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Ҡалала гараж массивтары араһында, урман һыҙаты, күп фатирлы йорттар алдында ташланған, тау булып өйөлгән сүптәрҙең яҡташтары һаулығына, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүен күреп, аңлап, экологияның киләсәген хәстәрләү маҡсатында “Экотех-Мәләүез” көнкүреш ҡалдыҡтары эшкәртеү комплексына нигеҙ һала. Ҡаршылыҡтарға осраған һайын, тешен ҡыҫып, үҙ алдына: ”Мәләүез барыбер иң таҙа ҡала буласаҡ”, - тип ҡабатлай. Эш ҡуртымға алынған бәләкәй генә гаражда башлана, ошонда тупланған сүп-сарҙы преслау ҡоролмаһы ҡуя. Маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға аҡса, башланғыс капитал талап ителә, шунлыҡтан бернесе йылдарҙа бөтә эште атаһы менән башҡарған йәш белгескә табышты тулыһынса йыһаз, ҡоролма һатып алыу, йәмғиәтте үҫтереүгә йүнәлтә.
Халыҡ сүп-сар реформаһына ниндәй ҡарашта?
Мин йыш ҡына мәктәп уҡыусылары менән уҙған осрашыуҙарҙа “Ял иткәндә, тәбиғәтә контейнер булмағанда атай-әсәйҙәрегеҙ сүп-сарҙы ҡайҙа ташлай?”, тип һорайым. Улар алдаша белмәй, күптәре ғорурлыҡ менән: “Ағас төбөнә өйөп ҡалдырабыҙ?”- тип яуаплай. Бына ошонан башлана экология тәрбиәһе. Ололар ташлай икән, балаларға ни ҡала?!
“Ашаған белмәй, тураған белә”, тиҙәрме әле? Ҡалдыҡтарға ҡағылышлы системаны әҙерлекһеҙ ҡабул иттек. Әлбиттә, донъябыҙҙы сүп-сар баҫыуына зарланған, яңы закондар ҡабул иткән булабыҙ. Һәм шул уҡ ваҡытта уны тәртипһеҙ рәүештә теләгән бер урынға түгергә, ташларға күнеккәнбеҙ. Иғтибар итәһегеҙме, бөгөн дә урман һыҙаттарында, гараж массивтарында тоҡтарға тултырылған ҡыйҙың кәмегәне юҡ. Ҡайҙан барлыҡҡа килә тип уйлайһығыҙ?, Тирә-яҡ ҡала, райондарҙан ташымайҙар, үҙебеҙҙеке улар.
“Экотех-Мәләүез” предприятиеһы ҡалала сүп-сар йыйыу, ташыу, эшкәртеүҙе яйға һалыу йүнәлешендә эш алып бара. Бөгөн төбәк операторы менән төҙөлгән Килешеү нигеҙендә эшләйбеҙ. Беҙ район- ҡаланың 75 торлаҡ пунктында йәшәгән халыҡты хеҙмәтләндерәбеҙ. Көн дә 15 берәмек машина районға юллана, сорттарға айырыу пунктына уртаса 40 тонна сүп-сар килтерелә. 120 тонна ошондай йөк ҡабул итеүгә әҙер ике участканың ҡеүәте 120 тоннаға иҫәпләнгән. Сорттарға айырылған ҡалдыҡтар 15 төргә бүленә, пластик пакет һәм шешә, һут, һөт продукцияларынан бушаған ҡаптарҙан полимер ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп һәм кварц ҡом ҡушып, канализация ҡапҡастары эшләйбеҙ. Маҡсатта икенсел сеймалдан яңы көнкүреш әйберҙәре етештереү ҡаралған.
Мәҡәлә һуңында район-ҡала халҡына йәйге осорҙа урманға, йылға буйына булғандан һуң сүп-сарҙы ташлап ҡалдырмай, үҙегеҙ менән алып ҡайтығыҙ, был эшкә балаларҙы ла йәлеп итегеҙ, тип әйтер инек.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: